Бөтә яңылыҡтар

Туған телдә һөйләшеү модалы булырға тейеш

Эйе, һуңғы йылдарҙа, ниһайәт, башҡорт теленә ҡарата иғтибар бермә-бер артты. Республика етәкселегенең телгә бәйле ҡырҡыу мәсьәләгә диҡҡәт итеүе, әсә телен һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән дәүләт программаларының, хуплау сараларының тормошҡа ашырылыуы, һис шикһеҙ, киләсәккә оптимистик ҡараш уята.

Радий Хәбиров, Республика Башлығы:  “Башҡорт теле, ысынлап та, яҡлауға мохтаж. Тәү сиратта битарафлыҡтан, әхлаҡһыҙлыҡтан, алдан күрә, эшләй белмәүҙән яҡлауға. Бөгөн күптәр башҡорт телен рәхәтләнеп үҙләштерергә әҙер. Уны бик зарури, модалы итеү мөһим. Барыбыҙ ҙа туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау өсөн яуаплыбыҙ”. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, 2019 йыл.

2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды. Коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың эшмәкәрлеге 2019 йылдың февраленән башлап ғәмәлләшеп килә. Маҡсаты – телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән граждандар башланғыстарына ярҙам итеү, бөтә йәш төркөмдәре араһында туған телде популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу, башҡорт телен цифрлаштырыу һәм уҡытыу ҡушымталарын булдырыу.  

Фонд ярҙамында бойомға ашырылған уңышлы проекттарҙың береһе – “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһына ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта: 2019 йылда сарала 70 мең кеше ҡатнашһа, быйыл иһә – 408 399. Ҡатнашыусыларҙың географияһы ла төбәк, ил сиктәренән сығып, донъя кимәленә етте. Тимәк, 2019 йылда халыҡ-ара акция статусын алған был сара киң йәмәғәтселектең иғтибарын башҡорт телен өйрәнеүгә йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, республикала, Рәсәй һәм сит илдәрҙә телебеҙҙе пропагандалау һәм популярлаштырыу ише маҡсаттарҙы тулыһынса ғәмәлләштерә тигән һүҙ. 

2023 йылда башҡорт теле буйынса тәүге онлайн-олимпиада үтте. Акцияла ҡатнашып, Рәсәйҙең 67 төбәгенән, 23 илдән йәмғеһе 27 614 кеше үҙ белемен һынаны. 2019 йылдың июненән башлап уҙғарылған “Башҡорт теле яңы өйрәнә башлағандар өсөн”, “Эшлекле башҡорт теле” курстары биш мең самаһы кешенең ҡыҙыҡһыныуын йәлеп итте. 2020 йылдан алып өс ай һайын “Башҡорт теле: яңы ҡараш” сараһы ойошторола. Уның сиктәрендә башҡорт телен популярлаштырыу йәһәтенән йөҙҙән ашыу проект тәҡдим ителгән. 2021-2022 йылдарҙа башҡорт телен белгән блогерҙар менән “Республика” блог-тур проекты бойомға ашырылды. 300 блогер тарафынан 12 сәйәхәт ойошторолған, уларҙы 5 миллион кеше ҡараған. 2022 йылда Рәми Ғариповтың юбилей датаһы уңайынан уҙғарылған   “Минең Рәми” төбәк-ара шиғриәт конкурсында 800-ҙән ашыу нәфис һүҙ оҫтаһы ҡатнашҡан.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ярҙамы менән бихисап уҡыу әсбаптары нәшер ителде: “Эшлекле башҡорт теле” (3000 дана), “Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0” (3000 дана), улар өсөн махсус мобиль ҡушымталар булдырылып (https://app.bashkorttele.ru/), үҙләштерелгәнде нығытыу өсөн 10 видеоматериал төшөрөлгән. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн “Әкиәттә ҡунаҡта” (1000 дана) уҡыу-дидактик әсбаптары нәшер ителде. Улар эсенә уҡыу китабы һәм башватҡыс шаҡмаҡтар йыйылмаһы ингән. 1500 дана тираж менән “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә туған (башҡорт) тел” уҡыу әсбабы донъя күрҙе. Нәшер ителгән продукция республикала ғына түгел, Силәбе, Свердловск, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында һатыла, улар менән 8 500 кеше файҙаланырға өлгөргән.

Туған телдәрҙе дистанцион өйрәнеү өсөн 2020 йылда “Туған тел донъяһы” тигән белем биреү платформаһы булдырылды (https://bash-mir.ru/); “Бергәләп башҡорт телендә” һәм “Башҡорт теле: Яңы ҡараш” уҡыу видороликтары, “Матур башҡорт теле” телевизион проекты төшөрөлдө( “Рәсәй-Башҡортостан”, “Бөтә Өфө”, “Башҡортостан - 24”, “Ҡурай-ТВ” телеканалдарында трансляциялана). “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһында “Башҡорт телен өйрәнеүгә тәғәйен минут” (“Минута Башкирского”) проекты старт алды. Һәр проект буйынса платформала 4-5 млн. кеше теркәлеүе иһә уларҙың популярлығы тураһында һөйләй. Бынан тыш, 2020-2022 йылдарҙа башҡорт теленән - рус, рус теленән башҡорт теленә онлайн-тәржемәсе булдырылды: https://bashkortsoft.ru/. Уникаль “ҡунаҡтар” һаны 766 меңде тәшкил итә.

 2021 йылдан алып “Интерактив башҡорт теле” электрон веб-ресурсы өҫтөндә әүҙем эш алып барыла (https://basic.bashlang.ru/). Бында башҡорт телен өйрәнеү өсөн 14 мобиль ҡушымта һәм ҡараусылар һаны 5 миллионға еткән популяр видеороликтар менән танышырға мөмкин. Рус һәм башҡорт телдәрендә булдырылған https://ramigaripov.ru/ сайтын да 540 меңдән ашыу кеше ҡарап өлгөргән. 2023-2024 йылдарҙа башҡорт телендә һөйләшкән “Һомай” аҡыллы колонкаһы ҡулланышҡа инде.

2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығында айырым структур бүлексә - Милли мәғариф идаралығы, ә Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге барлыҡҡа килде. 2019 йылда Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы, 2020 йылда Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Төбәк-ара форумы, 2023 йылдың октябрендә полилингваль белем биреү буйынса I Халыҡ-ара форум уҙғарылды. Һөҙөмтәлә, 2019-2023 йылдар арауығында Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларында, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында 8 полилингваль мәктәп асылды. 2024 йылда ошондай уҡ белем усаҡтарын Баймаҡ, Тәтешле райондарында асыу планлаштырыла. Бындай мәктәптәрҙең үҙенсәлеге - урындағы халыҡтың телен (башҡорт, татар, мари, удмурт һ.б.) тәрән өйрәнеү мөмкинлеге.

Төбәктә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” айырым дәүләт программаһы ҡабул ителде, дөйөм финанслау 3 520 621 мең һумды тәшкил итә. 2019 йылдан 2023 йылға ҡәҙәр 133 кабинет интерактив таҡталар, проекторҙар, ноутбук һәм күп функциялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 2019 йылдан алып Рәсәй төбәктәренең дөйөм белем биреү ойошмаларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 30 905 дана уҡыу һәм уҡытыу-методик әҙәбиәт ебәрелгән. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты базаһында туған тел уҡытыусылары, шул иҫәптән Рәсәй субъекттарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн бушлай квалификация күтәреү, һөнәри әҙерлек курстары үткәрелә. 2019-2022 йылдар арауығында башҡорт, татар, сыуаш, удмурт телдәре һәм әҙәбиәттәренән белем биргән 340 уҡытыусы квалификацияһын күтәрҙе. Йыл һайын башҡорт теле мәсьәләләре буйынса төрлө ғилми-ғәмәли конференциялар, форумдар, семинарҙар уҙа, профилле сменалар индерелә.

Полилингваль мәктәп уҡытыусыларына ярҙам итеү маҡсатында, 2019 йылда ике телле һәм полилингваль нигеҙҙә уҡытҡан уҡытыусыларға эш хаҡына 15 процент күләмдә өҫтәмә түләү билдәләнгән. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының туған телдә уҡытыу төркөмдәрендә эшләгән тәрбиәселәрҙең һәм педагогтарҙың эш хаҡы 15 процентҡа арттырылған. Быйыл иһә республиканың полилингваль мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына 20 процент өҫтәмә түләү индерелә, был уларҙың дөйөм эш хаҡы кимәленә һиҙелерлек йоғонто яһаясаҡ.

2022 йылда “Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” һөнәри оҫталыҡ конкурсы булдырылды. 2023 йылдан “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” һәм уның сиктәрендә уҙған “Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика конкурстары еңеүселәре һәм лауреаттары төбәк Башлығы премияһы менән бүләкләнә. Былтыр шулай уҡ иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тәғәйен республика Хөкүмәте премияларының һаны 50-нән 100-гә тиклем арттырылды. 50 мең һум күләмендәге аҡсалата дәртләндереү сараһына дәғүә итеүселәр иҫәбенә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, республиканың полилингваль мәктәптәре педагогтары индерелде.

Башҡортостан Башлығы Указы менән 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Телде популярлаштырыу маҡсатында, 2019 йылдан бирле был көндә төрлө конкурстар, флешмобтар, акциялар ойошторола, урамдарҙа реклама баннерҙары урынлаштырыла. Радий Хәбиров ҡатнашлығында М. Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары менән берлектә мәғариф һәм мәҙәниәт йүнәлешендә саралар ойошторола.   

2019 йылда төбәктең Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсы булдырылды. Йыл һайын ошо маҡсат өсөн 50 миллион һум күләмендә аҡса бүленә. Был, тәү сиратта, ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге. Мәҫәлән, Башҡортостан Башлығы грантына Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты базаһында Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеүгә ярҙам итеү үҙәге асылды. 2021 йылда “Башҡорт теле - башҡорт иле” проекты ғәмәлләште – илдең ете төбәгендә башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса 9 йәкшәмбе мәктәбе эшләй башланы. Бынан тыш, “Иҙел” һәм башҡа полилингваль олимпиадалар уҙғарыла.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан 2019-2020 уҡыу йылында республиканың полилингваль күп профилле мәктәптәре педагогтарына грант ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән конкурс ойошторолдо. Һөҙөмтәлә, дөйөм суммаһы 2 760 000 һумды тәшкил иткән 48 сертификат тапшырылған.

2023 йылдың сентябрендә физик шәхестәр өсөн тәүге тапҡыр башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса проекттарға грант рәүешендә финанс ярҙам күрһәтеү йәһәтенән конкурс ойошторолдо. 10 эш дөйөм суммаһы 900 000 һумды тәшкил иткән матди ярҙамға лайыҡ тип табыла.

2023 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Полилингваль белем биреүҙә филологик дисциплиналарҙы уҡытыуҙың заманса технологиялары” тигән айырым магистр программаһы асылды. Бөгөнгө көндә I курсҡа 16 студент ҡабул ителгән.   

“Медиайыйын” республика журналистар форумы арҡылы, Өфө фән һәм технологиялар университетында 2022-2023 уҡыу йылында “Журналистика” йүнәлешендә башҡорт төркөмсәһе эшмәкәрлеге тергеҙелеп, 10 кеше ҡабул ителде.

2021 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданы Рәсәй Мәғариф министрлығы раҫлаған олимпиадалар һәм конкурстар исемлегенә индереү һөҙөмтәһендә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада лауреаттары һәм еңеүселәренә республикалағы юғары уҡыу йортона инеү өсөн 5-тән 10-ға ҡәҙәр балл өҫтәлә.

Йыл башында уҙған “Туған телдәр сәғәте”ндә Радий Хәбировтың: “Һуңғы йылдарҙа ғәмәлләшкән проекттар “остоҡ” тиеү менән ауаздаш. Улар йылдам темпта тормошҡа ашырыла һәм халыҡ ихтыяжына яуап бирә. Хәҙер беҙгә яңы нәмә уйлап табырға ваҡыт етте”, – тип билдәләүе иһә телебеҙҙең үҫешенә булышлыҡ иткән яңы офоҡтар, мөмкинлектәр асыуға бәрәбәр.  

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: