Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Март , 17:10

Ейәнсурала уҡыусылар араһында ГТО-ның ҡышҡы фестивале үтте

29 февралдә һәм 1 мартта Ейәнсура районында белем биреү ойошмалары араһында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының ҡышҡы фестивале үтте.

Ейәнсурала уҡыусылар араһында ГТО-ның ҡышҡы фестивале үтте
Ейәнсурала уҡыусылар араһында ГТО-ның ҡышҡы фестивале үтте

Фестивалдең Абзан урта мәктәбендә үткән 1-се этабында ете мәктәптән 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге уҡыуыслар һәм физик культура уҡытыусылары, бөтәһе 60-тан артыҡ кеше ҡатнашты.

2-се этап “Салауат” ФСК-һында үтте. Унда 11 уҡыу йортонан 100-ҙән артыҡ кеше ҡатнашты.

Үткәрелгән сара һөҙөмтәләре буйынса балдар иҫәпләнәсәк һәм белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында шәхси беренселектә еңеүселәр асыҡланасаҡ. Улар инде республика ярыштарында ҡатнашасаҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: