Һеҙ булғанға имен булып ата таңдар,
Тыныс-матур тормош менән үтә айҙар.
Байрамығыҙ ҡотло булһын, ир-егеттәр,
Мәңге тыныс, имен торһон ерҙәр-күктәр.
***
Байрам итә ир-егеттәр,
Уларҙың ҙур байрамы.
Ирҙәр - беҙҙең көслө терәк,
Ғаиләбеҙҙең бар йәме.
Байрам менән ир-егеттәр,
Тик изге бүләктәрем!
Ысын күңелдән һеҙгә булһын
Минән саф теләктәрем.
Бәхет булһын йортоғоҙҙа!
Тыныс булһын күгебеҙ!
Иҫәнлектә һәм һаулыҡта,
Үтһен һәр бер көнөгөҙ!
Көтөп торһон өйөгөҙҙә,
Һеҙҙе иң-иң яҡындар.
Ғаиләгеҙгә һис ҡасан да
Кермәһендәр һалҡындар.
Мөхәббәтле һәм шатлыҡлы
Байрамың ҡотло булһын!
Бүләктәрҙән,теләктәрҙән
Күңелеңә нур тулһын!
***
Ҡотло булһын, атайҙар, байрам көнөгөҙ.
Беҙ барыбыҙ ҙа шул теләктә.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөгөҙ
Шатлыҡ өҫтәй беҙҙең йөрәккә.
Тормошта һеҙ ныҡлы терәкһегеҙ,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһегеҙ.
***
Бер байрам бар февралдә
Ҡәҙерле ул һәр кемгә.
Уны иң ҙур байрам тип
Мөмкин хатта әйтергә.
Ул - тыныслыҡ байрамы
Уны һәр кеше белә.
Ватанды һаҡлаусылар
Байрамы тип йөрөтөлә.
Ул - һалдаттар байрамы,
Беҙ ҡотлайбыҙ уларҙы.
Атайҙарҙы, ағайҙарҙы,
Һәм бөтә һалдаттарҙы.
***
Һине 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым. Һаулыҡ-сәләмәтлек менән тиҙерәк хеҙмәтеңде тамамлап ҡайтыуыңды теләйем. Ҡыҙарып байыған ҡояштың балҡыуы матур, әммә кеше ғүмеренең йәшлеу таңына ни етә? Тормош юлы гел таҡыр ғына түгел, бәлки шулай булыуы хәйерлегә лә. Улай йәшәүе мәғәнәлерәк, күңеллерәк бит. Һин шуларҙан тәм, ләззәт табып алға ынтыл. Мөхәббәтең аҡ томбойоҡтар сәскә атһын, бәхетең ташып торһон.
***
Һеҙҙе 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, эшегеҙҙә, уҡыуығыҙҙа ҙур уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Ирҙәр булайыҡ -
мөхәббәттә еңелгәндә,
сигенгәндә.
Ҡайғы һәм шатлыҡ килгәндә.
Мәжлестәрҙә, бәхәстәрҙә.
Аҡыл һәм дәрт көрәшкәндә.
Вәғәҙәләрҙә...
Ирҙәр булайыҡ - ир булғас та, ҡартайғас та.
Ирҙәр булайыҡ!
Һис юғында
Күк көмбәҙен иңебеҙҙә
бары бер көн тотоп торайыҡ!
Ирҙәр булайыҡ!
Байрам менән!
***
Ирҙәр көнө тейҙәр бөгөн,
Булһын, әйҙә, байрамдар .
Һәр ғаиләлә, түр башында,
Урын булһын ирҙәргә!
Ирле йортта, тигеҙ ҡанат.
Ҡайырмағыҙ уларҙы,
Пар ҡанаттар аҫтарында,
Үҫтерегеҙ, баланы.
Атайлы йорт - ҡыуаныс ул.
Быны һәр кем беләлер,
Атайҙар ҙа ысынбарлыҡты,
Тигеҙлектә күрәлер.
Ғүмер юлы бик тиҙ үтә,
Бына шуныһы аяныс.
Шул кыҫҡа ғүмерҙәрҙә һеҙ,
Булығыҙ ҙа, таяныс.
***
Ватан - ул бик ғөмөмиләштерелгән һүҙ. Был һүҙҙе әйткәндә беҙ тыуған ерҙе генә түгел, атай-әсәйҙе лә, балаларҙы ла, ғаиләне лә күҙ алдында тотабыз. Ә Ватанды һаҡлаусылар, тип һеҙгә, ҡәҙерле ир-аттарыбыҙға өндәшәбеҙ. Эйе, тормоштоң иң ҡәҙерле төшөнсәләре — тыуған ер, атай-әсәй, бала, ғаилә именлеге һеҙҙең елкәләрегеҙгә һалынған. Ниндәй ҙур яуаплылыҡ! Шул яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙҙә тойоп, ватанды һаҡлаусылар сафында булғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Рәхмәт һеҙгә беҙҙең күңелдәрҙә ышаныс һәм тынү уятҡанығыҙ өсөн. Бғр ҡасан да ауырымағыҙ, һак-сәләмәт булығыҙ. Көслө иңдәр күләгәһендә беҙ үҙебеҙҙе һәр ваҡыт ныҡлы терәкле бәхетле кешеләр итеп тойорбоҙ.
***
Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! Был ысын мәғәнәһендә ир-егеттәр көнө, сөнки һаҡлау һәм яҡлау - көслөләр аманаты. Ошо байрам уңайынан, һиңә тормош ҡуйған ауырлыҡтар алдында көс, ҡеүәт һәм ныҡышмалылыҡ, тик еңеүҙәр, матур һәм изге эштәр ҡылыуыңды теләйем. Сөнки тап изге эштәр ир-егетте биҙәй. Һуғыш, ҡайғы, ярлылыҡ йортоңдо урап үтһен. Донъяны яулар өсөн, алдыңа яңынан-яңы маҡсаттар, аҡыллы фекерҙәр килеп торһон. Яҡындарыңды, хеҙмәтеңде, Тыуған илеңде ярат!
***
23 февраль - батырҙар, ҡыйыуҙар һәм ышаныслылар көнө. Ысын күңелдән һине ошо байрам менән ҡотлайым. Һиңә, һине уратҡан бөтә кешеләр өсөн дә ныҡлы таяныс һәм алыштырғыһыҙ терәк булыуыңды теләйем. Тыуған илде яратам тип ант итергә, әрме сафтарында хеҙмәт иттем тип һәр кем маҡтана ала, әммә тик берәүҙәр генә иле өсөн бөтә күңеле менән бар нәмәгә лә әҙер: улар ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай,ә тағы ла батыр улдар тәрбиәләй, ағас ултырта, йорт төҙөй, халыҡ, ғаилә мәнфәғәте өсөн тырыша. Бына улар ысын мәғәнәһендә лә Ил һаҡсылары!
***
Байрам менән! Бөгөнгө ҡыйыуҙар һәм көслөләр көнөндә һиңә ныҡлы һаулыҡ, байлыҡ, уңыштар, яҡын кешеләреңдең һәм илеңдең һөйөүен теләйем. Тыуған ил - ул беҙҙең әсә. Ул беҙгә, тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһағанда, терәк биргән, беҙҙе туйындыра һәм башланғыстарыбыҙҙа тәүәкәллек өҫтәй. Шуға күрә, беҙ уны күҙ ҡараһылай һаҡларға тейешбеҙ. Ә быны, ир-егеттәрҙән тыш, кем тағы ла яҡшыраҡ башҡара ала?! Илебеҙҙе дошман аяғы баҫыуҙан һаҡларға, тәбиғәтте юҡҡа сығармаҫҡа, ер байлығын ҡәҙерләргә һәм сикһеҙ яратырға тейешбеҙ. Шуға ла, һәр беребеҙ ил һаҡсыһы булыуын теләйем!
***
Тыуған илде һаҡлау ирҙәр эше
Һеҙ аҡларға тейеш өмөттө.
Маҡтау менән иҫкә ала һәр кем
Ил һаҡсыһы тигән егетте…
Эйе, ирҙәр эше — илде һаҡлау,
Һеҙҙең эшкә ҡыҙҙар йүгермәҫ.
Шуны аңлай белгән егеттәр ҙә
Бер ҡасан да һынмаҫ, еңелмәҫ!
***
Бөгөнгө бәхет мәңгегә
Ҡояштай балҡып торһон.
Ил тыныслығын һаҡлаусы
Һалдаттар иҫән булһын!
***
Һеҙ булғанға имен булып ата таңдар,
Тыныс-матур тормош менән үтә айҙар.
Байрамығыҙ ҡотло булһын, ир-егеттәр,
Мәңге тыныс, имен торһон ерҙәр-күктәр.
***
Ватан һаҡсылары көнө менән
Еткерәмен ҡотлау һүҙҙәрен.
Сәләмәт бул, гел бәхеттә йәшә,
Шатлыҡтан балҡыһын күҙҙәрең.