"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
30 Апрель 2022, 11:05

Бөгөн - Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө

30 апрель — Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө. Йыл һайын әрүахтарҙы иҫкә алып, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү 2 майҙа башҡарылып килде, быйыл Ураҙа байрамы осорона тура килеү сәбәпле, был дата 30 апрелгә күсерелеп торҙо. Был көндө Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар, ниндәй дин тотоуына ҡарамаҫтан, зыяраттарҙы тәртипкә килтерә.

Бөгөн - Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө
Бөгөн - Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө

Ейәнсура районы халҡы ла был изге эштән ситтә ҡалманы. Бөтә ауылдарҙа ла халыҡ ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереүгә әүҙем сыҡты. Зыяраттар ҡоро үләндән таҙартылды, буяу эштәре башҡарыла. Иҫәнғол ауылының ике зыяратын тәрбиәләргә төрлө ойошмаларҙа эшләүсе 96 хеҙмәткәр һәм 150-ләп ауыл хплҡы йыйылды.

Мәрхүмдәрҙең рухтары ҡыуанып ятһын.

Тулыраҡ гәзит биттәрендә яҡтыртыласаҡ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: