15 ноябрҙә Йылайыр районы Юлдыбай ауылының «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Спорт – экстремизмға һәм терроризмға ҡаршы» акцияһы сиктәрендә ир-егеттәр командалары араһында волейбол буйынса район-ара турнир үтте.
Турнирҙа ҡатнашҡан Урал аръяғының иң көслө 6 командаһы араһында Ейәнсура районы волейболсылары беренсе урын яуланы.
Шулай уҡ Стерликов Алексей (һөжүмсе) һәм Уразов Айрат (либеро) үҙ амплуаларында иң яҡшылары тип танылды. Ҡотлайбыҙ!