Бер әсәй ҡыҙының әхирәттәре менән класташын тыуған көнө менән ҡотларға әҙерләнеүен күрә. Ҡыҙҙар үҙҙәре менән торт ҡына түгел, йәнә йомортҡа һәм он алалар. Улар әхирәттәрен подъездан сығыуын көтөп, уның битенә торт, йомортҡа һылаясаҡтарын, башына он һибәсәктәрен әйтә.
"Был - мода!" - тиҙәр ҡыҙҙар әхирәттәренең үпкәләмәйәсәген белдереп.
Баҡтиһәң, был әлеге лә баяғы сит ил йолаһы икән. Тик Аргентинала йыл да түгел, ә егеттәргә - 18, ҡыҙҙарға 15 йәш тулғанда ғына ошолай ҡотлайҙар.
Был мәғәнәһеҙ йоланың үҫмерҙәр араһында тарала барыуы ата-әсәләрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Төркөмдәштәр, һеҙ был балалар араһында тарала барған йолаға ниндәй ҡарашта? Мода яҡлыһығыҙмы? Әллә үҙебеҙсә, "Аҡ ҡалас"тар уйнап ҡотлау яҡшыраҡмы?