Яңауыл ауылынан Бәҙерниса апайым ҡунаҡҡа ҡайтты. Апайым менән Кесе Эйекте кисеп, арғы яҡҡа Вәхиҙә апайымдарға сығып барабыҙ. Бысылған өйәңкене күреп апайым:
-Был өйәңкегә нисек менеп, нисек бысып төшөрмәк кәрәк! Һыуға йығылып бер ерҙәрен һындырып ҡуйһалар!”-тине ғәжәпкә ҡалып.
-Ботаҡҡа баҫып бысҡандарҙыр, уға нишләп аптырайһың?-тинем мин. Апайым һаман:
-Баштары әйләнмәгән икән?-тип үҙенекен һөйләй. Мин көлөп:
-Күлмәк тегеп бирһәң, өйәңке башына менеп күрһәтәм!”-тинем. Сөнки апайым ауылда танылған тегеүсе ине.
-Мен әйҙә, алып бирәм! Яртыһына етә алырһың микән?-тине көлөп апайым. Тиҙ генә сисендем дә, бесәй кеүек үрмәләп, өйәңке башына менеп тә киттем,(сөнки малайҙар менән бер рәттән, Мәҙинә менән мин генә, шул өйәңке башына менеп, һикереп, һыу инә торған инек.)
Шулай итеп, өйәңкенең бысылған осона менеп баҫтым да, апайыма ҡул болғаным. Апайым:
-Төш, һиңә ҡарап башым әйләнә! Аллам һаҡлаһын, яңғылыш баҫып йығылып төшөрһөң!-тип ҡысҡырҙы. Тағы нимәлер әйтте, тик мин ишетмәнем. Сөнки апайымды ҡурҡытыр өсөн, сәбәләнә-сәбәләнә, осоп төшкән кеүек аяҡ –ҡулымды болғай –болғай һыуға һикерҙем. Әле һыу төбөндә ағас тамырына йәбешеп тыным бөткәнсе ултырҙым да, өҫкә ҡалҡып килеп сыҡтым.....
Яр башында Бәҙерниса апайым юҡ ине инде. Өҫкә менеп ҡараһам, “Рәхимә һыуға батты,”-тип ҡысҡырып, картуф баҡсаһы аша өйгә югерә. Мин көлө-көлә, күлмәгемде эләктереп, апайым артынан
-Апай, мин бында! Батманым! -тип ҡысҡырып, уның артынан йүгерәм. Ә ул мине ишетмәй ҙә! Һарай артына килеп еткәс кенә әйләнә ҡуйҙы. Мине күрҙе. Бер аҙ ғына аптырап тоҙо. Аҙаҡ миңә ҡаршы югереп килде лә, сәсемдән тотоп, картуф араһына йығып һалды. Мин:
-Апай күлмәк алып бирәһеңме ?-тип, һаман көләм. Апайым:
-Бына һиңә күлмәк! Бына һиңә күлмәк !-тип минең башты төйөүен белә.
Йылдар үткәс кенә аңланым мин.
Ысынтылап та, өйәңке төбөн, күрәһең, яҙғы һыу ныҡ ҡына ҡаҙып, Кесе Эйек йылғаһының ул ере тәрән булыр ине. Һыу төбөндә ағастың тамырҙары тирә-яҡҡа һерәйешеп торор ине. Апайым бит дөрөҫ ҡурҡҡан! Сыға алмайынса. шул ботаҡтың бер осона ғына эләгеп торһаң!
Юҡҡа ғына," их тиле йәшлек,” –тип әйтмәйҙәр икән шул.
Ә Бәҙерниса апайым миңә бер йыл үткәс, май байрамына матур итеп алты клинләп күлмәк тегеп бирҙе лә:
-Был һинең һикереп мине ҡурҡытҡаның өсөн түгел, бер ерең дә һынмай, иҫән ҡалғаның өсөн! Шунда батып үлһәң нишләр инем икән?-тип, шул саҡты иҫенә төшөрөп илап ебәрҙе. Мин ул күлмәкте шул тиклем яратып, туҙғансы кейҙем.
Рәхимә Валиуллина.