Ейәнсура районының Байыш ауылы биләмәһендә Чечня һуғышында батырҙарса һәләк булған, ике тапҡыр «Батырлыҡ» ордены кавалеры Мөхәмәтйәнов Илмир Рауил улының яҡты иҫтәлегенә арналған волейбол ярышы йыл һайын уҙғарыла.
“Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе” төркөмө социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, был ярыш быйыл да уҙғарылған. Иҙәш, Юнай, Элмәле һәм Байыш ауылдары командалары йыйылып, Байыш урта мәктәбе спорт залында көс һынашҡан
Уйынсылар өсөн мәктәп ашханаһында төшкө аш әҙерләнгән. Был да берҙәмлек, ҡунаҡсыллыҡ һәм йылы мөнәсәбәт билдәһе.
Илмир батырҙың Өфө ҡалаһында йәшәгән бер туған ағаһы Даян Мөхәмәтйәнов был сарала йыл һайын ҡатнашырға тырыша, ойоштороусы һәм спонсор булараҡ ҙур өлөш индерә. Быйыл да ул ситтә тороп ҡалмаған – ярҙам күрһәткән, үҙе лә ҡатнашҡан.
Фото: “Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе” төркөмө