Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Апрель 2025, 18:43

Солтановсылар - ЧЕМПИОН! Гагарин кубогы - беҙҙә!

Кисә Космонавтика көнө билдәләнде. Ә һеҙ беләһегеҙме Юрий Гагариндың иң яратҡан уйынын

Солтановсылар - ЧЕМПИОН! Гагарин кубогы - беҙҙә!
Солтановсылар - ЧЕМПИОН! Гагарин кубогы - беҙҙә!

Ул баскетболды үҙ иткән. Был хаҡта үҙенең "Дорога в космос" тигән автобиографияһында яҙған. Хатта, буйы бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, команданың капитаны ла булған икән. 

 

Тап ошо дата уңайынан, 11-13 апрелдә, Баймаҡ ҡалаһында Уҡыусыларҙың XXVII спартакиадаһы сиктәрендә Гагарин кубогына баскетбол буйынса Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы беренселегенең финал ярыштары үтте.

 

Унда Өфө, Сибай, Белорет, Баймаҡ ҡалаларынан һәм Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан йәш спортсылар ҡатнашты. Беҙҙең район данын Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәптең 7-8-се класс егеттәренән торған "Торнадо" командаһы яҡланы. Көсөргәнешле ярышта тренер Фәнис Салауат улы Сөләймәновтың тәрбиәләнеүселәре һынатманы! Улар лайыҡлы еңеү яулап, Гагарин кубогын алып ҡайтты! АФАРИН!!!

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас