3 ноябрҙә Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда Үҫәргән ырыуы ҡоро үтте. Бында Башҡортостандың Күгәрсен, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ, Гай, Новотроицк райондарынан ырыуҙаштар йыйылды. Үҫәргәндәрҙең арҙаҡлы шәхесе Бикбау бейҙең обелискыһына сәскәләр һалғас, төп сараларҙы пленар өлөш башланы.
Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ҡунаҡтарҙы сәләмләп, йыйындың эшенә уңыштар теләне. Ошонда уҡ Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы президиумы ағзаһы Салиә Мырҙабаева, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡалмантаев һәм ҡунаҡтар сығыш яһаны. Ырыуҙың ҡоро һәм уның башы һайланды. Үҫәргәндәр йәшәгән һәр райондан вәкилдәрҙән - барлығы 15 кешенән торған ҡорҙо "Йәшлек" гәзите мөхәррире булып эшләгән ырыуҙашыбыҙ Артур Дәүләтбәков етәкләйәсәк.
Ҡорға йыйылғандар район үҙәк китапханаһында һәм М.Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатында ойошторолған секцияларҙа ҡатнашты.