Башҡортостан хөкүмәте 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаларға һәм ауылдарға эшкә күскән физкультура һәм спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәре тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ярашлы документ БР хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Тренерҙарға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме 1 миллион һум тәшкил итә. Документта түләүҙәр өсөн республиканың Спорт министрлығы яуаплы тип күрһәтелгән. Улар республика бюджеты һәм федераль субсидиялар средстволарынан финанслана. Был компенсацияны хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда Рәсәй граждандары булған һәм спорт әҙерлеге буйынса өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырған физкультура һәм спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре бер тапҡыр алырға хоҡуҡлы. Түләү алыу өсөн тренер ауылда хеҙмәт килешеүе буйынса кәмендә биш йыл эшләргә тейеш.
Түләү алыу өсөн тренерҙарға һайлап алыуҙы үтергә кәрәк. Түләү алыу хоҡуғына һайлап алыуҙа ҡатнашыуға ғаризалар бланкы хөкүмәт ҡарарында бар.