Бер ауылда тыуып, бергә үҫкән, бергә егет булып етешкән ике дуҫ хаҡында яҙыуы ҡыйын икән. Нисек кенә итһәң дә, улар бер-береһенә оҡшар төҫлө тойола.
Бына үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ике күрше йәшәй, донъяға ике ир бала тыуа. Тәпәй баҫҡан ваҡыттан алып, бауыры ҡалҡҡан ир-егет йәшенә еткәнсе, улар бергә… Был ваҡыт эсендә улар сабый шатлығын бергә үткәрҙеләр, мәктәп ишеген бергә астылар. Ете йыл бергә уҡынылар, тәүге мөхәббәт һағышын да бергә кисерҙеләр. Улар хәҙер колхоз эшендә - бригадир ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләйҙәр. Нисектер, шулай ғәҙәткә инеп китте: бригадир һәр ваҡыт уларҙың икеһенең исемен бергә ҡушып: «Ярулла менән Мансур» тип йөрөтә башланы. Башта Ярулла исеме әйтелә, шунан, уға ҡушымта һымаҡ итеп, Мансур исеме өҫтәп ҡуйыла. Әйтәйек, былай: «һалам эҫкертләүгә - Ярулла менән Мансур бара», - ти. Хатта бер генә кеше эшләрлек эш булһа ла, бригадир унда Ярулланы ебәрергә була икән - Ярулла менән Мансурҙы ебәрә. Шулай ғәҙәткә ингән инде ул. Сөнки һәр кем Ярулла менән Мансурҙы айырылмаҫ дуҫтар итеп иҫәпләй.
Ике дуҫ егет гәҙәттә бер ҡыҙга ғашиҡ була тип һөйләйҙәр. Ундай ваҡиғала дуҫтарҙың береһе үҙенең тойғоларын ҡорбан итә лә иптәшенә юл ҡуя. Ярулла менән Мансур ундай егеттәрҙән түгел. Ярулла үҙенең Маһираға булған мөхәббәте тураһында тәүге тапҡыр һөйләгәс, Мансур: «Шул елбәгәйҙән башҡа ҡыҙ тапманыңмы ни?» - тип рәхәтләнеп көлдө. Ә Ярулла Мансурҙың Сәрбиен сүмәләгә оҡшатты. «Көсләп тә һөйләштереп булмай, бәҙерәйеп күҙеңә ҡарап тик тора», тип көлдө. Шул ваҡыттан алып улар кешеләр тураһында ғөмүмән бер фекергә килә алманылар. Был ике дуҫ хаҡында халыҡ телендә төрлө хәбәрҙәр йөрөй: берәүҙәр Ярулланы маҡтай, икенселәр - Мансурҙы, өсөнсөләр -- икеһен дә бер ҡалыпҡа һала. Нисек кенә булмаһын, егеттәр күп ваҡыт ихтирам менән телгә алыналар.
Ярулланы ҡыйыу егет, батыр һәм тәүәккәл кеше тип йөрөтәләр. Ысынлап та, уның ҡыйыулығы төҫөнә үк сығып тора. Ул ҡыҫҡа буйлы, йыуантыҡ таҙа кәүҙәле, киң күкрәкле, кирәм һалырға өлгөргән йәш имән һымаҡ булып, тамырланып үҫеп килгән ир-егет. Уның яҫы, түңәрәк битле, оҙон, ҡалын ҡашлы булыуы ла ҡиәфәтенә бер төрлө көс биреп тора. Ҡарамаҡҡа шулай ауыр кәүҙәле бүлһа ла, ул ғәжәп еңел һөйәкле һәм ҡыҙыу ҡанлы. Йәнләнеп һөйләгән сағында, уның һорғолт күҙҙәре янып, битендәге мускулдары һикергеләп тора. Ул һүҙҙе ер аҫтынан эҙләп ала торған кешеләрҙән түгел, уның һүҙҙәре һәр ваҡыт тел осонда ғына була. Һөйләгәндә ул өҙөп, киҫеп һөйләй, әйтер һүҙен һинең эсеңә ярып һала. Ләкин уның үҙен, һөйләгән һүҙенең мәғәнәһе түгел, ә тыңлау - сыға яһаған тәьҫире нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә лә ул үҙе бирелеп, йәнләнеп, һәр бер һүҙенә дәртле күңеленең бер киҫәген һалып тигәндәй һөйләй, үҙе тыңлаусының йөҙөндәге үҙгәрештәрҙе күҙәтә һәм, тыңлаусының ни дәрәжәлә тәьҫирләнеүенә ҡарап, һүҙенә ҡушып бирелә торған ялҡынды йә арттыра, йә кәметә төшә. Ярулланың был ғәҙәте һөйләгәндә генә түгел, эшендә лә, бөтә тормошонда ла сағыла.
Ярулла һәр ваҡыт йәш елкенсәктең уртаһында була. Йәштәр уны яраталар, уның артынан эйәрәләр, күптәр уға оҡшарға, уның һымаҡ булырға тырышалар; уның менән дуҫ булып йөрөгән Мансурға күптәр көнләшеп ҡарай.
Мансур, бер һүҙ менән генә әйткәндә, ҡаҡса егет. Буйға ла бәләкәй. Уның, ғөмүмән, «ир-егетмен», тип маһайыр ҡиәфәте юҡ. Егетлек сифатын, күрә белһәң, уның күҙҙәрендә генә күрергә мөмкин. Шатлыҡ һәм ҡайғы ла, тәүәккәллек һәм ҡыйыулыҡ та уның күҙҙәрендә сағыла.
Ҡарамаҡҡа шундай егеттәр улар - Ярулла менән Мансур. Ә уларҙың эсендә, йөрәгендә нәмә бар - уныһын белеүе ҡыйын. Уныһын тормош үҙе күрһәтер.
Бына тормош беҙҙе Дим буйына саҡыра. Дим йылғаһын, бәлки, күргәнегеҙ, йә булмаһа ишеткәнегеҙ барҙыр. Беҙҙең алдыбыҙҙа йырҙа йырланған: «Их, йәмле Дим буйы», - түгел, ә ташып, ҡотороп, дулап ятҡан Дим буйы. Ҡаты аға торған йылға булмаһа ла, яҙғы ташҡындарҙа ҡотора башлаһа, халыҡты яфалап бөтөрә ул Дим: күперҙәрҙе емерә, юлдарҙы өҙә, туғайҙарҙы һыу баҫа. Быйыл да яҙ капыл килде. Ун-ун биш көн эсендә ер ҡарҙан әрселде, шау-гөр килеп, гөрләүектәр аҡты, боҙ китте. Боҙ китеп бөтөр-бөтмәҫтән һыу ташты. Ҡоласын киң йәйҙе хәҙер Дим. Үҙәндәрҙе, уйпаттарҙы һыу баҫты; йырындар ҙа, оло йылға һымаҡ булып, урғылып, ҡайнашып ята.
Ҡоръятмаҫ ауыл йаштәре Дим буйына ташҡын ҡарарға йыйылғандар. Халыҡ күп, хатта ололар ҙа килгән. Ярулла, ғәҙәттәгесә, йәштәрҙең иң уртаһында. Уның тирәһендә күңелле тауыштар яңғырай, ҡайһы берәүҙәр ара-тирә ҡысҡырып көлөп ебәрәләр. Уларҙан ситтәрәк ҡыҙ-ҡырҡын да тартынып ҡына ниҙер һәйләшә, Яруллалар яғына ҡарап, сырҡылдашып көлөп тә ҡуялар.
Дим һыуы күперҙе аша һуҡҡан, ләкин ҡыйыуыраҡ юлсылар күперҙән ат менән сығып йөрөйҙәр ине әле. Бына йылға аръяғына бер егеүле ат килен тукталды. Аттың хужаһы, арбанан төшөп, аҙ ғына ҡарап торҙо ла атын күпергә ҡыуҙы. Һыу тәгәрмәс бүкәненә етә яҙа. Бирге яҡҡа сығырға биш-алты аҙым самаһы ҡалғас, ат һөрөнөп китте, арба түңкәрелә башланы. Юлсы арбанан һикереп төшөп өлгөрҙө, ләкин ағын һыу, ат менән арбаны күперҙән бәреп төшөрөп, ағыҙып алып та китте. Яр буйындағы халыҡ араһында ығы-зығы ҡупты: бала-саға, ҡыҙ-ҡырҡын, сыр-сыу килеп, ҡысҡырыша башланы.
Берәүҙәр кәмәгә, икенселәр арҡанға, багорға югерҙе. Ағып килгән егеүле ат халыҡҡа яҡынлаша башлағас, Ярулла тирә-яғына ҡапыл-ҡапыл ҡаранды ла, өҫтөндәге пинжәген һәм аяғындағы ботинкаһын йәһәт кенә сисә һалып, һыуға һикерҙе. Был саҡ халыҡ гөж килеп ҡалды, төрлө яҡтан:
- Харап була бит!
- Үлә бит инде!…
- Һай, молодец егет!…
- Тәүәккәл!… - тигән тауыштар ишетелде, һәм яр буйындағы халыҡ, гөж килеп, сайҡалып, тирбәлеп торҙо. Ярулла, шәп-шәп кенә йөҙөп барҙы ла арба тәртәһенә тотондо; бер сумып, бер ҡалҡып маташа торғас, атты туғарҙы һәм, уның ялына йәбешеп, ярға табан йөҙә башланы. Был ваҡыт инде арҡан да килтереп еткерҙеләр, ләкин уның файҙаһы теймәне. Һуңыраҡ, кәмә килгәс, арбаны ҡыуа киттеләр.
Ярға килеп сыҡҡан Ярулла менән атты халыҡ шау- гөр килел ҡаршыланы. Һалҡын һыуҙа йөҙө бер аҙ ағара төшкән Ярулла, башын һелкә биреп, сәсендәге һыуҙы һыҡҡан саҡта халыҡ араһында ситтәрәк, ҡайҡайып, мыйығын бороп торған атаһы Хәбибулланы ла, ҡатын- ҡыҙ араһында тыпырсынып, йәнләнеп йөрөгән Маһираны ла күреп өлгөрҙө, һәм һуңыраҡ, өҫ кейемен бер аҙ ҡоротоп, ашыҡмайынса ғына ботинкаһын һәм пинжәген кейгәс, ул үҙен уратып алған йәш-елкенсәктең уртаһында төрлө маҡтау һүҙҙәре аҫтында күҙҙәрен йылтыратып балҡып баҫып торҙо.
Бына ошо ваҡиғанан һуң Ярулланың ҡыйыулығы тураһындағы дан бик тиҙ арала тирә-юнгә таралып өлгөрҙө.
2
Ҡыш уртаһы. Иртә менән көн томанһыу булып торҙо. Күктә ярһыған болоттар арлы-бирле туҙышып йөрөнө һәм төньяҡтан ваҡыт-ваҡыт тынысһыҙ, ыжғыр ел иҫте. Тәүҙә ул ҡыйыҡ баштарындағы ҡарҙы төтәтеп торҙо. Төшкә табан телеграф сыбыҡтары геүләй башланы, төньяҡта офоҡ һыҙығы юғалды, ниндәйҙер бер бәлә көткән һымаҡ, ҡош-ҡорт, мал-тыуар тынысһыҙланды. Төш ауыуға инде, болоттар ҡуйырҙы һәм урғылып-урғылып көньяҡҡа табан ағыла башланы. Көслө ҡар бураны башта бик бейектән генә йөрөнө, һуңыраҡ бөтә ерҙе ҡаплап алды. Дауыл тиҙ генә ваҡыт эсендә көсәйгәндән-көсәйә барҙы, шыйлап дулаған һирпмә ел эре-эре ҡар киҫәктәрен услап тәҙрәләргә килтереп бәрҙе, һауала ниндәйҙер сыбыҡ киҫәктәре, бесән өйөмдәре һәм әллә ниндәй сүп- сарҙар ялбыр-йолбор осоп йөрөнө. Көслө дауыл, һаңғырау тауыш менән олоп, үкереп тора. Ерҙәге бөтә нәмә борсолдо, бөтә нәмә ҡалтыранды. Хәҙер инде күк тә, ер ҙә күренмәй, бөтә урында тик аҡһыл-һорғолт стена ғына. Ҡайһы ваҡыт ел-дауыл шай-шой, аһ-ваһ ҡысҡырып, тәртипһеҙ бутала, өйөрөлә, көсө еткәнен яғаһынан тотоп һелкетә; көслө булһаң, сыйылдап, уҙып китә, хәлһеҙерәк булһаң - өҙгөләп, һауаға ырғыта. Ә күҙгә күренмәҫ ниндәйҙер бер көс ел-дауылды сәмләштереп, димләп: «һе-е-ү-ү-ү-ү!…» - тип үкереп торған һымак була.
Бына ауылдың түбән осонда аҙ ғына ваҡытҡа ерҙең бер киҫәге күренеп ҡалды. Уғаса булмай ел-дауыл, шай- шой килеп, бер лапаҫ башын шатырҙатып аҡтарҙы ла, өҙгөләп, һауаға күтәреп алып китте. Лапаҫ башын япҡан һаламдар, күҙ асып йомғансы, юҡ булды. Ә күҙгә күренмәҫ көс, был хәлде ҡеүәтләп, тағы ла һеүләне һәм, ҡар бурандары туҙҙырып, емерек лапаҫты ла, ер киҫәген дә күҙҙән юғалтты.
Шул ваҡыт ферма мөдире Хөрмәткә һарыҡ фермаһынан борсоулы хәбәр килде: дауыл ҡапҡаны емергән, ҡыйыҡ башын аҡтарған, һарыҡтар туҙышып сығып киткәндәр. Хөрмәт әллә ҡайҙа барып торманы, тиҙ генә күршеһе Яруллаларға керҙе. Мансур ҙа шунда ултыра ине. Уларҙы бергә күргәс, Хөрмәт шатланып уҡ ҡуйҙы һәм ҡыҫҡа ғына итеп хәлде һөйләп бирҙе. Егеттәр бер- береһенә ҡарашып алдылар ҙа, бер һүҙ ҙә әйтмәй, етеҙ генә ҡуҙғала башланылар.
- Ел ыңғайында булыр, Биштирәккә табан барығыҙ, - тине Хөрмәт, китергә йыйынып. - Мин тағы ла халыҡҡа әйтәм, - тип сыға башланы. Шунан ул ишек төбөндә һырыған фуфайка кейеп торған Мансурҙын йоҡа, сибек кәүҙәһенә ҡарап. «Туңып-нитеп ҡуйыр әле…» тип уйланы. Ләкин уның тыныс күҙҙәрен, ашыҡмай ғына әҙерләнеүен күргәс, өндәшмәне.
- Әллә ҡайҙа китмәҫтәр ине лә, төнгә ҡалһа, бүре-маҙар тамаҡлап ҡуйыуы бар… - тип сығып китте. Хөрмәттең һуңғы һүҙҙәрен ишеткәс, Ярулла биленә балта ҡыҫтырҙы, Мансур бурҙайын эйәртте, һәм ике егет ҡапҡаны сыҡҡас та, сәсрәп торған буран эсенә инеп, күҙҙән юғалдылар.
Бригадир Хөрмәттең «Биштирәк» тигәне ауылдың көньяғында ятҡан бер урман йораты. Ҡарттар һөйләүе буйынса унда элегерәк кеше аяҡ баҫмаған шырлыҡ, ҡалын урман булған. Шул урмандың хужалары һымаҡ булып, маһайып, ағалы-энеле биш тирәк ҡайҡайып үҫеп ултырған. Хәҙер унда урман да, тирәктәр ҙә юҡ. Урман урынына бер нисә һаҙлыҡты эсенә алған әрәмәлек кенә тороп ҡалған. Биш тирәк урынында һуңғы ҡарт тирәктең өй бейеклегендәге йыуан олоно ултыра. Ләкин, ғәҙәтсәмелер инде, ауыл халҡы был урынды һаман «Биштирәк урмағы» тип йөрөтә. Ярулла менән Мансур, ауылды сыҡҡас та, ошо Биштирәккә табан юл тоттолар. Юл тоттолар тигәс тә, бында юлдың эҙе лә ҡалмаған. Тоҫмаллап ҡына атланылар улар.
Бата-сума Биштирәккә барып еткәс, егеттәр, Ярулланың кәңәше буйынса, бүленеп, ике яры китмәксе булдылар. Ярулла әрәмәлекте «ҡапшап ҡарай», ә Мансур һулға - Мансаҙы ауылына табан бара. Ҡайтыр юлда ошо Биштирәк янында осрашырға тейештәр. Һарыҡтарҙы таба алмағанда, бер-береңде көтөргә, тапҡан кеше билдәгә тирәк төбөнә таяҡ ҡаҙап китә.
Бирешмә! - тине Ярулла, Мансурҙы дәртләндереп, һәм егеттәр айырылыштылар.
Буран һаман үкерә лә һикерә, көсәйгәндән-көсәйә.
Әрәмәлекте сыҡҡас, Мансур ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалды. Күҙ алдында үкереп торған һоро стенанан башҡа бер ни күренмәй. «Ҡайҙан килеп сыҡты һуң был ҡоторған! Шайхулла бабай әйтмешләй, торғаны шайтан туйы. Был тирәлә ундай бурандың булыуы хаҡында ишетелгәне лә юҡ ине бит», - тип уйлай Мансур. Көслө ел уға йә бер яҡтан һыпыра һуға, йә, шыйылдап, өйөрмә күтәрә, йә булмаһа, тын алырға ла ирек бирмәй, ауыҙына, танау тишектәренә ҡар тултыра, таслатып, күҙенә ҡар һибеп китә.
Юлһыҙ ерҙә, гөжләп торған буран эссндә, алға барамы, әллә бер тирәлә әйләнеп йөрөймө - быны Мансур үҙе лә белмәй; атлай, атлай ҙа, тәрәнерәк ҡар тура килеп, сумын китһә, йә, өйрөлтмәккә тура килеп, сәсәй башлаһа, ул эстән генә һуҡранып ҡуя. Үҙе кемгә, нәмәгә һуҡранғанын, ни өсөн һуҡранғанын тикшереп тә тормай. Былай, асыуҙан ғына, күрәһең. Бурҙай Мансурҙың үксәһенә үк тағылып килә; ҡайһы ваҡыт аяҡ араһына инеп бутала. Мансур, аңғармаҫтан, унын өҫтөнә баҫһа, аҡрын ғына шыңшый. Ел-дауыл сыйылдауы аша уның шыңшы- уы ла ҡолаҡҡа саҡ-саҡ ҡына салынып ҡала. Ҡайһы ваҡыт Мансур, сумған еренән тормайынса, бурҙайын ҡосаҡлап тик кенә ята. Аҙыраҡ ятҡас, бурҙай тыпырсына башлай. Улар, ҡалҡынып, тағы ла урындарынан ҡуҙғалалар. Ҡайһы саҡ ел-дауыл ҡотороноп, ярты яғыраҡ сығып киткәндәй була. Мансурҙың алдында байтаҡ ҡына ер асылып күренеп ҡала. Мансур ҡайҙа, ниндәй урында булыуын иҫләп тә өлгөрә алмай, уның тирә-яғында, тағы
ла шай-шой килеп, әлеге «шайтан туйы» башлана.
Мансурҙың иҫенә бригадирҙең: «Бүре-маҙар тамаҡлап ҡуйыуы бар»,- тигән һүҙҙәре килеп төшә. Ул: «Бынауҙай яман көндө лә бүре йөрөймө икән ни?» - тип уйлай ҙа тағы ла тырышыбыраҡ атлай, ләкин ҡайҙа барғанын белмәй, шунлыҡтан эсе боша, тағы ла һуҡрана…
Бына бер ваҡыт, сыбыртҡы һелтәгән һымаҡ, шыйлап, өйөрөлмәк үтеп китте лә уның артынан ер асылды, һәм шунда Мансур бер шәүлә күрәп ҡалды. Был - кәбән булырға тейеш. Мансур шул шәүлә яғына табан ашығып- ашығып атланы. Бына ул шәүлә яҡыная, күҙгә күренә. Юҡ, кәбән түгел, «Әстей ҡайыны» тип йөрөтөлгән яңғыҙ ҡайын. Мансур ҡайынға яҡын барҙы, ышыҡланып торҙо, ләкин күңел йыуатырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Ҡайын янында дауыл тағы ла дәһшәтлерәк булып тойолдо, яңғыҙ ҡайынды йолҡоп ташларға теләгән һымаҡ, үкһеп-үкһеп олоно.
Шулай ҙа был ҡайын Мансурға үҙе йөрөгән урындың айышына төшөнөүгә ярҙам итте. Ул хәҙер ҡайһы ерҙә булыуын яҡшы белә.
Әстей ҡайыны. Унан алыҫ түгел, һул яҡта, юл булырға тейеш. Юл, ярты километр самаһы барғас, әрәмәлеккә инеп китә. Унда ышыҡ, әгәр ҙә һарыҡтар юл менән китһәләр, һис шикһеҙ, әрәмәлектә туҡталасаҡтар. Ләкин хәҙер ел ундан һулға табан иҫә, юлдан арҡырыға һуға. Мал ел түбәненә китергә тейеш… Мансур юл эҙен эҙләп тапты, шунан, самалап, юлдың һул яғындағы һалам эҫкерттәренә табан китте. «Шайтан бейеүҙәре» араһында тағы ла ярты сәғәт самаһы ваҡыт уҙҙы. Бара торғас, бурҙай, ҡапыл абалап, бата-сума алға һикерҙе һәм Мансур, көтмәгәндә, эҫкерт шәүләләре күрҙе. Ул, бурҙайҙы үҙ янына саҡырып, эҫкәрттәргә яҡын барҙы. Һарыҡтар шунда ине.
Һарыҡтарҙы тапҡас, Мансур тыныс ҡына йылмайып ҡуйҙы, һәм шунда уҡ уның иҫенә Ярулла килеп төштө. «Бахыр… Ҡайҙа йонсоп йөрөй икән… Уның янында эт тә юҡ бит, исмаһам… Бер-бер бәләгә осрап ҡуймаһын…» тип уйланы.
Ә юлда күренгән этлектәр хәҙер онотолдо, һарыҡтарҙың табылыуы уны аҙ ғына ла гәжәпләндермәне. Әйтерһең, шулай булырға тейешлеге тәбиғи бер хәл ине. Ысынлап та, ҡайҙа йөрөй икән Ярулла? Ни эш бөтөрә? Ниндәй ауырлыҡтар күрә?
Мансурҙан айырылғас, Ярулла Биштирәктән уңға табан әрәмәлекте «ҡашап ҡарарға» китте. Ни өсөндөр уның иҫенә, «Эт яманы буранда ҡоторған», - тигән мәҡәл килеп төштө. Бурандың ҡатылығын билдәләү өсөн иҫләнеме, шундай яман көндө үҙенең әрәмәлектә япа-яңғыҙ йөрөгәне өсөн әйттеме - ул бының сәбәбен белмәне. Бер аҙ барғас та, ул ҡарға батты ла туҡталды. «Был уйын түгел. Һарыҡ ҡотҡарам тип, үҙең бүрегә емтек булып ҡалыуың бар. Ул намыҫһырап тормаҫ, ит булғас яраған…»
Ул шулай уйланы һәм тирәк янына кире барҙы. Бында ла эш шәптән түгел. Тирәктең ҡыуышы була торғайны ла, унда ҡар тулған. Ә буран тирә-яҡта ыжғыра ла һыҙғыра. Ярулла Мансурҙан айырылғаны өсөн үкенде. «Бергә булғанда күңеллерәк тә, ышаныслыраҡ та булыр ине. Ә хәҙер тор инде шулай ҡалтыранып… Яҡын-тирәлә кәбәне лә юҡ, исмаһам, соҡоп инеп ятыр инең…»
Ярулла, ирекһеҙҙән, тағы ла ел ыңғайына табан атлап китте. Ун-ун биш аҙым да барманы, туҡталды, кире боролдо. Тирәктең ышығы булмаһа ла, билдәле урын. Уның төбөндә тороу ышаныслыраҡ. Ул бер ағас киҫеп алды, тирәк ҡыуышындағы ҡарҙы бешкәкләне. Ағасы менән, ҡулдары менән, аяҡтары менән ҡыуышты таҙартты, үнда иркен генә урын яһалғас, шатлығынан эсе йылынып китте, ҡыуана-ҡыуана ҡыуышҡа инеп урынлашты.
«Бынауҙай көндә һарыҡ артынан йөрө имеш… Әллә ни бәләгә осрауың бар… Баш икәү түгел әле… Һинең нисек йөрөүеңде, нисек йонсоуыңды кем белә лә кем күрә… Теге сусҡа малай ни эшләп йөрөй икән? Берәй кәбән ҡыуышында ята торғандыр әле, көлөп. «Теге алйотто ултырттым», - ти торғандыр инде. Жулик… Их, буран тымыуға һарыҡтар ошо тирәнән генә килһен дә сыҡһын ине! Ауылға нисегерәк ҡайтып керергә белер инем. Ул ваҡытта китә тағы ла даның таралып…» Уның иҫенә яҙ көнө Дим буйында булған ваҡиға килеп төштө…
«Үҙем дә дыуамал, тот та һикер имеш үкереп ятҡан һыуға…» Яр буйында булған ярһыу кешеләр, һәр мипңнутта уның артынан ташланырға әҙер торған иптәштәре күҙ алдына килде. «Улар, ут эсенә инһәң дә, ҡоткарырҙар… Улар менән еңел. Ул саҡта һыуға мин һикермәһәм, икенсе берәү һикерер ине. Мин алданыраҡ өлгөрҙөм… Ә бында бер кеше юҡ… Бында япа-янғыҙың… Бында һинең батырлығыңды ла бер кем күрмәй.
Уның эсе бошто, һәм ул ҡалтырана башланы.
«Һарыҡтар теге юнһеҙгә осрап ҡуймаһын тағы, - тип уйланы ул һәм ауыҙының бер мөйөшө менән генә йылмайып ҡуйҙы. - «Мин таптым» тип кәпәренеп йөрөүе бар… Ю-уҡ, ситкә китергә ярамай, тапһа-нитһә, ошо юл дан үтергә тейеш… Ошонда ғына көтөргә кәрәк…»
Ярулла, тирәк ҡыуышына боҫон ултырғанда, шундай уйҙар менән яфаланды. Ә буран һаман ҡоторҙо ла ҡоторҙо.
Шул ваҡыт Ярулла яҡында ғына ҡатындар тауышы ишетте. Уның йөрәге шыу итеп ҡалды. Әгәр ҙә уның ағас ҡыуышында боҫон торғанын күрһәләр, харап бит! Әҙәм мәсхәрәһе буласаҡ бит! Ул нисә кеше икәнен дә, кемдәр икәнен дә аңлай алманы. «Хәҙер сыҡһам да, күрәсәктәр. Ә былай, бәлки, һиҙмәйенсә үтеп китерҙәр… Эҙҙе лә буран күмгән…» Тауыштар асыҡланды. Ике кеше ине, береһе - фермала эшләүсе Хәсби, икенсеһен Ярулла таныманы. «Күрһәләр, һеҙҙе ҡурҡытмаҡсы булғайным, тиермен». Үҙен ҡотҡарасаҡ был фекер Ярулланы шатландырып уҡ ебәрҙе. Ҡатындарҙың береһе, туҡталып, ниҙер аҙапланды, уны көтөн тороусы Хәсби, һуҡранып, асыуын баҫты:
- Сәсрәгер, фермаһы фермамы ни? Хөрмәтуллаһы, суҡынып, эсеүҙән бушамай… - тине, шунан бер ҡаты һүҙ әйтеп һалды. Ярулла саҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы. Ә икенсе ҡатын Хәсбиҙән.
- Тегеләр эҙләп йөрөймө икән, боҫоп ултыралармы икән? - тип һораны.
- Әллә тағы ,- тине Хәсби. - Ярулла былай уңған егет күренә лә… - Ул китер юлына боролдо, артабан уның ни һөйләгәнен Ярулла ишетмәне. Хәсбиҙең маҡтау һүҙенән ул ҡыуанды ла, ҡыҙарҙы ла. Ҡатындар, аҙ ғына киткәс тә, күҙҙән юғалдылар.
«Уңған егет!» - тип ҡабатланы Ярулла Хәсбиҙең һүҙен һәм, намыҫһырап, ҡыуышынан сыҡты.
Мансур, бер нисә тапҡыр урынынан ҡуҙғалып, һарыҡтарҙы һанап ҡарарға маташты, ләкин, ишле малдың иҫәбенә сығып буламы ни, булдыра алманы. Улар ҡурҡҡандар һәм өшөгәндәр, бер тегеләй, бер былай эркелешеп тик йөрөйҙәр. «Өркөп китмәһендәр», тип, Мансур елдең аҫ яғына барып баҫты һәм, бурҙай менән шаяра- шаяра, бурандың тымғанын көттө.
Бына буран бер аҙ баҫыла төштө, һарыҡтар, аптырашып, бер бурҙайға, бер Мансурға ҡарайҙар. Мансур уларҙың аңралығынан һәм алйотлоғонан көлә. «Ни етмәгән инде һеҙгә? Туҙышып, бер яры олағып сыҡ та кит имеш! Их, иҫәр, иҫәр… Иҫәр бит һеҙ! Ярай әле, юл уң булып, табылдығыҙ… Юҡһа… Уның иҫенә тағы ла Ярулла килеп төштө… Миңә бик һәйбәт тә бит бында, ышыҡтамын… Ул бахыр ни ыҙа күрә икән? Туңманымы икән?»
Буран тымды. Мансур, башын сайҡап, көлөп үк ҡуйҙы. «Бына, ҡороғор, килде, дуланы-дуланы ла китте лә барҙы. Ә күпме бәлә яһаны…»
Ул, ҡулдарып ауыҙына келәпә итеп ҡуйып, тирә-яҡҡа бер-ике тапҡыр һөрән бирҙе лә, һарыҡтарҙы ҡыуып, ҡайтыр юлға сыҡты.
Ярулла уларҙы Биштирәк әрәмәлегендә көтөп алды.
- Һиңә бик уңай тура килгән. Шунда булырын һиҙенгәйнем дә мин, - тип, ул Мансурға маңлай аҫтынан һалҡын ғына ҡарап ҡуйҙы.
Мансур, рәхәтләнеп, ауыҙын йәйеп йылмайҙы:
- Өҫтәренә барҙым да сыҡтым, малай, бик йәтеш булды, - тине ул. - Һин яфаланып бөткәнһеңдер инде… - Ул ҡалтыранып торған иптәшенә ҡыҙғанып ҡараны.
-Һөйләмә инде, - тине Ярулла, ҡулын һелтәп. - Эҙләмәгән ерҙе ҡалдырманым. Әрәмәлекте буйҙан-буйға тетеп сыҡтым, әллә ҡайҙа саҡлы барҙым… Бүрегә лә осраным шикелле. Былай, яҡындан ғына күрмәнем, уныһын алдап булмай, ләкин бер нәмә алдан ялпылдап үтеп китте… Бындай көндө эт йөрөмәҫтер бит инде…
- Булыр, булыр, - тине Мансур. Ярулла уны аңлап етмәне. «Ни хаҡта әйтте һуң ул: бүре булырмы, этме?» - тип уйланы. Улар өндәшмәй генә атланылар. Аҙыраҡ барғас, Ярулла иптәшенән:
- Мансур! Һин ниңә ҡайтырға бик ашығаһың әле? - тип һораны.
- Әллә тағы ла буран сыҡҡанын көтәйекме? – тип көлдө Мансур.
- Көләһең, алйот. Ә башың эшләмәй.
Мансур уға аптырап ҡараны.
- Ниңә таҫырайып ҡарайһың? - тип йылмайып ҡуйҙы Ярулла. - Бата-сума этләнеп йөрөнөк. Таптыҡ. Ә хәҙер, буран туҡтар-туҡтамаҫтан, ҡайт та төш имеш. Мансур тағы ла иптәшенә аптырап ҡараны:
- Һуң, ни эшләйек? Ни көтөп торорға кәрәк бында?
- Алйот, - тине Ярулла, киҫеп кенә. Ул хәҙер үҙ-үҙенә ышана торған, үҙ ҡәҙерен белә торған элекке Ярулла ине инде. - Алйот, ауыҙыңа ҡапҡанды ашай белмәйһең… Хәҙер үк ҡайтып төшкәс, һииең этләнеп эҙләп йөрөүеңә кем ышана? Халыҡ бит, ырҙын артынан алып ҡайтҡан, тип уйлаясаҡ. Аҙыраҡ туҡталып торорға кәрәк. Унда беҙҙе көтһөндәр, борсолһондар.
- Кемдең ни уйлауы ниңә кәрәк һуң? - тип аптыраны Мансур ысын күңелдән. - Таптыҡ, алып ҡайттыҡ. Беҙҙән бурыс төштө…
Ярулла ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы.
- Һин тыңла әле. Ана алда юлға яҡын ғына бер кәбән бар. Шул кәбән төбөндә туҡталып торайыҡ, Ҡалғанын шунда һөйләшербеҙ.
Мансур аңламаны, яурындарын һикертте, бер һүҙ ҙа өндәшмәне.
Мансур бурҙайы менән һарыҡтарҙы һаҡлап торҙо, Ярулла кәбәнгә юл ярҙы, шунан һуң һарыҡтарҙы кәбән төбөнә ҡыуҙылар, һарыҡтар, кәбәнгә килеп етеү менән, ябырылышып, бесән ашарға тотондолар, ә Мансур, иптәшенә ҡарап, уның һөйләп бөткәнен көттө.
Ярулланы был ваҡыт икенсе уй борсоно. «Йомош-фәлән табып, Мансурҙы берәр яҡҡа ебәргәндә, шәп булыр ине…- тип уйланы ул. Ауыл яҡын шул, алыҫтараҡ булғанда хәйләһе табылыр ине лә бит, яҡын шул…» - тип үкенде. Шунан, Мансурға ҡарап:
- Ниңә улай бик ныҡ ҡарайһың, һағынып та өлгөрҙөңмө әллә? - тип көлдө ул.
Мансур яуап ҡайтарманы. Ул, кәбәнгә ымлап:
- Әрәм итәбеҙ бит, - тине. Колхоз бесәне, колхоз һарығы, тип мығырҙаны Ярулла. - Минеке түгел…
Мансур Яруллаға асыуланып ҡараны:
- Нисек кенә булмаһын, көтөүҙе кәбәнгә ҡушырға ярамай, - тине ул. Шунан, эсе бошоп: - буранда эҙләп тап та, буран тымғас, кәбән төбөндә шыҡыйып тор инде. Был бит әҙәм көлкөһө, - тип өҫтәп ҡуйҙы.
Ярулла эштең олоға китеүенән ҡурҡты ла үҙ фекерҙәренән ҡапыл сигенде:
- Ярар, ҡайттыҡ, тине ул, урынынан ҡуҙғалып. - Минең өсөн барыбер, мине былай ҙа беләләр… Ул һарыҡтарҙы юлға ҡыуа башланы.
Улар байтаҡ ваҡыт һөйләшмәй барҙылар. Шунан Ярулла Мансурға йөҙөн һытып ҡараны ла:
- Һин тағы: «Һарыҡтарҙы мин таптым, Ярулла бушҡа йөрөп ҡайтты», - тип маҡтанып йөрөрһөң әле, тине.
Мансур көлөргә лә, асыуланырға ла белмәне, Тик, яурындарын һикертеп:
- Һармаҡ. Эш кемгә тура килеүҙәме ни? - тип ҡуйҙы. - Таптыҡмы? Таптыҡ. Һин дә эҙләнең, мин дә эҙләнем, башҡалар ҙа эҙләгәндер. Ләкин таптыҡ. Малдар иҫән-һау. Тик бына бөтәһе лә бармы икән -- уныһы хәҙергә ҡараңғы.
- «Хәйлә ҡора, хәйлә, имгәк…» - тип уйланы Ярулла, Мансурға күҙ ҡойроғо менән генә ҡарап.
Улар ауылға килеп инделәр. Типһә тимер өҙөрҙәй таҙа егет - ҡыҙара бүртеп йөрөй торған Ярулла, ҡалтыранып, бөршәйеп кенә атлап бара. Уның күҙҙәре тоноҡ, йөҙө бойоҡ. Йоҡа кәүҙәле, асҡаҡ йөҙлө Мансур Ярулла янында малай ғына һымаҡ күренә. Ләкин Мансурҙың күҙҙәрендә яҡты осҡондар сағыла, уға күнелле, рәхәт, ул кешеләргә шат йылмайып ҡарай…
Ферма ҡуралары янында уларҙы колхоз председателе ҡаршы алды. Ул, егеттәрҙе маҡтап, рәхмәт белдерҙе лә, Яруллаға ҡарап:
- Ярулла китте тигәс, мин шунда уҡ тынысланғайным, - тине һәм, күҙенә Мансур салынғас, унайһыҙлана төште. - Егеттәр ышаныслы, буш ҡайтмаҫтар, тип уйланым. Молодец, егеттәр; барығыҙ инде, йылынығыҙ, өшөгәнһегеҙҙер…
Ярулла бөтә кәүҙәһе менән ҡалтыранды ла тағы күҙ ҡойроғо менән генә Мансурға ҡарап ҡуйҙы. Мансурҙың йөҙө тыныс ине. Ул, киң йылмайып, ҡола- сын йәйҙе лә:
- Өшөү ҡайғыһымы ни? Бына, ҡулдағы бейәләйҙәрҙең ҡайҙа тороп ҡалғанын да һиҙмәгәнмен әле, - тине.
Ҡура янындағылар бөтәһе лә ҡысҡырып көлөп ҡуйҙылар. Тик Ярулла ғына көлмәне. Уға һалҡын ине. Уның йөрәге өшөй ине.
Шәкир НАСЫРОВ