Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
23 Апрель 2022, 15:15

Радий Хәбиров: Башҡорт телен һаҡлау – мөһим бурыс

Башҡортостан Башлығы һәм республика хөкүмәте ағзалары башҡорт телендә диктант яҙҙы

Радий Хәбиров: Башҡорт телен һаҡлау – мөһим бурыс
Радий Хәбиров: Башҡорт телен һаҡлау – мөһим бурыс

Бөгөн онлайн һәм офлайн форматтарҙа “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022” акцияһы үтә. Башҡа ҡатнашыусылар менән бергә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та диктант яҙҙы, тип хәбәр итә “Башинформ”.

«Башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәтеү беҙҙең өсөн мөһим  бурыс.  Тап шуның өсөн  үҙем дә диктант яҙырға килдем, Хөкүмәт ағзалары, министрҙар килде. Сөнки беҙҙең өсөн был уртаҡ маҡсат, бер эш», – тине республика етәксеһе.

“Миңә дүрткә яҙыуым тураһында әйттеләр. Сөнки мин яҡшылап әҙерләнергә өлгөрмәнем, шуға күрә бер нисә хата яһаным һәм дүртле алдым. Башҡорт телен һаҡлау беҙҙең өсөн мөһим бурыс. Нәҡ шуға күрә диктант яҙырға мин үҙем дә килдем, хөкүмәт ағзалары, министрҙар ҙа килде”, – тине Радий Хәбиров сара башланыр алдынан БСТ телеканалының тура эфирында.

Фото: Олег Яровиков

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: