Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
21 Сентябрь 2022, 17:12

Тотҡон

 Булған хәл Төн уртаһы... Күк йөҙөндә ай ҙа балҡымай, йондоҙҙар ҙа емелдәмәй... Ҡуйы ҡараңғылыҡта ике яҡты эҙ ярып трасса буйлап иҫке генә «Жигули» елә... «Их, таң атмаҫ борон үҙебеҙҙең яҡҡа сығып өлгөрәһе ине... Машинаһын әйтәйем инде, йүнләп тартмай. Шәберәк ҡыуалаһаң, болғаңлай башлай. Тиккә «копейка» тип әйтмәгәндәр инде...» – тип янды уның йөрөтөүсеһе.

Тотҡон
Тотҡон

Күңелде әрнеткән ауыр уйҙарынан арыныр­ға тырышып, ул юл буйына үҙен әрләне: «Их, һин, һиңмай. Үҙеңде бынамын тигән ир-уҙаман һанаған булаң! Маңҡа малай булып сыҡтың бит. Һөйләһәң, әҙәм ышанмаҫлыҡ хәлгә, көлкөгә ҡал әле».
Дала юлы... Интектергес оҙаҡ бараһың кеүек. Тирә-яҡта ҡара бушлыҡ... Тик километр бағаналары ғына елпелдәп ҡала... Үҙебеҙҙең яҡтарға етмәй шул: тауҙар, урмандар, ауылдар ҙа йыш осрай. Юлдарыңды күңелле үтәһең, бараһы ереңә еткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың...

«Машинаны урлап сыҡҡанға инде бер сәғәт булып килә. Ҡыҙыҡ, тегеләр һиҙмәнеме икән? Арттан ҡыуа төшһәләр? «Гаишник»тарға тап булмай ғына Әбйәлилемә сыға алһам ине. Ҡалғаны өсөн һис ҡайғырмайым: милицияға барам, машинаны тапшырам һәм бөтәһен дә һөйләп бирәм. Әлбиттә, нисек инде һин, элекке «мент», шундай хәлгә юлыҡтың, тип көлөрҙәр... Әммә ни хәл итәһең?»

Хикәйәмдең геройы әлегә тиклем ҡалала металлургия комбинатында тыныс ҡына эшләп йөрөй ине. Көндәрҙең береһендә паспортын алмаштырыу маҡсатында Асҡарға ҡайтып төштө. Өр-яңы документ кеҫәһенә инеп ятҡас, Ансар ауылға ҡайтып килергә булды, олоғайған әсәһенең хәлен белергә кәрәк. Автовокзалда торғанда уны берәү арттан килеп төрттө. Әйләнеп ҡараһа, алдында ике туған ҡустыһы баҫып тора. Уны уғрылығы өсөн бер нисә йыл элек төрмәгә япҡайнылар. Тимәк, срогын тултырып ҡайтҡан. Бер-береһен байтаҡтан күрмәгән туғандар һөйләшеп ултырыр өсөн «Алтынай» кафеһына йүнәлде. Ағалы-ҡустылы булһалар ҙа, өлкәне элек закон һаҡлаусы, ә кесеһе уны йыш ҡына боҙоусы булғаны өсөн башта улар араһында әңгәмә ҡоро башланды. Ләкин өҫтәлдәге араҡы шешәһе бер аҙ бушағас, телдәр асылды. Туғандарҙа үпкәләшеү ҙә онотолдо, бер-береһенә булған ерәнеү тойғолары ла юҡҡа сыҡты.

Байтаҡ ҡына иҫерә төшкән Ансар менән Вәсил янынан, әҙәпле генә рөхсәт һорап, ике егет буш ултырғыстарҙан урын алды. Танышып, һөйләшеп киткәс, уларҙың ҡаҙаҡ икәнлеге, беҙҙең яҡтарға бура эҙләп килеүе асыҡланды. Һүҙгә әүәҫ, алсаҡ егеттәр, төпсөнә торғас, ике башҡорттоң да ғаиләһеҙ, ирекле ир-ат булыуын белеп, үҙҙәренең яғына эшкә барырға өгөтләнеләр, «алтын» тауҙар вәғәҙә иттеләр. Үҙҙәренең йомартлығын күрһәтеп, өҫтәлгә ҡиммәтле араҡы ла ҡуйҙылар. Ләкин туғандар уларҙың тәҡдимен кире ҡаҡты.

Танышып һөйләшеүҙәр күпме дауам иткәндер, унан нимә булғандыр, яҡташтарыбыҙ иҫләмәй. Улар ҡаҙаҡтарҙың араҡыға клофелин ҡушҡанын белмәй ине әле.

Иртәнсәк беренсе булып Ансар уянды. Был ни хәл?! Башы зыңҡып һыҙлай, ҡоҫҡоһо килеп, уҡшыта... Аҫта йылы түшәк урынына бысраҡ һалам... Уяныусы абайлабыраҡ ҡараһа, улар таштан һалынған мал һарайы иҙәнендә ята... Һис бер нәмә аңламаған Ансар янында бөгәрләнеп йоҡлаған ҡустыһын һелкетеп уятты. «Беҙ ҡайҙа ул?» – тигән һорауға ул да аптырап ҡалды. Икәүһенең дә кеҫәһе буш булып сыҡты, мобильниктарҙан, аҡсанан, документтарҙан елдәр иҫкәйне...

Уларҙың уяныуын көткәндәрме ни, күп тә үтмәне, һарай ҡапҡаһы шығырлап асылды. Унда – олоғая төшөп, сәсенә сал ҡунған, йыуан ҡорһаҡлы ир ишараты баҫып тора ине. Ул һаулашып та торманы, ҡырыҫ ҡына, урыҫсалап:

– Ну, туғандар-бухариктар... Тиҙ генә йыуынығыҙ ҙа өҫтәлгә. Һөйләшәһе һүҙҙәр бар, оҙаҡ көттөргәнде яратмайым, – тине лә әйләнеп сығып китте. Тышҡа сыҡҡас, Ансар тирә-яҡҡа күҙ һалды: ҡапҡа эсе киң, ҡыҙыл кирбестән эшләнгән ҙур йорт. Бындағы техника... дүрт төрлө марка еңел машина, «Беларусь» тракторы, «ЗИЛ» йөк машинаһы, тағы әллә ниндәй трактор тағылмалары, сәсеү-урыу агрегаттары...

Веранда янындағы ике алмағас төбөндә ултырған ҙур өҫтәл артында уларҙы теге йыуан ҡорһаҡ көтә ине. «Бухариктар», йыуынып алғас, өнһөҙ генә йорт хужаһының ҡаршыһынан урын алды. Тегенеһе киң маңлайындағы ҡуйы ҡаш аҫтына йәшенгән ҡыҫыҡ күҙҙәре менән тишерҙәй булып һөҙөп ҡараны ла һүҙ башланы:

– Тәк, мужиктар... Бөгөндән башлап миңә эшләйәсәкһегеҙ... Ҡасан ҡайтарырмын, күпме түләрмен, уныһын күҙ күрер. Әгәр мутлашып маташһағыҙ, ҡәберегеҙ ошонда буласаҡ...

Ҡапыл ризаһыҙлыҡ белдереп, урынынан һикереп торған Вәсил һүҙҙәрен бүлде. Уның: «Тағы нимә кәрәк һиңә?! Кишеремде тот, май мискәһе!» – тип аҡырыуы булды, әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан өс егет (араларындағы икәүһен Ансар таныны, кисәге кафелағы ҡаҙаҡтар ине) резина таяҡ менән эләктергеләп ташланы. Өндәшмәй тыныс ултырған ағаһына ла «өлөш» тейҙе. Әгәр ҙә Ансар: «Ярай, ярай, зинһар, туҡтағыҙ! Уның бит төрмәлә нервылары ҡаҡшаған! Әлбиттә, беҙ эшләйәсәкбеҙ. Бында беҙгә бик тә оҡшайсы, шулай бит ҡустым?» – тип хәйләләмәһә, тегеләр бик ихлас һелтәнә башлағайны.

Шулай итеп, туғандарға сараһыҙлыҡтан ризалыҡ бирергә тура килде. Өҙлөкһөҙ күҙәтеү аҫтында иртә таңдан ҡара кискә тиклем бил бөктөләр. Бындай бай, ҙур хужалыҡта эш етерлектең аръяғы ине. «Берәй уңайлы ваҡыт килеп сыҡһа, ҡасырбыҙ әле», – тигән өмөт менән йәшәне улар. Туғандарҙан башҡа бында тағы ике тотҡон бар ине. Береһе башҡорт, икенсеһе – украин. Тәүгеһе бында алтынсы йыл икән. Эш хаҡын бер ваҡытта ла түләмәгәндәр. «Нишләп ҡасмайһың?» – тигән һорауға ул: «Башта бер нисә тапҡыр ынтылып ҡараным да ул... Барыбер эләктереп алдылар һәм ҡаты туҡманылар... Саҡ тере ҡалдым. Хәҙер күндем инде. Ҡайтыр инем дә ул, тик бына алименттарым байтаҡ йыйылып киткәндер инде... Төрмәгә ябыуҙарынан ҡурҡам. Тик шуныһы ҡыуаныслы – бында булғаны бирле араҡыны ауыҙыма ла алғаным юҡ. Дин тота башланым, хәҙер бөтә аят-сүрәләрҙе яттан беләм, намаҙ ҙа уҡыйым. Быға хужа ҡаршы килмәне, тик хупланы ғына. Уның миңә ҡарата ихтирамы ла артты. Йома һайын үҙе менән мәсеткә алып йөрөй, өҫ-башыма ни теләйем, шуны алып бирә. Үҙемә бәләкәй генә өй ҙә һалып бирҙе, хохол менән бергә йәшәйбеҙ... Юҡ, тыуған яҡҡа ҡайтмайым... Үҙегеҙ беләһегеҙ беҙҙәге эскелектең көслөлөгөн. Ә бында, ҡаҙаҡтар араһында, дин тотоу, әҙәп һаҡлау өҫтөнлөк итә», – тип яуап бирҙе. Икенсеһе лә ҡаҙаҡ хужаһына үпкәләмәй, тик рәхмәт кенә уҡый, уларҙың телендә яҡшы һөйләшә. Украин ҡасандыр Силәбе өлкәһенә үҙ иленән эшкә килгән булған: «Хәҙер Украина сит ил... Ә минең документтарым да юҡ... Күпме «бомж» булып йөрөгәнмендер инде... Хәҙер тере лә булмаҫ инем, әгәр бында килеп эләкмәһәм. Бында миңә ожмах ҡына, ә ҡайтыу юлы мәңгелеккә ябыҡ. Өҫтәүенә, унда мине көтөүселәр ҙә юҡ. Тик бер теләгем: кешесә ерләһендәр ине».

Хужа тыныс ҡына эшләп йөрөгән яҡташтарыбыҙға ышана башланы шикелле. Хәҙер Вәсил менән Ансар үҙҙәре генә һарыҡ көтә башланы. Көндәрҙең береһендә хужа ғаиләһе менән алыҫҡа ҡунаҡҡа китте, донъя көтөргә бәләкәй улы ҡалды. Ағалы-ҡустылылар йәшергән урындарынан аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алып, көтөүҙе иртә менән алып сыҡты. Бөгөн улар ҡасырға тейеш. Киң далала һарыҡтарҙы таратып ебәргәс, Ансар кире уйланы: «Һин үҙең генә ынтыл. Шунса малды ҡараусыһыҙ ҡалдырып китеүе ҡурҡыныс. Аҙаҡ артыбыҙҙан килеп, һарыҡтар тулмай, тип судҡа бирерҙәр, теңкәне ҡороторҙар. Һин, ҡайтып еткәс тә, милицияға бар... Минең өсөн хәҙер килеп етәсәк элекке иптәштәрем», – тип аңлатты ҡустыһына. Вәсил бер нәмә лә өндәшмәне, ағаһын ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты ла, әйләнеп яҡындағы ағаслыҡҡа инеп юғалды.

Көтөүҙе яңғыҙ алып ҡайтҡанын күргәс, бәләкәй хужа Ансарға ҡустыһын таптырып ҡаҙалды, ҡаты һүгенде, ҡамсыһы менән һелтәнде, ләкин ҡул күтәрергә баҙнат итмәне, яңғыҙы булғанғалырмы, ҡурҡты. Ике көндән ҡунаҡтан ҡайтып килгән хужа алдында Ансар белмәмеш булып ҡыланды. Ошо хәлдән һуң уны көтөүгә ебәрмәнеләр, ихата эсендә эшкә ҡалдырҙылар.

Көндәр үтә торҙо, ләкин тыуған яҡтан тотҡонлоҡтан ҡотҡарырға килеүселәр күренмәне. Бер ваҡыт хужа үҙ биләмәһендә техникаһы өсөн ҙур итеп шлакоблоктан гараж һалдыра башланы. Ансар шунда ялланған ике ташсыға ярҙамсы булып йөрөнө. Тегеләр мәҙәк кешеләр булып сыҡты. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем ең һыҙғанып, Ансарҙы хәлдән тайҙырғансы йүгертеп эшләтәләр ҙә төнө буйы йырлашып, эсеп сығалар. Хужа уларға бер иҫке «Жигули»йын биреп ҡуйҙы. Шул машина ҡапҡа тышында ултырып ҡалғайны. Бер нисә көн уны йөрөтөүсе, урынына индереп ултыртыусы булманы. Ансар шул «Жигули»ға «айыу майы» һөртөргә булды: үткән-һүткәндә ҡараштырҙы, үҙләштерҙе, уңайлы ваҡыт еткәнен көттө. Бер төн ташсылар, ғәҙәттәгесә, эсеп-олошоп тынысланғас, Ансар, бесәй кеүек баҫып, тышҡа сыҡты...

Ҡараңғы төн... Бар тереклек тәрән йоҡола... Тик хужаның төнгөлөккә бәйҙән ысҡындырылған башмаҡтай эттәре аяҡ аҫтында буталды, әммә тауыш сығарманылар. Ҡойроҡтарын болғап, морондары менән төрткөләп иркәләнгән овчаркаларҙы Ансар үҙенә өйрәтеп алғайны. Машинаны йорт янынан этеп алып китеп, аулаҡ урында ҡабыҙып ебәреүе оҙаҡ булманы.

Бына ул «Силәбе – Магнитогорск» трассаһынан елә. Иң ҡурҡҡаны – Пласт ҡалаһы янындағы «КПМ» артта ҡалды. Хәҙер алда башҡа постар юҡ, бензин етерлек, ваҡыт та иртә әле. «Баҫырға ла баҫырға... Хәҙер инде күп ҡалманы...» – тип уйланы Ансар. Ләкин шоссе буйлап ҙур тиҙлектә килгән «Жигули» уйламаған урында, Степное ҡасабаһы тапҡырындағы кафе янында машиналар араһында, йәшенеп ултырған «гаишник­тар»ҙың иғтибарын йәлеп итте, һәм улар йылпылдатҡыстарын яндырып, арттан төштөләр. «Их, йәшенеп ултырғандар... тиҙлекте кәметһәм була бит инде... Туҡтамайынса әмәл юҡ, хәҙер улар рәхәтләнеп артыңдан ата башлаясаҡтар», – тип уйланы машина ҡыуыусы.

Милиция лейтенанты һәм сержант Ансарҙы иғтибар менән тыңланы. Унан офицер ауыр көрһөндө лә:

– Мин был машинаны таныйым, хужаһын яҡшы беләм... Беҙҙең яҡтарҙа бик абруйлы кеше ул, шуға ла ебәрә алмайым. Әлбиттә һөйләгәндәреңә ышанам... Аптырайым мин һеҙгә, башҡорттарға! Ниңә шундайҙарҙың ҡармағына еңел ҡабаһығыҙ? Хәҙер машинаның хужаһын саҡыртам, һеҙ, мосолмандар, үҙ-ара нисек тә килешерһегеҙ әле. Элек милицияла эшләнем, тиһең, үҙең аңлайһың, хәҙер алып китеп бикләһәм... мотлаҡ һине машина урлап алып киткән өсөн төрмәгә ябасаҡтар, – тине лә ҡулдарына бығау кейҙерҙе.

Азатлыҡ вәғәҙә иткән таң, офоҡто алһыуландырып һыҙылып атҡанда хикәйәмдең геройы ҡанға батып, мал һарайының бысраҡ иҙәнендә иҫһеҙ аунай ине. Аңына килгәс, уны хужаның өс улы елтерәтеп һөйрәкләп аталарының ҡаршыһына килтереп ултыртты. Табаҡтай түңәрәк һимеҙ биттәге таныш ҡыҫыҡ күҙҙәр тишерҙәй булып текләне, ауыҙ тулы алтын тештәр сәйнәп ташларҙай булып шығырланы:

-Нимә һин, һаҫыҡ башҡорт, тормоштан ялҡтыңмы әллә?! Ҡыҫҡаһы, башҡаса ҡасмайым тип, һүҙ бирһәң, ғәфү итәм һәм йәшәү бүләк итәм! Йә, мин көтәм...

Типкеләнеп ҡаты туҡмалған тотҡондоң бөтә тәне һыҙлауына түҙә алмай сайҡалып ултыра биргәс:

– Хөрмәтле, хужа... Кисәгенән баш геүләй бит әле, уны төҙәтергә кәрәк... Ташсыларың мул һыйлап ташлағайны... Шунан ғына яуап бирә алам, – тип бышылданы. Көтөлмәгән яуапты ишетеп, ҡаҙаҡтың хихылдауы булды, малайҙары ҡорһаҡтарын тотоп, шарҡылдарға тотондо. Шулай ҙа өҫтәлгә асылған бер шешә «Шаляпин» араҡыһы менән ҡырлы стакан килеп ултырҙы. Ансар башта: «Бына күрегеҙ ағайығыҙҙы», – тигән кеүек эргәһендәгеләргә күҙ йөрөтөп сыҡты ла шешәнең муйынынан күтәреп «ғолт-ғолт» итеп һемерә башланы. Быны мәҙәк күргән хужаның малайҙары тағы ла «о-һо-һой»лашып хихылдарға тотондо. Тик был юлы аталары уларға ҡушылманы, сабыр ғына яуап көтә бирҙе. Ғүмерендә былай итеп араҡы эскәне булмаһа ла, Ансар сәсәмәй бер күтәреүҙә шешәнең төбөнә етә яҙҙы.

– Туҡта әле, хужа, әҙерәк тын алайым да. Бындай ҡиммәтле араҡыны күргәнем дә юҡ, рәхмәт... – тип ваҡытты һуҙҙы. Араҡы шауҡымы үҙенекен эшләне: бөтә тәне буйлап рәхәтлек йүгерҙе, ләззәттән күҙҙәре йомолдо. Ансар үҙен бала сағындағы яратып ҡараған «Кеше ғүмере ??? яҙмышы» фильмындағы немец фашистары алдында түшенә икмәк ҡыҫып баҫып торған иҫерек концлагерь тотҡоно Соколов кеүек хис итте. Унан кинәт иҫенә килеп: «После первой не закусываю», – тип шыбырлап, ҡалған араҡыны һемереп ҡуйҙы ла, хужаһына текләп:


– Эй һин, һимеҙ күркә... Әгәр мин теләгәнде үтәмәһәм... Әгәр һүҙ бирмәһәм, – тип һүҙҙе оҙонға һуҙырға уйлағайны, ҡаршыһындағы сығырынан сыҡты:


– Эх, һин, әҙәм аҡтығы! Алкоголик! Миңә шарт ҡуяһыңмы әле! Һин кемгә кәрәкһең был донъяла!– тип аҡырынды ла, түш кеҫәһенән паспорт сығарып, йән асыуы менән ботарлап йыртҡыслай башланы. «Эх, яңы ғына алғайным. Тағы артынан йөрөргә тура килә инде» – тигән уй мейеһен киҫеп үтте, тотҡондоң күңелендә нәфрәт утын тоҡандырҙы. Көтмәгәндә төкөрөк сәсеп шарылдаған хужаның һүҙҙәрен өҙөп, маңлайында сартлап шешә ярылды...

Был юлы нығыраҡ эләкһә лә, Ансар иҫен юғалтманы, хәленән килгәнсә ҡаршы һуғышты. Хәлдән тайған туҡмаусылар уны тағын һарай эсенә индереп ырғытты. Уларҙың уртансылары тотҡондоң муйынына бысаҡ терәне лә:

– Бөгөн кис һине язалау көтә! Был донъяға тыуғаның өсөн йөҙ тапҡыр үкенәсәкһең, ҡәбәхәт! Атайҙың маңлайы өсөн тереләй телгеләйәсәкбеҙ беҙ һине, алкаш! – тип янап сығып китте.

Тамам иҫергән тотҡон һүгенеп дошмандарын әрләне, йырлап маташты, ахыр сиктә үҙе менән һөйләшә башланы:

– Бына шулай, Ансар... Ошоға тиклем күпме үлем менән күҙмә-күҙ осраштың, әммә ул һәр саҡ урап үтте... Ҡара һин уны, был юлы ебәргеһе килмәй бит, ә? Ҡайһылай ныҡ йәбешкән! Васил ҡусты ла юҡ...

Ҡырҡылған яралы башта төрлө уйҙар ҡайнашты, тупраҡ саңы ҡатыш ҡанлы сикәләрҙә эҙ ҡалдырып, әсе күҙ йәштәре ағылды...

Күпме ятҡандыр, ҡабырғалары һыҙлауынан арынырға теләп, ултырырға уйлап ҡулдарына таянғайны усында ауыртыу тойҙо. Унда хужаның маңлайын ярған шешәнең ярсығы ине...

Артабан әллә мул һемерелгән араҡы үҙенекен эшләнеме әллә сараһыҙлыҡтан, ғәрлектән әрнеп янған йөрәк ҡушыуы булдымы Ансар шул быяла киҫәге менән ҡулындағы ҡан тамыры өҫтөнән бер нисә тапҡыр тартты. «Бына шулай, дуҫҡайым... Әжәлгә үҙебеҙ ҡаршы барайыҡ... Теге башкиҫәрҙәр телгеләп, киҫкеләп үлтергәнен көтөп ятмайыҡ әле. Ярай, аҙмы-күпме йәшәнең бит инде, еткән... Һин тормошто яраттың, ә ул – һине юҡ... Тик теге донъяла үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙы Аллаһы Тәғәлә ожмахҡа индермәй, тиҙәр. Ярар, түҙербеҙ әле... Бында ла тыуғандан алып рәхәтлек күрмәнең...»

Беләк буйлап мул аҡҡан ҡан әкренләп тотҡондоң хәлен ала башланы: башы ауырайып, эйәк түшкә терәлде; һүнә барған күҙ нурҙарын ҡаплап керпектәр ҙә ҡурғашланып ябылды, һөйләшә алмай башлаған телде йәшереп, күгәргән, онталған ирендәр ҙә ҡымтылды. «Үлем бына нисек килә икән», тигән һуңғы уй мейене киҫеп үтте. Хәҙер инде хикәйәмдең геройы һуңғы төштәрен күрә ине...

...Ҡуйы томан эсендә айырылған ҡатыны ҡулдары менән һелтәнеп әрләй. Йоҙроҡ төйөп янай... Өндәге мәңге һағынған, юҡһынған балалары Әнисә һәм Руслан кемуҙарҙан ниҙер һөйләй, һүҙҙәрен аңлап булмай... Бына әсәй... Ул ап-аҡ кейемдә ихлас йылмайып, ҡайҙалыр саҡыра, ә томан һаман ҡуйырғандан ҡуйыра, хәҙер инде бер кемде лә танып булмай. Тауыштар ҙа һүнә барып алыҫлаша. Бына бар донъяны ҡараңғылыҡ йотоп алды.

Эңер төшә башлағанда һарайға яуыз уй менән инеүселәр – хужаның улдары йәшәү менән үлем араһында тартҡылашҡан тотҡондарын күреп ғауға ҡуптарҙы.

Ансар был яҡты донъяға оҙаҡ ҡайтты. Әле бында, әле әхирәттә булды. Ләкин көслө организм үҙенекен эшләне, үлемде еңеп сыҡты. Ярым иҫенә килгәндә ниндәйҙер аҡ кейемле фәрештә уның менән булыша кеүек ине. Уның кем менәндер һөйләшеүенән ҡолаҡҡа береһенең: «Доктор, аҡса йәлләмәйем... Минең туғаным... Юлда табылды». Икенсеһенең: «Ҡан группаһы? Ваҡытында алып килгәнһегеҙ... Плазма... Нормально», – тигән өҙөк-өҙөк һүҙҙәр салынды.

Бөтөнләй аңына килеп, күҙҙәрен асҡас, Ансар үҙенең ҡайҙа ятҡанын аңламаны. Эргәһендә сыуаланған йыуан ҡатынға һүҙ ҡушҡайны, уныһы сәрелдәп, кемделер саҡырып, янынан юғалды. Күп тә үтмәне, башы аҡ бинт менән бәйләнгән йыуан ир килеп инде. Ансарға ул бик таныш әҙәм, ҡайҙалыр күргәндәй тойолдо, ләкин иҫенә төшмәне.

Элек йылы һүҙ ишетмәгән, ҡол булып бушҡа бил бөккән тотҡон, хәҙер хужаның өйөндә иң ҡәҙерле кешегә әйләнде. Карауатта хәлһеҙ ятҡан Ансарға иғтибар көслө булды. Бер көн табип килеп ҡарап китһә, икенсеһендә ниндәйҙер ҡарт әбей әллә ниндәй майҙарын һөрткөләп, әсе, ҡырҡыу тәмле шыйыҡсаһын эсереп китер ине. Ауырыу, ята торғас, үҙенең һуңғы дошмандары йортонда ятҡанын аңланы. Ләкин хужа ла, улдары ла элек ни булғанын иҫкә төшөрмәне, ауырыу ҙа белмәмеш булды. Ансар бик тиҙ аяҡҡа баҫты. Әлбиттә, дарыуҙарға һәм яҡшы тәрбиәгә ҡарағанда тыуған яҡтарға ҡайтыу теләге көслөрәк булып сыҡты. Ирекле «тотҡон» Ансарҙың яҡташы, көн дә уның янына килеп хәлен белеп торҙо. Доғаларын уҡыны, ауырыуға ла өйрәтте. Кеше рәтенә ингәндә Ансар Ҡөрьәндең иң көслө сүрәләрен яттан белә ине инде.

Бер көндө йорт хужаһы бөтөн туған-тыумасаһын ҙур табынға йыйҙы. Ансар ҡәҙерле ҡунаҡ булды. Уның кем икәнен һораусы, төбәшеүсе булманы. Бындай күңелле табын күргәне юҡ ине элекке тотҡондоң. Думбыра, баянға ҡушылып йырланған дәртле йырҙар, ҡунаҡтарҙың бейеүҙәре ҡаҙаҡтарға ҡарата күңел төбөндәге ауыр уйҙарҙы, үпкәләрҙе бөтөнләй юйҙы. Уның араһында Нурбәк (хужаның өлкән улы): «Ҡунаҡ, үҙеңә ҡатын һайла, туғанлашырбыҙ», – тип шыбырлап оҙон өҫтәлдең осонда теҙелешеп ултырған дүрт ҡатынға ымланы. «Бөтәһенең дә ирҙәре вафат булып ҡалғандар», – бөйөрөнә төртөп күҙ ҡыҫты. Уның тәҡдимен кире ҡыйырға баҙнат итмәне Ансар, яуап урынына баш һелкеп йылмайҙы. Был ваҡытта уның күңелен икенсе уйҙар борсой ине. Табынында ризыҡтың муллығынан ҡаҙаҡтарҙың ашауға әрһеҙ халыҡ икәнен аңланы: тәрилкә артынан тәрилкә төрлө аш килеп бушап китеп тора, ә өҫтәлдә ултырған төрлө араҡы, шараптарҙы бер нисә кешенән башҡа ауыҙ итеүсе булманы.

Иртәгәһенә, ҡунаҡтар оҙатылып бөткәс, Йософ (хужа) улдарын, Ансарҙы өҫтәл артында ҡалдырҙы. Етди ҡарашы менән ир-аттарына күҙ йөрөтөп сыҡты ла, яралы маңлайын һыйпап:

– Шунан, улым, үҙеңә ҡатын һайланыңмы? Әйт, ҡайһыныһы оҡшаны, Хәҙер үк никах уҡытабыҙ, – тип элекке ҡолона йылмайҙы. Тегенеһе көтөлмәгән һорауҙан уңайһыҙланып, юғалып ҡалды, ләкин тиҙ арала яуап бирергә көс тапты. Ҡунағының айырған ҡатынын һаман яратыуын, киләсәктә барыбер ҡауышасаҡтар тигән өмөт менән йәшәүен белгәс, башҡаса йөҙәтмәне, тамаҡ ҡырып һүҙ башланы:

– Бына, улдарым, ысын ир ошолай була. Мин баштан аңланым уның кем икәнен. Ансар тормоштоң ҡәҙерен белгән кеше – ирмен тигән ир. Һеҙ уны бында яңылыш алып килгәнһегеҙ, уландар. Беҙ, уның ихтыярын һындырабыҙ, тип артыҡ ҡыланып ташлағанбыҙ... Саҡ башына етмәнек инде. Күптәр үтте минең ҡулдан, Ансар улым. Үҙемде Аллабыҙ алдында гонаһлы итеп уйламайым. Сөнки эскесе, урам һепереп йөрөгәндәр, төрлө шантрапалар мосолман түгел. Минең өсөн улар – хайуандар. Шуға күрә лә ундайҙарҙы улдарымдан аулатып, аяуһыҙ эшкә егәм, бикләп тотам. Шундай матур тормошто, кешеләргә йәшәргә ирек бирмәй, аҙып туҙып йөрөгәндәрҙең бөтәһе менән дә шулай итер инем мин. Бына һин ундайҙарға оҡшамағанһың... Хәҙер, улым, юлға йыйын. Нурбәк менән Амангилде һине тыуған илеңә алып барып ҡалдырыр. Эшләгәнең өсөн аҡса бирәм, ә паспортыңды яңынан алырға тура килмәҫ. Мин үткәндә икенсене йыртҡыланым... Юлың төшһә, килеп тор. Иң ҡәҙерле ҡунағыбыҙ булырһың. Ярай, хуш, – тип һаулашты Йософ – йорт хужаһы.

Төш ваҡыты еткәндә «БМВ» машинаһы Ансарҙы Асҡарҙағы «Алтынай» кафеһы янында ҡалдырҙы. Нурбәк менән Амангилде туғандарса ҡосаҡлашып хушлашты ла кире юлға ашыҡты. Икенсеһе: «Ярай, ағай кеше, беҙ ҡабаланабыҙ. Һеҙҙең урынығыҙға икәү табып алып ҡайтырға кәрәк. Атай шулай ҡушты», – тине. Арттарынан оҙаҡ ҡарап торҙо Ансар, шунан кафе яғына ерәнес итеп ҡараны ла, аҫҡа, автовокзалға табан атланы. Бында ни аҙым һайын таныштар. Уларҙың береһенән ҡустыһы Васил тураһында һорашҡайны: «Ул төрмәнән ҡайтҡан. Хәҙер, калдырить* итеп йөрөй», – тигән яуап алып, тынысланды. «Тимәк имен-аман ҡайтып еткән, әммә милицияға бармаған. Ярай, бик яҡшы, исмаһам, әҙәм көлкөһөнә ҡалмаҫмын. Ул кешегә һөйләһә лә, барыбер берәү ҙә ышанмаясаҡ...» – тип уйланы хикәйәмдең геройы.

*«Калдырь» – ул беҙҙең яҡта аҡса, тәмәке һорап «Уңыш» магазины эргәһендә йөрөүсе.


Мансур БАҺАУВ.


Әбйәлил районы.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: