Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Март , 15:01

Батыр иҫтәлегенә арналды

3 мартта Арсен ауылы боҙ майҙансығында хоккей буйынса турнир үтте һәм ул чечен һуғышында һәләк булған яҡташыбыҙ, "Батырлыҡ ордены" кавалеры Вадим Бикбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналды.

Батыр иҫтәлегенә арналды
Батыр иҫтәлегенә арналды

Ҡыҙыу ярыштарҙа Арсендың "Һаҡмар" командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынды Иҙәштең "Иҙәш бөркөттәре" егеттәре алһа, өсөнсө урынға Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Зиянчурино ауылы уйынсылары сыҡты. 

Турнирға хәрби бәрелештәр ветерандарының "Бөркөт" ойошмаһы ир-егеттәре саҡырылғайны. Улар иң оҫта уйынсыларҙы билдәләп, уларға грамоталар тапшырҙылар.

Ярышта ҡатнашыусылар сара тамамланғас, Арсен ауылы мәктәбендә төшкө аш менән һыйланды.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: