Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Апрель , 15:36

Баскетболсыларыбыҙ шәп!

Бөгөн Борай районы үҙәгендә баскетбол буйынса БР Мәғариф министрлығы беренселегенә финал уйындары үтте.

Баскетболсыларыбыҙ шәп!
Баскетболсыларыбыҙ шәп!

Унда Иҫәнғол уҡыусыларынан торған "Торнадо" баскетбол командаһы Ейәнсураның данын яҡланы. Юрий Гагарин кубогы өсөн ярыш бик ҡыҙыу барҙы. "Торнадо" егеттәре хужаларҙан ғына еңелеп, икенсе урын яуланы! Шәп баскетболсыларҙы һәм уларҙың тренерҙары Фәнис Сөләймәновты, Сергей Куяновты ҡотлайбыҙ! Афарин!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: