Бөтә яңылыҡтар
Тарихи тамырҙар
3 Ғинуар 2025, 23:57

Үлемһеҙлеккә юл

6 ғинуарҙа ике тапҡыр Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Илмир Мөхәмәтйәновҡа 45 йәш булыр ине...

Из сайта "Правда Героев":

Рядовой Ильмир Мухамедьянов родился 6 января 1980 года в деревне Баишево Зианчуринского района Республики Башкортостан. Призван в Вооруженные силы Российской Федерации 11 мая 1998 года.

Погиб 27 декабря 1999 года в Чеченской Республике.

Похоронен 10 января 2000 года на кладбище деревни Баишево Зианчуринского района Республики Башкортостан.

Ильмир родился четвертым ребенком. В 1987 году Ильмир поступил в 1 класс Баишевской средней школы. Учился он хорошо. Любил математику и черчение. По этим предметам участвовал в районных олимпиадах и занимал призовые места. Хорошо рисовал, любил петь, занимался спортом. Ильмир был членом сборной команды по волейболу и баскетболу. С малых лет мечтал стать военным и служить на границе или стать спецназовцем. Всегда помогал товарищам в трудную минуту, не оставлял друзей в беде.

100 йыл эсендә Байыш мәктәбенән күпме бала белем алып сыҡҡан. Ошо мәктәптең йөҙәрләгән уҡыусыһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, күбеһе әйләнеп ҡайтмаған. Илен, тыуған ерен һаҡлап һәләк булған.

Беҙҙең замандағы ҡайнар нөктәләрҙә лә Байыш мәктәбе уҡыусылары күпләп хеҙмәт итә. Шуларҙың береһе - Чечняла батырҙарса һәләк булған Байыш егете, ике тапҡыр “Батырлыҡ” ордены кавалеры Илмир Мөхәмәтйәнов. Уға арнап яҙылған “Үлемһеҙлеккә юл” шиғыры барлыҡ ветерандарға, ил һағында торған бөтә егеттәргә рәхмәт булып ирешһен.

Үлемһеҙлеккә юл

Һин Уралда үҫкән егетһең,

Ҡаҫмарт һыуын услап эскәнһең.

Илеңде һаҡларға әҙерләнеп,

Бала саҡтан сынығып үҫкәнһең.

Саҡырыу килгәс, бер һүҙһеҙ,

Һалдат хеҙмәтенә киткәнһең.

Илең картаһының туп шартлаған 

Ҡайнар нөктәһенә килгәнһең.

Ватан-илем тигән оло хис

Йөрәгеңә тәрән уйылған.

Быуат аша килгән аманат

Күңелеңә ҡасан һарылған?

Был һорауға яуап эҙләгәндә

Күҙ алдынан үтте һүрәттәр:

Утлы-төтөнлө ялҡындар

Илдең күген ялмап алғанда,

Дөп-дөп килделәр тояҡтар,

Иҙелеп ҡалдылар яландар,

Һындылар булат ҡылыстар,

Илем, тыуған ерем тейеп

Ергә ауҙы батыр уландар.

Өҙәңгеләр өҙөлә яҙғандыр,

Сыҙамайса батыр ҡалҡҡанға.

Хәжеғәле олатайың иле өсөн

Атҡа менгән, йөрәк ҡушҡанға.

Алдан барған Шайморатов,

Дошман ҡалған тар-мар килеп.

Арыҫландай ирҙәр ауған,

Илем азат булһын тейеп.

Һүнмәҫ ялҡын булып дөрләне

Беҙҙең йөрәктәрҙә дандары.

Улар батырлығын ҡабатларлыҡ

Үҫте илдә батыр уландары.

Илең күкрәгендә яра бар,

Сәскә үҫмәй, туптар шартлай.

Чечня төнө тыныс түгел,

Алһыу таңдар гөрләп атмай.

Сал ҡарттарҙың хаҡы тип,

Әнейҙәр йәш түкмәһен тип,

Балалар шатланып көлһөн тип,

Илең яраһы уңалһын тип,

Чечня иле сәскә атһын тип,

Утҡа индең башҡорт егете.

Ир йөрәге – ил йөрәге ул,

Һиҙгер торор заман еленә.

Ил бәләһе һынай ирҙәрҙе,

Ир йөрәге яуҙа беленә.

Яраланып ҡайтҡан батырҙы

Ҙурлап ҡаршы алды ауылың.

Чечня күген япҡан төтөндән

Арына алмаған ғына уйҙарың.

Өй тынлығы тыныслыҡмы,

Күкрәгеңә йөрәк һыймағас.

Ғәмһеҙ булып булырмы,

Һуғыш яралары көйрәп торғас.

Шартлар ине ҡыйыу йөрәгең,

Окобыңа кире ҡайтмаһаң.

Ут эсендә ҡалған дуҫтарыңа

Ярҙам ҡулын әгәр һуҙмаһаң.

Үҙең генә белдең, тик үҙең,

Йөрәгеңдең һыҡрап янғанын.

Ваҡыт зыңлап туҡталғандыр,

Ишеткәндә уның яуабын.

“Китәм, әсәй, ҡабат”, – тейеп,

Әйткәнһеңдер һуңғы һүҙеңде.

Күрмәҫ өсөн әсә йәштәрен

Ситкә йәшереп күҙеңде.

Үҫмер егет кенә инең шул

Әсәйеңә әле һаман да.

Уйламағандыр, ут ялмаған,

Олоғайған ир тип ҡаршында.

Күк ҡалтырап ергә һылашты,

Һуғыш уты көйрәй ян-яҡта.

Снайпер уты сүпләй дуҫтарҙы,

Туры төбәп йөрәккә ата.

“Их, иптәштәрҙе ҡотҡарырға”

Шул уй үтте йәшен утылай.

Илем тейеп, биргән антым тейеп,

Утҡа индең батыр Шаймораттай.

Болоттар ҙа әллә ут эсендә,

Ялҡын утынан үлән шиңде.

Тетрәндереп Кавказ тауҙарын,

Үлемһеҙлек алды йәнеңде.

Ҡаҫмарт һыуын бүтән эсмәнең,

Өйөң ишеген дә шаҡыманың,

Байышың буйлап атламаның,

Ҡайтты илгә яңғырап даның.

Бөрөләре шартлап япраҡ ярған

Йәш имәндәр һиңә тиңдәш булһын!

Күбәләктәр осоп-осоп ҡунған

Гөл бәйләме һиңә бүләк булһын!

Һандуғастың таңғы наҙлы йыры

Һиңә маҡтау йыры булһын!

Тәпәй эҙҙәрең уйылып ҡалған

Ауылың тауҙары һәйкәл булһын!

Батыр йөрәгеңдән сыҡҡан ялҡын

Бер йөрәктән икенсегә ҡунһын!

Зәүхиә Ҡәҙербакова-Низамиева.

Биштирәк - Татарстан.

Автор: Әлмира Әйүпова
Читайте нас