

Элек ҡаҙаҡ халҡы Арал диңгеҙенән алып Башҡортостан сигенә тиклем урынды биләгән. Ҡаҙаҡтар башҡорттар менән бик татыу булғандар. Башҡорт сәсәндәре, ҡаҙаҡ аҡындары һәр' ваҡыт бәйгеләрҙә ярышҡандар. Был ике халыҡ бер-береһенә ҡыҙ бирешеп, улдарына кәләш әйттереп йәшәгәндәр. Бына шулай тыныс ҡына йәшәгән ваҡытта донъялар боларып киткән. Батша ғәскәрҙәре килеп илде байҡай башлаған.
Ҡаҙаҡ халҡы был хәлгә сыҙай алмай баш күтәргән. Баш күтәреүселәр бөтә көньяҡты ҡаплап алғандар. Хәҙерге Семипалатинский янында, Аҡтүбә әлкәләрендә бик ҡаты бәрелештәр булған. Был яуҙа ҡаҙаҡ халҡы еңелгән. Батша ғәскәрҙәренең утлы ҡоралдарына ҡаршы тора алмаған. Күп кешеләр яуҙан ҡайта алмаған. Ҡалғандары Арал буйына боҫҡан.
Баш күтәреүҙә ҡатнашып йөрөгән Аман Абазбаев башҡорт араһына ҡасҡан. Башҡорттар уны булғаны менән ҡунаҡ иткәндәр. Ул Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән ырыуҙарында йөрөгән. Уның янында бер нисә иптәше лә булған. Аман Үҫәргән ырыуының Хужа исемле аҡһаҡалдың еренә килеп сыҡҡан. Эңгерсе¹ тип аталған уяҙҙың аръяғында йәшәй башлаған.
Аҡбаш тигән ауылға йыш барып йөрөгән. Шул ауылдағы Гөләндәм тигән ҡыҙҙы яратҡан. Көндөҙҙәрен урманда йөрөгән, кистәрен Гөләндәм янына барған. Улар Эйек һыуының матур яланында осраша торған булғандар. Өйләнешеп йәшәргә хыялланғандар. Мөмкинлек булмаған, уны батша һалдаттары эҙләгәндәр.
Аман Урта Муйнаҡ ауылына ла килеп китә торған булған, унда Ҡарамыш нәсәбенән таныштары булған. Уны тоторға уйлағандар, Гөләндәм уны йәшереп ҡалдырған. Быға үс итеп Гөләндәмде үлтерткәндәр.
Бер мәл Аман иптәштәре менән Эңгерсе буйына сыҡҡан. Көн бик эҫе булған. Аман иптәштәрен ике яҡҡа айырып ебәргән: яртыһын Гөләндәмдең ҡәберенә, Аҡбаш ауылына, яртыһын Ҡырғыҙбай ауылына.
Үҙе һыу инмәксе булған. Бөтә кейемен, ҡоралын яр башында ҡалдырған. Шул ваҡытта батша ялсыларына һатылған бер нисә кеше үтеп бара икән. Улар араһында Иәдир тигән аҡылға бер төрлө генә әҙәм дә булған. Ул, ҡылысын алып, Аманды сапҡыларға иткән, иптәштәре ебәрмәгәндәр. Уны тотоп Урта Муйнаҡ ауылына алып ҡайтып киткәндәр. Иәдир юлда иптәштәренең береһен үлтергән дә Амандың күкрәгенә атып ебәргән. Аман сайҡалып китеп, тирә-яғына ҡаранғансы, Иәдир икенсегә атҡан. Был юлы Амандың бөйөрөнә тейгән. Аман һыу эсенә ҡолаған. Шул ваҡытта Амандың иптәштәре килеп сыҡҡандар. Иәдир ҡасҡан. Ҡаҙаҡтар уға теймәгәндәр.
Аман үҙен бейек тау башына алып сығып ерләргә ҡушҡан. Иптәштәре уны ерләп, баш осона һөңгөһөн ҡаҙағандар ҙа, ҡаҙаҡ далаларына ҡайтырға сыҡҡандар. Юл ыңғайында Урта Муйнаҡ ауылына тейеп китмәк булғандар. Быларға бер төркөм һыбайлы ҡаршы сыҡҡан. Был хәлгә ҡаҙаҡтар бик аптырашҡандар, һөңгөләрен ергә ҡаҙағандар ҙа аттарынан төшөп, баш эйгәндәр.
Ҡарамыш нәсәбенән булған Иәдирҙе үлтереп китеүҙә ҡаҙаҡтарҙы ғәйепләйҙәр икән. Ҡаҙаҡтар: «Иәдирҙе беҙ үлтермәнек», — тип әйткәндәр. Урта Муйнаҡ кешеләре Иәдирҙең кәүҙәһен килтерәләр.
Шул саҡта улар батша һалдаттары китеп барғанын күрәләр. Алда барғаны Иәдирҙең кейемен кейеп алған була. Шунан һуң башҡорттар менән ҡаҙаҡтар бер-береһен аңлайҙар. Башҡорттар ҡаҙаҡтарҙы Аҡтүбәгә тиклем оҙатып баралар. Аман һыу ингән йылға Аманйылға, ә тау аралары Аманингән булып ҡалған.
Аман. 1966 йылда Ейәнсура р-ны Үрге Муйнаҡ ауылы Әбделғужин Абдулла Ишмулла улынан Ҡ. Үҙәнбаев яҙып алған. — БЛ, Кя 59; БХИ, РЛ, № 262;
БПЛ, Кя 192; БНТ, ПЛ, Кя 338.
¹ Эңгерсе уяҙы, шулай уҡ риүәйәттә телгә алынған башҡа ер-һыу, ауыл исемдәре Ейәнсура районына ҡараған урындар.