Был йәһәттән байыштар даланлы! 2021 йылда Илнур һәм Юлиә Ваһаповтар “Ейәнсура таңдары” гәзитенә һәм “Аманат” республика үҫмерҙәр журналына яҙылып, төп приз – ноутбук отҡайны. 2023 йылда ноутбук район гәзитенә һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына яҙылған Зифа Йәркәеваға тәтене.
– Бер йылы квитанциямды “Ейәнсура таңдары”на ебәргәйнем – отманым. Шунан район гәзитен ҡәйнештәргә бүләккә яҙҙырып ҡараным, квитанцияһын төшөрҙөк – приз сыҡманы. Был юлы ла ҡыҙыҡ өсөн ебәреп ҡарайым әле, тип район гәзитенә һәм “Йәшлек”кә яҙылған квитанцияларымды почтала эшләгән Юлиә Ваһаповаға биргәйнем, ул ебәргән. Рәхмәт инде, бына бит – ноутбук отҡанмын! – тип ҡыуана Әлфирә Муллагилде ҡыҙы.
Ниғмәтуллиндар ғаиләһе электән үк “Ейәнсура таңдары”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрен, “Шоңҡар” журналын алдырып киләләр.
– Яратып уҡыйбыҙ. Аллаһ бирһә, киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылырға уйлап йөрөйөм, – ти даланлы гәзит уҡыусыбыҙ.
Әйткәндәй, быйыл Әлфирә апай тормош иптәше Юлай ағай менән 50 йыл бергә йәшәүҙәрен билдәләй. Уларға тиң ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ, шулай оҙаҡ йылдар гәзитебеҙ дуҫтары булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ!
Автор фотоһы.