Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Апрель , 16:24

Волейбол турнирына килегеҙ!

Әхәт Мортазин иҫтәлегенә быйылғы традицион волейбол турниры Өфөлә 2 апрелдә "Динамо" спорт комплексында уҙасаҡ.

Волейбол турнирына килегеҙ!
Волейбол турнирына килегеҙ!

Турнирҙа алты команда ҡатнашасаҡ: "Юлдаш" радиоһы, "БСТ" һәм "Башкортостан 24" телеканалдары, "Башҡортостан" нәшриәт йорто командалары. Айырым команданы Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары, Әхәт Мортазиндың дуҫтары һәм туғандары тәҡдим итәсәк.

Яратҡан радио- һәм телевидение тапшырыуҙары алып барыусылары, журналистар, артистар, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре турнирҙың төп приздарын уйнатасаҡ. Ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы мәҙәни-күңел асыу программаһы, бүләктәр көтә. Турнир 10.00 сәғәттә башлана. Инеү ирекле.

Башҡортостандың халык артисты Әхәт Мортазинды «Республиканың алтын тауышы» тип атайҙар. Ул яңылыҡтар, телевидение һәм радиола репортаждар, байрамдарҙан һәм Хөкүмәт сараларынан тура трансляциялар алып барҙы. Халыҡ хәтерендә ул иҫ киткес диктор, һөйкөмлө, игелекле, аралашыусан кеше булып ҡала. Ә телеүҙәк коллективы өсөн ул спорт сараларын ойоштороусы ла була. Әхәт Мортазин спорттың күп төрҙәрен яратты, әмма волейболды айырыуса үҙ итте. Радио волейбол командаһының алыштырғыһыҙ капитаны булды. Әхәт Мортазин 2018 йылның 13 мартында 59 йәшендә ҡапыл вафат булды.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: