Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
18 Апрель 2023, 11:38

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты нисек һәм ҡайҙа яҙырға?

20 апрелдә онлайн һәм офлайн форматта башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрелә.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты нисек һәм ҡайҙа яҙырға?
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты нисек һәм ҡайҙа яҙырға?

Офлайн майҙансыҡтар исемлеген акцияның рәсми сайтында ҡарарға һәм теркәлергә мөмкин.

20 апрелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

— сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;

— 12-се яртынан 12-гә – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;

 1-се 5 минуттан 1-се яртыға  – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн.

Яҙып бөткәс, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, 2023 йылдың 23 апреленә ҡәҙәр [email protected] электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа ебәрергә кәрәк.

Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә https://bashdictant.ru/ сайтына урынлаштырыла.

Быйыл да акцияның алып барыусыһы – алыштырғыһыҙ Наил Юнысов, ул дүртенсе йыл инде диктанттың тура эфирын алып бара. Диктант тексын Салауат Сәғитов, Илшат Вәзиғәтов һәм ҡаҙаҡ милләтенән булған башҡорт теле уҡытыусыһы Ильяс Һағынбәк уҡый, уларҙы профессор-филологтар әҙерләй.

Акцияны ойоштороусылар  —Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: