

Аты барҙың – дәрте бар
12 июнендә Т.Т. Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында Рәсәй һәм Өфө ҡалаһы көнөнә арналған башҡорт йылҡысылығының бай традицияларын берләштергән мауыҡтырғыс спорт ярыштары үҙҙы.
Сарала башҡорт тоҡомло ат сабыштарына айырыуса иғтибар бүленде. Башҡорт аттары сираттағы тапҡыр үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын – көс, сыҙамлыҡ һәм характерын күрһәтте. Һөҙөмтәлә, Ейәнсура районынан Илһам Хөсәйенов үҙенең "Аҡсарлаҡ" исемле айғыры менән еңеүсе тип билдәләнде. Еңеүсене ҡотлайбыҙ!