Миңзилә апай Ғилфанованы тәүге тапҡыр былтыр Ҡарағайтуғай (Кинйәбулат) ауылында үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында күрҙем. Сәхнәнән ауылына, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атаһына бағышланған шиғырҙарын хисләнеп яттан уҡыны ул. Һәр һүҙе йыр кеүек ағылған шиғырҙарын иҫем китеп тыңлағаным, “Бына ул ҡайҙа талант, бына ул ҡайҙа тәбиғәттән бирелгән һәләт”, тип уйлағаным әле лә хәтеремдә. Шуға ла юлым Ҡарағайтуғайға төшкәндә Миңзилә апай менән яҡынданыраҡ танышырға булдым. Миңзилә Фәрит ҡыҙы мине ябайлығы, ихласлығы менән арбаны. Башҡорт ҡатындарына хас тыйнаҡлылығы һоҡландырҙы.
Бөтә ғүмерен тиерлек тыуған ауылына үткәргән Миңзилә апай бәләкәйҙән ижад итә. Хатта башланғыс класта уҡығанда диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән ағаһына арнап яҙған шиғыры “Пионер” журналында баҫылып сыҡҡан. Был журнал әле булһа Нәбиулла Кәримов исемендәге мәктәп музейында һаҡлана.
-Шиғыр менән ғүмер буйы юлдаш булдым. Өй эштәрен башҡарғанда, йә ҡул эше менән булғанда, ул күңелгә үҙенән-үҙе килә. Күберәк йәшәйеш, тормош ығы-зығыһы, тәбиғәт тураһында шиғырҙар тыуа. Туғандарымды, яҡындарымды ғүмер байрамдары менән ҡотлағанда ла теләктәремде шиғри юлдарға һалам. Ҡайһы берҙә һораһалар, үҙҙәренә лә ҡотлауҙар яҙып бирәм, – ти Миңзилә Фәрит ҡыҙы.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән Миңзилә апайҙың шиғырҙарын уҡығандан һуң уның ни тиклем тәрән хисле булыуын аңлайһың. Һәр шиғыры, тыуған яҡҡа арналған булһынмы, әллә туғандарынамы –һөйөү һәм ихтирам менән һуғарылған. Ижади күңелле апай ауылдың мәҙәни тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Бер концерт та ул йөрөгән “Ялан сәскәләре” ансамбленең сығышыһыҙ үтмәй.
Миңзәлә апай ижадҡа илһамды, моғайын, яратҡан ғаиләһенән алалыр. Шиғри күңелле апай – һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле һәм уңған әсәй, яратҡан өләсәй. Тормош иптәше Малик ағай менән дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, бөгөн уларҙың уңыштарына һөйөнөп, балалары менән ғорурланып йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары кейәүгә сығып Лилиә – Сибайҙа, Фирүза – Темәстә, Светлана Өфөлә үҙ тормоштары менән йәшәй. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, байрам һайын тыуған йорттарына ҡайтырға ашығалар. Ә өс ҡыҙҙан һуң көтөп алынған бер бөртөк улдары Руслан – ауылда, йорт һалып ята. Балалары ата-әсәләренә туғыҙ ейән-ейәнсәр бүләк иткән. Әйткәндәй, Миңзәлә апай быйыл “Суперөләсәй” район конкурсында ҡатнашып “Иң аҡыллы өләсәй” исеме алған.
Ҡарағайтуғай
Ниндәй матур минең тыуған ауылым,
Ҡарағайҙар күккә ашҡандар,
Мәктәп, мәсет балҡып тора
Ҡарап торһаң таңдар атҡанда.
Оло юл да яҡын ауылыма,
Алыҫ түгел Һүрәм йылғаһы,
Мондоратта аттар утлап йөрөй,
Күпереп үҫкән бында йыуаһы.
Их, минең матур ауылым,
Йәшәй һиндә уңған кешеләр.
Береһенең хәлен береһе белә,
Дуҫ йәшәйҙәр яҡын күршеләр.
Олотауым үҙе ни тора,
Ҡояш йоҡлай унда кис еткәс.
Ауылды һағынып ҡайталар
Сығып китһәләр ҙә буй еткәс.
Ҡайта йәше, ҡайта олоһо,
Һағындыра икән тыуған яҡтар.
Тәпәй баҫан ишек алдары,
Әсәй яҡҡан мейес-усаҡтар.
Ҡаҙандарҙа бешкән бутҡаһы,
Көлдә тәгәрәткән бәрәңге.
Икмәк еҫе илгә тарала,
Тыуған өйгә әйҙәй әҙәмде.
Атай йорто, әсәй тупһаһы,
Ишек алдым – йәшел келәмем,
Нигеҙ ҡотон һаҡлап торған
Туғанымдың ҡәҙерен беләмен,
Рәхмәт әйтеп башым эйәмен.
Ауылымдың исеме лә
Тап килә есеменә,
Ҡарағайлы, туғайлы
Минең Ҡарағайтуғайым.