Женщине после 40 лет витамин В12 нужен как воздух!
Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
5 Апрель , 13:28

Иң көслө фехтование оҫталары Өфөләге чемпионатта ҡатнаша

Башҡортостандың баш ҡалаһы тәүге тапҡыр фехтование буйынса Рәсәй чемпионатын уҙғарасаҡ.

Иң көслө фехтование оҫталары Өфөләге чемпионатта ҡатнаша
Иң көслө фехтование оҫталары Өфөләге чемпионатта ҡатнаша

21-28 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Фехтование үҙәгендә 22 төбәктән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй турниры үтәсәк. Программала өс олимпия дисциплинаһы буйынса ла ярыштар: рапира, шпага һәм ҡылыс менән алышыу.Уны асыу тантанаһы 21 апрелдә Рәсәй Фехтование федерацияһы һәм БР Спорт министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында үтәсәк.

Аҙна барышында тамашасылар түбәндәге ярыштарҙы күрәсәк:

21-22 апрель - ҡылыс менән команда һәмшәхси алыштары

23-25 апрель - шпажистар ярышы

26-28 апрель - рапирасылар турниры.

Ҡатнашыусылар араһында Европа, донъя һәм Олимпия уйындарының ғәмәлдәге чемпиондары бар. Спортсылар наградалар өсөн шәхси һәм команда беренселектәрендә көрәшә.

Уҙғарыу урыны: Башҡортостан Республикаһының Фехтование үҙәге (Халыҡтар Дуҫлығы проспекты, 45).

Фото: БР Спорт министрлығы.

Сығанаҡ: Башҡортостан

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас: