Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март , 09:25

Беҙҙекеләр - финалда

Ейәнсурала волейбол буйынса зона ярыштары үтте. Унда биш райондан йыйылған командалар финалға сығыу өсөн көс һынашты. 

Беҙҙекеләр - финалда
Беҙҙекеләр - финалда

2 март көнө "Салауат" физкультура-сәләмәтләндереү комплексында һәм Ейәнсура агросәнәғәт колледжы спортзалында бик ҡыҙыу үтте. 

Бында Урал аръяғының Әбйәлил,  Хәйбулла,  Йылайыр,  Бөрйән һәм Ейәнсура райондарының йыйылма командалары Башҡортостан Республикаһының ХХХII Ауыл спорт уйындары сиктәрендә волейбол буйынса зона ярыштары үтте.

Ир-егеттәр "Салауат" физкультура-сәләмәтләндереү комплексында көс һынашһа, ҡатын-ҡыҙҙар колледж спортзалында уйнаны.

Уйындар бик сәмле һәм көсөргәнешле барҙы,  һәр команда еңеү өсөн бар тырышлығын һалды.  Әммә уйын булғас еңеүселәр ҙә еңелеүселәр ҙә була инде.

Һөҙөмтәлә, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Бөрйәндәр өсөнсө урынға сыҡты,  ә ейәнсуралар менән әбйәлилдәр икенсе һәм беренсе урынды булеште.

Ир-егеттәр уйынында иһә  урындар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе урын - Әбйәлил, икенсе урын - Ейәнсура һәм өсөнсө  урында Хәйбулла районы волейболсылары.

Тәүге ике урынды яулаған командалар республика этабында ҡатнашып район данын яҡлаясаҡ. 

Волейболсыларыбыҙға "Афарин!" тиергә генә ҡала. Улар бер нисә йыл рәттән матур, сағыу уйын күрһәтеп, финалға сығалар, профессиональ кимәлдәге волейболсылар менән көс һынашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: