Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Май , 17:05

Ейәнсуралар спортта һынатмай

Районда балаларҙың спорт менән дуҫ булыуына, ошо юҫыҡта үҫешеүенә ҙур иғтибар бүленә.

Ейәнсуралар спортта һынатмай
Ейәнсуралар спортта һынатмай

Бөгөн район хакимиәтенең ҙур залында үткән сара быны тағы бер тапҡыр раҫланы. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов республика һәм Рәсәй ярыштарында еңеү яулаусы балалар һәм уларҙың тренерҙары менән осрашты. Йәш спортсыларҙың үҫешеүенә, еңеүҙәр яулауына булышлыҡ иткән тренерҙар Илнур Хәйбуллин, Вадим Мәзитов, Фәнис Сөләймәнов, Илнур Әбделғужин, Айрат Аҙнабаев, Виктор Ерофеев район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләнде.

Шулай уҡ ҡышын Борай районында үткән баскетбол буйынса республика ярышына Ф. Солтанов исемендәге мәктәп командаһын алып барыуҙа транспорт яғынан ярҙам күрһәтеүсе ғаиләләр - Рәмовтар, Шәриповтар, Абдрахмановтар, Грызловтарҙы тәбрикләп, Дәмин Марат улы Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Сара тураһында тулыраҡ "Ейәнсура таңдары"ның 24 майҙағы һанында уҡығыҙ.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: