Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Март , 15:31

Башҡорт Үргенендә Фидан Аҡсурин иҫтәлегенә волейбол ярышы үтте

Башҡорт Үргене мәктәбе спортзалында Чечен һуғышында батырҙарса һәләк булған Фидан Аҡсурин исеменә волейбол ярышы үтте.

Башҡорт Үргенендә Фидан Аҡсурин иҫтәлеген волейбол ярышы үтте
Башҡорт Үргенендә Фидан Аҡсурин иҫтәлеген волейбол ярышы үтте



Сараны район советы секретары Рәмил Мырҙабулатов асты. Фидан Аксуриндың атаһы Фәрит ағай һәм "Бөркөт" хәрби бәрелештәр ветерандары ойошмаһы вәкилдәре һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус рүоперацияла ҡатнашыусы "Лавина" позывнойлы яҡташыбыҙ  уйынсыларға уңыштар юллап, Фидан Аҡсуринды онотмауҙарына, уны шундай спорт сараһы менән иҫкә алыуҙарына рәхмәт белдерҙе.

Ярышта барлығы өс команда ҡатннашты. Көсөргәнешле уйындар һөҙөмтәһендә Үргендең "Йәштәр" командаһы беренсе урынды яуланы. Ейәнсура агросәнәғәт колледжы студенттарының командаһы икенсе булды. Ә Аҙнабаевтар командаһы өсөнсө урынға сыҡты.

Яңы петровка ауылы биләмәһе башлығы Салауат Ейәнбирҙин еңеүселәрҙе кубоктар һәм миҙалдар менән бүләкләне һәм Ғәйнулла Түләбаев, Илһам Туҡаев, Даян Аҙнабаевты  "Иң яҡшы уйынсылар" тип билдәләне. "Бөркөт" хәрби бәрелештәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе Батыр Күсәрбаев та еңеүселәрҙе ҡотлап Маҡтау грамоталары тапшырҙы һәм Исолам Мырҙабулатов менән Руслан Рәхмәтуллинды "Иң яҡшы һөжүмсе"ләр тип билдәләп үтте.

"Бөркөт"тәр шулай уҡ Башҡорт Үргене мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Айрат Аҙнабаевҡа һәм йыл һайын уйынсыларҙы тәмле аштар менән һыйлаған мәктәп ашнаҡсыһы Сәүиә Ейәнбирҙинаға ла Рәхмәт хаттары тапшырып үтте.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: