

Район тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы етәксеһе Миҙхәт Асылбаевтың, район ветерандарының килеүе ғәжәп тә түгел, сөнки Шәмсинур апайҙың музейында бындай ҡунаҡтар йыш була. Был юлы Миҙхәт Хаммат улы шәхси музей хужаһына - Шәмсинур Ейәнбирҙинаға Ейәнсура районының почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе дипломын тапшырҙы.


Ә саҡ ҡына һуңлаңҡырап Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Р. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейы директоры Илшат Интизам улы Бахшиев килеп етте. Уның килеүенең сәбәбе ябай - Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә һәм музейҙың 50 йыллығына арналған "Башҡорт еләне: традициялар, образдар, мәғәнәләр" тип аталған күргәҙмә экспонаттары араһында төп урынды биләгән елән! Был уникаль экспонатҡа 150 йылдан (1870 йылдар) ашыу! Ул Шәмсинур апайҙың өләсәһенең килен сағында кейгән еләне!


Ошондай, хаҡы баһалап бөткөһөҙ, ҡомартҡыны һаҡлап ҡалған бит ул Шәмсинур апай. Еләндән тыш шәхси музейҙа бик күп ҡыҙыҡлы экспонаттар апайыбыҙҙың тырышлығы менән ҡәҙерләп һаҡлана. Афарин!
Бына ошо хеҙмәттәре өсөн Ейәнбирҙина Шәмсинур апайға Өфө этнологик институтының Маҡтау Грамотаһы тапшырылды.
Сығанаҡ: "Киске Үрген" төркөмө.