Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль , 16:43

"Ҡышҡы уйындар" гөрләне

Ҡарағайтуғай ауылында Батыршиндар һәм Тусалиндар ауылдаштарына спорт байрамы ойошторҙо.

"Ҡышҡы уйындар" гөрләне
"Ҡышҡы уйындар" гөрләне

Балалар һәм өлкәндәр бер нисә категорияға бүленеп, саңғыла уҙышты. Ир-егеттәр шулай уҡ биатлонда көс һынашты. Ғаилә эстафетаһында иһә  балаларҙы тюбингта ултыртып та, һунарсы саңғыһында ла ярыштылар, ирҙәр утын бысып-ярыуҙа оҫталығын күрһәтте. 

Ҡарағайтуғайҙарҙың йыр-моңо, тәмле былау менән ҡайнар сәйле табыны, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Солтангәрәй ҡыҙы Йәрмөхәматованың сәләмләүе байрам кәйефен уғата күтәреп ебәрҙе. Ярышҡа Күгәрсен, Аҡҡондоҙ ауылдарынан килгән спорт һөйөүселәр ҙә дәртләнеп, үҙҙәрендә лә ошондай байрам ойоштороу дәрте менән ҡайтып китте.

Ойоштороусылар сараны үткәреүгә ярҙам күрһәткән Һүрәм биләмәһе башлығы Азамат Батыршин менән мәҙәниәт хеҙмәткәре Вәсилә Аҙнабаеваға ҙур рәхмәт белдерә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: