Был көн – сәләмәт тормош алып барыусыларҙың рухи һәм физик камиллыҡҡа ынтылыусыларҙың байрамы. Спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеү һәр ваҡыт кешеләргә шатлыҡ һәм тыныслыҡ килтерә, характерҙы сыныҡтыра, тормошта уңыштарға өлгәшеүгә йүнәлтә. Шуға күрә районда физик культураны һәм спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Халыҡтың әүҙем ял итеүгә ихтыяжы артыуын иҫәпкә алып, һуңғы йылдарҙа спорт менән шөғөлләнеү һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн шарттар булдырылған бер нисә объект төҙөлдө. Урындарҙа инициативаны хуплап, төрлө йәштәге һәм категориялы халыҡ ҡатнашлығында спорт саралары әүҙем үткәрелә. Район предприятиелары һәм ойошмаларының спорт командалары араһында спартакиадалар, дуҫтарса осрашыуҙар үткәреү традицияға инде. Район спортсылары республика һәм ил кимәлендәге ярыштарында еңеүҙәре менән ҡыуандырып тора, үҙҙәренең яҡшы өлгөһө менән физкультурасылар сафына сәләмәт йәшәү рәүешен яратыусыларҙы йәлеп итә һәм илһамландыра.
Районда физик культураны үҫтереүгә һәм уның данлы традицияларын дауам итеүгә өлөш индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем.