















Бай тарихлы, хозур тәбиғәтле Арсен ауылы Ейәнсура районының иң ситендә, район үҙәгенән 80 саҡрым алыҫлыҡта, Ырымбур өлкәһе сигендә урынлашҡан. Егоровтар был ауылда иң хөрмәтле ғаиләләрҙән һанала. Ғаилә башлығы Лазарь Васильевич Егоров ғүмер буйы педагог булып эшләй. Тәүҙә Абзан, унан Арсен мәктәптәрендә директор йөгөн тарта. Кесе улдары Лев атаһының юлынан китә – педагог һөнәрен һайлай. Әлеге көндә ул мәктәп яны интернатында тәрбиәсе булып эшләй, шул уҡ ваҡытта мәктәптә “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” дәрестәрен алып бара. Мәктәптә антитеррор хәүефһеҙлеге өсөн дә ул яуаплы. Ысын педагог булараҡ, уны балаларҙың мауығыуҙары, буш ваҡыттарында нимә менән шөғөлләнеүҙәре ныҡ борсой.
- Белеүебеҙсә, интернатта ятҡан уҡыусылар дәрескә барып ҡайта ла, дәрес әҙерләгәс, буш тиерлек. Балалар буш ваҡыттарында телефонға текләп ултырыуҙы өҫтөн күрә, йә, унан да яманы, тәртип боҙоу юлына баҫа, - тип көйәләнә педагог. Лев Лазаревич балаларҙың буш ваҡытын файҙалы ойоштороу юлын спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүҙә күрә. Үҙенең яратҡан спорт төрө – хоккей иң отошлоһо тип һанай. Ҡасандыр үҙе лә боҙҙа шайба ҡыуып үҫкән, хоккейҙың ауырлыҡтарын да, еңеү ҡыуанысын да тойған кеше булараҡ, был мауығыуын балаларға тапшырырға, мәктәптә ысын хоккей түңәрәге булдырырға ҡарар итә. Йәмәғәт башланғысында мәктәп уҡыусыларынан торған “Һаҡмар” хоккей командаһын ойоштора.
- Беҙҙә оҙаҡ йылдар иҫке хоккей ҡумтаһы буш торҙо. Күмәкләп уны йүнәттек, һыу ҡойоп туңдырҙыҡ, - тип һөйләне Лев Лазаревич. – Яйлап балалар хоккейға ылыҡты, уйнай башланы. Командала ҡыҙҙар ҙа бар, бер ҡыҙ хатта ҡапҡала тора. Уйнай торғас балалар шул тиклем оҫтарҙылар, район командаларын еңеп, күрше өлкәгә, Салауат, Ырымбур ҡалаларына ярышҡа йөрөй башланыҡ. Яҡшы һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне – Ырымбур өлкәһе буйынса көмөш призер булыуға ирештек. Һөҙөмтәләр булғас, ярҙам итергә теләүселәр ҙә табыла. Бағыусы ярҙамында команда амуниция менән тәьмин ителә. “Хоккей бик хәүефле спорт төрө. Балаларға ысын хоккей командаһыныҡы кеүек экипировка алырға кәрәк”, - ти бағыусы, һәм, сәкән, крага, формалар, каска, ысын табло алырға заказ бирә. Лев Лазаревич ҙур ғорурлыҡ менән “Һаҡмар” хоккей командаһының бүлмәһен күрһәтте. Унда кәштәләрҙә йәш хоккейсыларҙың күп һандағы наградалары теҙелгән. Хатта раритет һаналған автографлы ысын ҡапҡасы сәкәндәре ла урын алған. Билдәле булыуынса, хоккей миҙгелле спорт төрө. Яҙ, көҙ һәм йәй көндәрендә балалар ни эшләргә тейеш һуң? Лев Лазаревич аптырап тормай, йылы миҙгелдәрҙә балалар менән лапта спорты менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Тәүҙә үҙе Ырымбур өлкәһе Желтое ауылына барып өйрәнеп ҡайта. Уйын ҡағиҙәләрен аңлатып, тупты һуғыу, йүгереү һәм үҙ урыныңды һаҡлау алымдарын күрһәткәс, балалар яңы спорт төрөн бик теләп өйрәнә башлай. Ата-әсәләр ҙә хуплай, сөнки балалары бушты бушҡа ауҙарып йөрөмәй. Был боронғо рус халыҡ уйыны балаларҙа етеҙлек, сослоҡ, көс һәм команда рухын тәрбиәләй. Лапта менән хоккей бер-береһен яҡшы тулыландыра: ҡышын — боҙҙа шайба, йәйен — йәшел майҙанда лапта. Шулай итеп балалар йыл әйләнәһенә спортта ҡала, дуҫлыҡтары нығына һәм сәләмәт булып үҫә. Сентябрь айында Лев Лазаревичтың лапта командаһы төҙөп шөғөлләнә башлауына 3 йыл тулды. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта ҙур уңыштырға өлгәштеләр - йәш спортсылар район, республика кимәленән сығып, Бөтә Рәсәй кимәленә күтәрелде. 2025 йылда Ырымбур өлкәһе беренселегендә көмөш приз алыуға ирешәләр. Өс тапҡыр Башҡортостан Республикаһы исеменән Рәсәй кимәлендә сығыш яһайҙар. Быйыл 11 майҙан 17 майға тиклем Ульяновск өлкәһе Сенгилей ҡалаһында 11-12 йәшлектәр араһында үткән Бөтә Рәсәй ярыштарында республика данын яҡлап, тәүге иң яҡшы алты команда исемлегенә инделәр. Улар был еңеү менән Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы спорт министры призына үткәрелгән ярышта ҡатнашыу хоҡуғы алдылар. Июнь айында Анапа ҡалаһында үткән пляж лаптаһы буйынса 13-14 йәшлек ҡыҙҙар араһында турнирҙа ҡатнашып, өсөнсө урын яулап ҡайттылар. Был бик ҙур еңеү, сөнки Анапа бөгөн рус лаптаһы үҫешенең иң көслө үҙәктәренең береһе һанала. Шулай итеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә район чемпионынан Рәсәйҙең бронза призына лайыҡ була алдылар. Лапта спорты ла бик күп сығымдар талап итә. Бында ла тыуған ауылының ысын патриоттары булған бағыусылар ярҙамға килә. Улар уйынсыларҙы форма менән тәьмин итә, ярыштарға йөрөгәндә юл сығымдарын күтәрәләр. Ә Анапа һәм Мәскәүгә барғанда район хакимиәте юл сығымдарын үҙ өҫтөнә ала. Быйылғы уҡыу йылынан башлап Ейәнсура районы Балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәге аша түңәрәк асыуға ирешкәндәр.
- Ата-әсәләргә рәхмәтлемен, бер ҡасан да балаларының шөғөлөнә ҡаршы булманылар. Күнекмәләргә, ярыштарға йөрөттөләр, һәр еңеүгә бергә шатландылар, һәр еңелеүҙән һуң йыуаттылар. Бағыусыларға ҙур рәхмәт, уларһыҙ беҙҙең әлеге кимәлдәге еңеүҙәр булмаҫ ине, - тип үҙенең рәхмәттәрен белдерҙе тренер.
- Лев Лазаревич үҙ эшен шул тиклем бирелеп, яратып башҡара. Һәр баланың уңыштарына ҡыуана, уларҙы дәртләндерә белә, - ти Арсен мәктәбе директоры Гүзәл Бикбаева. – Ысын педагог булараҡ, ижади эшләүсе кеше булараҡ һәр баланың күңеленә асҡыс таба белә, гел позитив ҡарашта. Намыҫлы хеҙмәте район мәғариф бүлегенең, район хакимиәтенең, Башҡортостан Мәғариф министрлығының, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф Министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Лев Лазаревич һәр иртәһен яңы көндө, яңы осрашыуҙы, яңы уңышты көтөп башлай. Уның өсөн эш — ул ябай ғына вазифа түгел, ә тормошоноң мәғәнәһе, йөрәгенең бер өлөшө. Ул үҙ эшенә бөтә булмышын, белемен, тәжрибәһен һала. Хоккейҙан – лаптаға. Еңеүҙәр бар, әммә Лев Лазаревич өсөн иң ҡиммәтлеһе — балаларҙың спортты һөйөүе, сәләмәт тормошо, үҙ-ара дуҫлығы һәм үҫеше.
С.Булатасова