Район ауыл биләмәләренең ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса финал ярыштары үтте. Ярыштар "Салауат" физкультура-сәләмәтләндереү комплексында һәм башҡорт гимназия-интернатында барҙы.
Иң яҡшылар исеменә 15 ауыл биләмәһенән 30 (15 ир-ат һәм 15 ҡатын-ҡыҙ) команда көрәште. Көйәрмәндәр айырыуса күп булыуы иғтибарға лайыҡ 300-ҙән ашыу тамашасы командаларҙы дәртләндереп, ысын спорт байрамы атмосфераһын булдырҙы.
Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлайбыҙ!