Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
14 Декабрь , 11:26

"Бер йүнәлештә эш алып барылһа, һөҙөмтә буласаҡ!"

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Ейәнсура район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Һүрәм ауыл биләмәһе башлығы Азамат Батыршин да ҡатнашты.

"Был осрашыуға Башҡортостандың төрлө райондарынан, күрше өлкәләрҙән һәм дә сит илдәрҙән делегаттар йыйылды. Мин мәғариф, фән һәм башҡорт телен, әҙәбиәтен үҫтереү буйынса секция ултырышында ҡатнаштым. Бында телде үҫтереү өсөн төрлө яңыса методик ҡулланмалар булдырыу, заманса алымдарҙы ҡулланыу, популярлаштырыу һәм дә ошо йүнәлештәге эштә ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең төп ролдәре хаҡында һөйләшеү үтте. Ғаилә, йәмғиәт һәм дәүләт бер йүнәлештә эш алып бара икән, һөҙөмтәһе буласаҡ! Осрашыуҙа беҙҙең депутатыбыҙ Әбдрәхимов Рәил Рамаҙан улын, уҡытыусыларым Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙын, Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙын, Вәлиева Гөлназ Дәүрәт ҡыҙын, тарихсы-ғалим Сәлихов Әхәт Ғөбәй улын күреп аралашыу һәм дә беҙҙең яҡташыбыҙ, әлеге ваҡытта Тәтешле район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләп йөрөүсе Шәйнурова Әлфиә Урал ҡыҙы менән танышыу ҡыуаныслы булды." - ти Азамат Фәйзулла улы.
Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: