Спорт
27 Декабрь 2024, 06:25

Кемгә – алтын, кемгә – көмөшө

Байдәүләт биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙарына ГТО знактары тапшырылды

Кемгә – алтын, кемгә – көмөшөКемгә – алтын, кемгә – көмөшө
Кемгә – алтын, кемгә – көмөшө

Теүәл бер йыл элек, Сирғол мәктәбенең  спорт залына  ГТО нормативтарын тапшыу өсөн ауылдың ғына түгел, күрше Саҙалы, Байдәүләт ауылдарының да әүҙем, сәләмәт тормош алып барыусы  ҡатын-ҡыҙҙары йыйылғайны. Ошо көндәрҙә сараның һөҙөмтәләре менән таныштырыу һәм таныҡлыҡтар тапшырыу өсөн  район спорт комитеты рәйесе Рубин Мөхәмәтйәнов һәм ГТО үҙәге етәксеһе Николай Долгов килде.

Байдәүләт биләмәһе башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов сараны асып, барыһын да Яңы йыл байрамы менән ҡотланы. Рубин Илмир улы район буйынса Байдәүләт ауыл биләмәһенең һөҙөмтәләре иң юғары булыуын, халыҡтың әүҙемлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Нормативтарҙы тапшырыусы 16 ҡатын-ҡыҙҙың унауһы алтмыш йәште үткән. Улар үҙҙәренең яҡшы физик формала булыуҙарын, ауыл тормошоноң бихисап мәшәҡәттәренән бушаған арала спортҡа ла ваҡыт бүлеүҙәренең юҡҡа түгел икәнен иҫбатланы. Иң өлкәненә – Таисия Николаевна Николаеваға – 84 йәш. Ул һынауҙарҙы көмөш билдәгә лайыҡлы үтәне. Апайҙарҙың күпселеге  үҙ йәштәренә тәғәйен нормативтарҙы ГТО-ның алтын билдәһенә үтәп, шул турала таныҡлыҡ алды. Йәшерәктәр ҙә һынатманы. ГТО нормативтарын  үтәгән өсөн һәр береһе ҡулына тейешле таныҡлығын алды.

Был бүләкләү сараһы, инде йолаға ингән, үҙебеҙҙең яҡтарҙа үҫкән шифалы үләндәрҙән бешерелгән фитосәй эсеү менән тамамланды.

Лена Вәлитова.

Сирғол ауылы.

Автор:
Читайте нас