Кинйәбулатта бер туған Әминевтарҙың башланғысы менән ойошторолған саңғы ярышы оҙон ғүмерле булды - 10 йылдан артыҡ үткәрелә. Ә был юлы унда хатта Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан саңғысылар килде.
Көн матур, ярыш сәмле бара. Ойоштороусылар әҙерләгән кубок-миҙалдар кемгә тейер? Ә әлегә саңғысыларға уңыштар теләйбеҙ!
Кинйәбулатта үткән сараларҙың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән датаға - башҡорт ғаиләһе көнөнә арналды.
Район башҡорттары ҡоролтайы ойошторған "Ғаилә менән ҡышҡы уйындар" ярышында атай, әсәй һәм баланан торған алты ғаилә көс һынашты. Кинйәбулаттан Батыршиндар, Батыршиндар, Кинйәбулатовтар, Таҙларҙан Хәмитовтар, Яңы Себенленән Йосоповтар, Муйнаҡтан Ғайсиндар барыһы ла Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк менән билдәләнде.
Ә шулай ҙа иң шәп бүләк, моғайын, ғаилә менән ойошлай әүҙем ял итеү булғандыр. Балаларҙың күңелендә был көн оҙаҡ һаҡланыр!