Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Апрель , 15:55

Үргендә яугир иҫтәлегенә волейбол турниры үтте

...

Үргендә яугир иҫтәлегенә волейбол турниры үтте
Үргендә яугир иҫтәлегенә волейбол турниры үтте

Марттың һуңғы көнөндә Башҡорт Үргене ауылында икенсе тиҫтә йыл дауамында үткәрелеп килгән Фидан Аҡсурин кубогына волейбол турниры уҙҙы. Был хаҡта социаль селтәрҙә “Киске Үрген” төркөмө хәбәр итте.

Турнирҙа 4 команда ҡатнашҡан: Үргендән ике команда (йәштәр һәм уҡыусылар), Ейәнсура агроколледжы командаһы, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының "Бөркөт" ойошмаһы командаһы. Көсөргәнешле уйындар һөҙөмтәһендә агроколледж командаһы – 1-се, Бөркөттәр – 2-се, йәштәр 3-сө урын яулаған.

Фидан Фәрит улы 2002 йылда Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған. Ул ауылда Рәсәйҙең "Батырлыҡ" орденының тәүге кавалеры.

Фото: “Киске Үрген” төркөмө.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас