Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
19 Ғинуар 2022, 08:45

Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә ҡарата флешмоб башланды

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар ойошторола

Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә ҡарата флешмоб башланды
Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә ҡарата флешмоб башланды

Флешмобты Рәми Ғариповтың (1932-1977) тыуына 90 йылы тулыуына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты үткәрә. Ул 2022 йылдың 12 ғинуарынан 12 февраленә тиклем бара. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн шағирҙың ниндәй ҙә булһа шиғыры менән видеоролик төшөрөргә кәрәк.

Материалдар (видеояҙма) “Рәми Ғарипов-90” темаһы һәм ҡатнашыусы заявкаһы менән [email protected] электрон адресына ҡабул ителә. Конкурстың положениеһы менән “Бәйләнештә” “Рәми Ғариповтың йорт-музейы” төркөмөндә танышырға мөмкин.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: