Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
23 Ноябрь 2021, 13:35

ШИҒРИ ФЛЕШМОБҠА ҠУШЫЛЫҒЫҘ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы шиғри флешмоб иғлан итте. 14 декабргә тиклем дауам иткән сараның шарттары бик ябай: 

ШИҒРИ ФЛЕШМОБҠА ҠУШЫЛЫҒЫҘ!
ШИҒРИ ФЛЕШМОБҠА ҠУШЫЛЫҒЫҘ!

үҙегеҙ һайлап, Аҡмулланың шиғырын яттан һөйләргә, видеоға төшөрөргә, уны социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәләрегеҙгә #Аҡмулла , #БашҡортТелеКөнө#Ҡоролтай#Курултай хештегтары менән һалырға кәрәк.

Шуныһын иҫегеҙҙә тотоғоҙ: видеояҙманың оҙонлоғо 2 минуттан артырға тейеш түгел!

Шулай уҡ, флешмобҡа тәҡдим ителгән видеояҙмала:
  ҡатнашыусының исем-шәрифе
  йәшәгән урыны (ҡала, район)
  әҫәр исеме яҙылырға тейеш.
Хәйерле сәғәттә! Уңыштар!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: