Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Март , 11:45

Ейәнсура волейболсылары һынатманы

Ейәнсура волейболсылары һынатманы
Ейәнсура волейболсылары һынатманы

...

28 февралдә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған, махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡан хәрбиҙәргә һәм дә батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлегенә бағышланған ветерандар араһында волейбол буйынса асыҡ Урал аръяғы беренселеге үтте.

Майҙансыҡта Бөрйән, Әбйәлил һәм Ейәнсура райондарынан көслө һәм тәжрибәле коллективтар, шулай уҡ Сибай командаһы менән Иҫке Сибай спорт һөйөүселәре осрашты.

Көсөргәнешле бәйгелә Ейәнсура районы командаһы яҡшы уйын күрһәтеп, икенсе урынға сыҡты.  Шулай уҡ беҙҙең команда ағзаһы Булатасов Ринат "иң яҡшы һөжүм итеүсе" тип танылды.

Фото: Айнур Сибаев / вконтакте.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас