Спорт
10 Февраля , 04:25

Ейәнсура саңғысылары һынатманы

...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ейәнсура саңғысылары һынатманыЕйәнсура саңғысылары һынатманы
Ейәнсура саңғысылары һынатманы

Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында ике көн барған “Рәсәй саңғыһы” ярыштарында Ейәнсура районы уҡыусылары ла ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.

“Әбйәлил” гәзите социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, Ейәнсураларҙан тыш Бөрйән, Хәйбулла, Әбйәлил райондары саңғысылары уҙышҡан

2012-2013 йылғы ҡыҙҙар араһында 2 саҡрымға уҙышта Ейәнсуранан Үркенбаева Гөлнар – 3-сө, шул уҡ йылғы малайҙар араһында 3 саҡрымлыҡ арала Мусин Илсур 2-се урын яулаған. Ярыштарҙың икенсе көнөндә үткән эстафеталарҙа ла Ейәнсура уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.

Шулай итеп дөйөм команда иҫәбендә 2012-2013 йылғылар араһында беҙҙекеләр – 2-се, 2014-2015 йылғылар араһында 3-сө урын яулаған. Афарин!

Автор:Юлай Мурзабаев