Зәйтүнәнең Ғәлиәнгә кейәүгә сығып, ата-әсәһенең ҙур, етеш донъяһынан бәләкәй генә өйгә килен булып төшөүенә лә бер ай ваҡыт үтеп китте. Ҡәйнәһенә оҡшап етмәне килен тәүҙән үк.
Оҙаҡ дуҫлашып йөрөмәнеләр Ғәлиән менән. Иптәш ҡыҙының никахынан һуң "Кейәү сәйе"нә йыйылғанда таныштылар. Кейәү егетенең дуҫы – Ғәлиән йәш, муйылдай ҡара күҙле һылыу егет икән. Уны тәүге күргәндә үк ун һигеҙе яңы тулған Зәйтүнәнең йөрәгендә ут ҡапты. Һылыу егет үҙе лә бер һирпелеп ҡарағанда йылы нур сатҡыһы бүләк иткәндәй булды. Иптәш ҡыҙҙары менән шырҡ-шырҡ көлөшөп, егеттәрҙең шуҡ шаярыуҙарына төртмә таҡмаҡтар менән яуап биреп, сыр-сыу килделәр. Мәжлес тамамланып барған мәлдә Ғәлиән Зәйтүнәгә: «Ҡоҙаса, кил әле, ултыр яныма!» – тип өндәште. Ҡыҙ уның шаян йылмайып әйткән һүҙҙәренә аптырау ҡатыш оялсан ҡарашын төбәп, бер аҙға баҙап ҡалды.
Ғәлиән бик етди төҫ менән: «Эйе, эйе, һары ҡоҙаса, кил ултыр яныма!» – тине. Иғтибар үҙәгендә ҡалған Зәйтүнә ҡыйыуһыҙ ғына, ике бите ут булып, Ғәлиән эргәһенә килеп ултырҙы. Шул мәл Ғәлиән, бик ҡыйыу ҡиәфәттә, үҙенә текләгән йәштәрҙе аптыратып, күптәрҙең ауыҙын астырып, хәбәр һалды. «Иптәштәр, мин икенсе аҙнаның йомаһында ошо һары ҡоҙасаны һоратып яусы ебәрәм!»...
Иптәш ҡыҙҙары Зәйтүнәгә аңшайып ҡарап, ней көлөргә, ней шаярырға белмәй аптырап ҡалдылар. Зәйтүнә үҙе бер ҡыҙарҙы, бер ағарҙы. «Китсе, китсе, улай ҙа булыр икән бынау» – тиеп эстән ҡурҡып та ҡуйҙы.
Ғәлиән шул арала һүҙен йөпләп: «Әйттем –бөттө, көт мине йомала!!» – тиеп шуҡ ҡына күҙ ҡыҫты.
Зәйтүнә бер аҙ үҙен ҡулға алып, Ғәлиәнгә тура ҡарап: «Шаяртһаң әле, килмәй ҡара, үҙем барам һине эҙләп!», – тиеп ысҡындырҙы. Йәштәргә ни ҡыҙыҡ кәрәк, сыр-сыу көлөшөп: «Бынағайыш, тағын туй, бик ҡыҙыҡ булмаҡсы», – тиеп гөрләштеләр.
Гармунсылар, яңы уянғандай, бейеү көйҙәрен өҙҙөрөп уйнап, иҙән таҡталары һелкенеп, тәҙрә быялалары зыңлағансы бейеттеләр. Яңы ғына кейәүгә сыҡҡан әхирәте Ғәлиән күрмәгәндә төртә һалып: «Был егет бит хужа кеше, ысҡындырма, уға һинән башҡа ла күҙ һалдылар, ахырыһы», тип төп яҡ бүлмәнән сығып килгән Зәкиәгә ымланы. Зәкиәнең ирене бүлтәйгәнен абайлап, Зәйтүнә көлөп ебәрҙе.
Күрше ауыл егете булһа ла, Һаҡмар буйы ауылдарын белмәгән ҡыҙға ҡыҙыҡ булды был яңылыҡ. Был егет ҙур булмаған ауылда йәшәһә лә, күрше ауыл советында рәйес булып эшләй икән. Бына һиңә, кинолағы һымағыраҡ килеп сыҡты түгелме, табышмы, яҙмышмы был? Егет оҙатып ҡуйғас та, уның һүҙҙәрен тик шаяртыу итеп ҡабул итте Зәйтүнә.
Шулай ҙа күңелендә ошо егеттең ҡыйыулығына, матурлығына, үҙен күрһәтә белеүенә һоҡланыу тойғоһона ҡушылып, уның әйткән һүҙҙәренә ышанырға теләү ҙә уянды гүйә. Бер аҙна осоп-талпынып ҡына йөрөнө эшендә. Ул ауылдағы мәктәпте уҡып бөтөү менән фермаға эшкә барҙы. Ата-әсәһе ҡаршы булһа ла эшкә төшөү уйынан баш тартманы.
Район үҙәгендә һатыусылар курсын тамамлағас килде ул фермаға. Һауылған һөттө үлсәп, ҡабул итеүсе хисапсы булып эш башланы. Әсәһенең: «Зоенкам минең, һин шундай ауыр эштә эшләй алмаҫһың, ебәрмәйем һине фермаға» – тиеүенә лә ҡараманы.
«Әсәкәйем, мамочка моя, ҡайҙалыр эшләй башларға кәрәк бит, һатыусы урыны булһа, күсермен», – тип тынысландырҙы үҙе өсөн хафаланған әсәһен.
Эйе, уның тыуғандан ике исеме бар, яҡындары өсөн Зоя-Зәйтүнә ул. Ата-әсәһе менән ҡалала йәшәп, атаһы хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына күсеп ҡайталар улар ауылға. Ғаилә башлығы Әбдрәхман һуғыштан һуң үҙ ғаиләһенә, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай. Свердловскиҙа ҙур заводта токарь, слесарь булып эшләй. Шунда икенсегә ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, Башҡортостанға, тыуған төйәгенә ҡатыны Миклиса-Миңниса, улы Александр-Әхмәҙей, ҡыҙы Зоя-Зәйтүнә менән ҡайтып төшә.
Һуғыш башланғанда уны оҙатып ҡалған ҡатыны, улы, ҡыҙы ҡәҙимге генә донъя көтөп йәшәйҙәр. Улы өйләнгәнгә тиклем ҡалаға килеп атаһын, уның ғаиләһен күреп ҡайтҡан була. Барыһы ла яңы ғаиләне йылы ҡапшы алды тиергә була, туғандары улының етәкселегендә бик тиҙ бура бурап, өй өлгөртөп индерҙеләр. Ҡош-ҡорт үрсетеп, ат, бейә, һыйыр һатып алып хәлле генә тормош ҡороп ебәрҙеләр. Оло улы һәм килене бик ҙур терәк, ярҙамсы булдылар. Балалар башҡорт мәктәбенә уҡырға барҙы. Зояның, Сашаның йыр дәрестәренән генә «бишле» булды. «Широка страна моя родная» йыры бишлегә баһаланды.
Үҙенең тәүге хәләл ефете, ғүмере буйы уны көтөп ҡартайған Сәхипьямал менән дә күрешеп, хәл белешеп йәшәне Әбдрәхман. Оҙайлы ауырыу менән сирләгән ҡатын да уның балаларын: «Һөймәҫ тә инем ошо урыҫ балаларын, һөйкөмлөләр бит әле», – тип үҙенең ейәндәре менән ҡуша һөйөп, кәнфитен, бишинйәһен тоттороп ҡала ине.
Ғүмер буйы көткән ирен күреп, осрашҡандан һуң бер йыл ғына йәшәне Сәхипъямал. Зыяратҡа мәрхүмәне Әбдрәхман күтәреп алып сыҡты, атҡа һалдырманы. Уларҙың мәңгелеккә хушлашыуы шулай булды...
Балалар үҫте. Фермала эшләп йөрөгән оло ағаһының ҡатыны Мәрйәм еңгәһе гел шаяртыр булды: «Бикәс, буй еттең дә ҡуйҙың, кейәүгә барһаң үҙем ҡушыусы еңгәң булырмын әле!»...
Был юлы ла ошо иң яҡын кешеһе менән кәңәшләшмәй булмаҫ инде. Еңгәһенә барлыҡ эс серен һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән: «Бикәс, бикәс, әллә инде, нисек кенә булып сығыр, ул Ғәлиәнде үрге остағы Зәкиәгә яусы ебәрә йомала тип ата-әсәһе шаулаған бит әле. Ярай, мин аңын-тоңон белешәйем әле, сит кешеләр түгелдәр, алданыраҡ барып тын алыштарын абайлап ҡайтайым, шунан һуң ғына ата-әсәңә кәңәш ҡорорбоҙ. Өндәшмәйерәк торайыҡ», – тип йыуатты.
Еңгәһе бик өлгөр кеше инде ул, йүгерекләп барып килгән үрге осҡа. Ҡобараһы осоңҡораған, бикәсенә йәлләү ҡатыш шаян осҡон сәскән ҡарашын төбәп: «Бикәс, ә беҙ бына былай ғына эшләйбеҙ, хәҙер генә хат яҙ Ғәлиәнгә, көтәм, ата-әсәм риза булдылар, тигән һүҙең кәрәк, бошонма, бер уй ғына уйла!», – тиеп сығып та һыҙҙы.
Юл ыңғайы сапҡын табылды, хат ебәрелде. Ғәлиәндән: «Киләм!» – һүҙе алыу менән еңгәһе менән икәүләшеп ата-әсә ҡаршыһына баҫтылар. Еңгәһе Зәйтүнәне уттан алып, һыуға һалғандай: «Әлләсе, бикәс, барыуын барырһыңда ул, донъя көтөп, йәшәп китә алырһыңмы? Әле булһа мунсала әсәйең йыуындыра, эс кейемдәреңде йыуып сыға!» – тимәһенме.
Зәйтүнәнең йөрәген кем аңлап, кем белһен инде. Ғәлиәнде бер минут уйламай йәшәй алмай бит ул. «Еңгәй, мин тормош көтә алам, барам мин Ғәлиәнгә, бирмәйем Зәкиәгә!» – тип ярып яуап бирҙе.
Ата-әсәһе был тиклем ҙур яңылыҡ көтмәгәйне ҡәҙерле ҡыҙҙарынан. Атаһы аптыраңҡырап торғандан һуң, кеткелдәп көлдө лә: «Әй, әттәгенәһе, көлкө бер тоҡ, бабушка, был ни хәл итәбеҙ?» – тип ҡатынына текәлде. Әлеге лә баяғы еңгәһе алай ҙа әргәлә: «Ней, ҡайным, ҡалай итәбеҙ түгел инде, йомаға никахҡа әзерләнер кәрәк. Насар егет түгел, үҙҙәре күрешеп, оҡшатышҡандар бит инде. Йәһәтләйбеҙ, һарығыңды һуйып ҡуй бөгөн үк, бер ике күркәңде йолҡайыҡ. Ҡалғанын ҡатындар эшенә өлгөрөрбөҙ», – тиеп,барыһына ла тәғәйен эштәр ҡушып, ҙур кәңәште тамамлап, сығып йүгерҙе. Әле булһа ла рәхмәт уҡый Зәйтүнә ошо сос, тиктормаҫ, эшһөйәр еңгәһенең ярҙамына.
Көтөлгән йомала килде Ғәлиән яусылап. Никах барышында еңгәһе: «Теге оста тегеләр аш һалып, урыҫ ҡапҡаһын шар асып ҡуйып көтәләр тей, бикәс», – тиеп шыбырҙаны. Ата-әсәһе, ағай-еңгәйҙәре барыһы ла Ғәлиәнде оҡшаттылар. Тик буласаҡ ҡәйнәһенең үҙенең янында ултырған ҡыҙына: «Донъя көтә алырмы был гурыт ҡыҙы?» тигәнен ишетеп ҡалыуы Зәйтүнәнең әсәһен шомға һалды. Иркәләтте шул Миңниса ошо бер бөртөк ҡыҙын. Зоянан алда тыуған ҡыҙы – Зинаға сиған бисәһенең: «Какая красивая девочка!» – тип һоҡланыуы булды, бала түшәккә ятты ла иртәгәһе көн йән бирҙе... Өрмәгән ергә ултыртманы шул ошо ҡыҙғынаһын, Зинаны юғалтҡас. Үҙенең әсе яҙмышында бик күп ауыр һынауҙар үтергә тура килде уға һуғыштан һуңғы йылдарҙа. Шундай ауыр мәлдәрҙең береһендә осраштылар улар Зояның атаһы менән. Яҙмыштарын бергә бәйләп, ул һәм ҡыҙға ғүмер биреп, йәшәп киттеләр. Тик Зинаның көтөлмәгән үлеме ныҡ тетрәндерҙе. Ана, хәҙер инде буй еткән Зояның никах көнө. Ярай, ҡарты ла донъя көтөргә бөтмөр булды, бәхетенә күрә. Улдары Әхмәҙей үҙ аллы донъя көтә, дүрт балаһы бар. Үҙҙәренең дә оло шатлыҡтары булып, Әбдрәхманға 64 йәш булғанда, бар донъяны, тирә-яҡты аптыратып, таң ҡалдырып, улдары Кинйәбулат тыуҙы. Иренән ун һигеҙ йәшкә кесе Миңниса иренә башҡорт малайы бүләк итте. Кинйәләре ай үҫәһен көн үҫеп, хәҙер инде атаһына ярҙамсы булып буй еткереп килә.
Яусылап килеүселәр әҙерләнгән һый-хөрмәттән ауыҙ иткәндән һуң, яйлап йорт-ҡураны байҡап алдылар. Оҫта ҡуллы Әбдрәхмандың өйөндә үҙе эшләгән шифоньеры, дүрт тояҡлы кеше бейеклек көҙгөһө таң ҡалдырҙы килеүселәрҙе. Ауылға күсеп ҡайтҡас, Свердловск ҡалаһына кире барып, бер контейнер ҡыҙыл ағастан эшләнгән көҙгө рамдары, шифоньерға таҡталар тейәп ҡайтҡайны. Көҙгөләр, лактар, буяҡтар барыһыла теүәл алып ҡайтып еткерелде. Шунан башланды эш. Бөтә эш ҡоралдары ла булғас, был йорт ҡаралтыларын йыйыу ауыр булманы уға. Яҡын туғандарының барыһына ла көҙгө, шифоньер эшләп бүләк итте ул. Яҡындары уға өй һалыу эшендә ҙур ярҙам күрһәттеләр. Бигерәк тә уны икенсе ғаиләһе менән ҡабул иткән улы ҙур таяныс булды. Бейә һатып алып, бейә һауып, ҡымыҙ бешеп, ауылдың олоһон оло итеп, кесеһен кесе итеп, үҙенең донъяһында рәхәтләнеп, яҙмышына рәхмәттәр уҡып йәшәне. Концлагерҙан ҡотолған Әбдрәхманға ошо донъяһы, яҙмышы Алаһы Тәғәләнең оло бүләге булды...
Ҡунаҡтар менән туй көнөн билдәләп, хушлашҡас, ҡатыны, улдары, килендәре менән ҙур кәңәш ҡорҙолар. Һәр берәүгә ныҡлы әҙерләнергә ҡушылып, таралыштылар. Оло улы Ғәлиәхмәт менән килене Мәликә туй хәстәрен башҡарыуҙа ныҡ ярҙам иттеләр. Татар милләтенән булған килене Мәликә аш-һыу оҫтаһы булып танылған ауылда, уның ризығына таң ҡалмаған кеше юҡ. Әле бына аталаш һеңлеһенең туйында еренә еткереп, килештереп, оҫта һыйлайҙар ҡунаҡтарҙы. Тәүҙә ҡымыҙ бирҙеләр, унан оло табынға саҡырҙылар. Аллаға шөкөр, донъяһы теүәл, түп-түңәрәк, ризығы мул йорт хужаһының. «Ныҡ бай йәшәйҙәр, сәй эскән һайын сейәле май», – тип әйткән тей ошо ҡунаҡтарҙың береһе был йорт хужаһы Әбдрәхман тураһында. Ошо һүҙ күп йылдар халыҡ телендә бер шаярыу, лаҡап булып йөрөнө.
Яратҡан ҡыҙына бирер бирнәһен биреп, мал-тыуар инселәп әйтеп оҙаттылар ҡыҙҙы килен булып төшкән еренә. Төп ҡоҙағыйҙың ғына үҙен бик сәйер тотоуы бер аҙ күңелде ҡырҙы. «Килешеп йәшәп китһәләр ярар ине», – тиеп бошондолар. Ә йәштәр бирешерҙәй түгел, ике йәш йөрәк көслө лә, ғәйрәтле лә ине ул саҡта.
Өйләнешеүҙәренә бына бер ай ваҡыт тулды. Сәйер яҡтары күренә башланы ҡәйнәһенең Зәйтүнәгә. Ғәлиәне хөкүмәт кешеһе, көнө буйы эштә, әле көҙгә тиклем ярай ҡайтып йөрөп эшләр. Ҡыш етеп, юлдар ябылһа, эшләгән ерендә ҡалырға ла тура килер.
Ире ялға ҡайтҡан көндө ҡәйнә килененә күрше Ғәфүрйән ҡарттың мунсаһын яғырға ҡушты. Ҡышҡы мунсаны тултырып яғып, өҫтәй-өҫтәй ҡыҙыу ғына яҡты. Шаулап төшкән ҡыҙыл, эре ҡуҙҙы соланда ултырған оло сүлмәккә тултырып, мунсаны ябып ҡайтып инде. Өйҙә ҡәйнә ултыра мунсаға әҙерләнеп. «Ҡыҙыу булыр, ҡәйнәм, тороп тор бер аҙ, яңы ябып ҡайттым», – тиеп уны туҡтатты. «Ҡарап инермен, барайым», тип күрше ҡарсыҡҡа инеп хәбәр сурытҡыһы килеп сығып китте ҡәйнәһе.
Бер ваҡыт соланға ен-пәрей килеп индеме ней, сыр-сыу булып ҡәйнәһе ҡайтып инде. «Төштөң мунса, төшмәй ҙә ни, тыж да юҡ, быж да юҡ. Мунса шул булдымы?» – тиеп килененә ябырылды. Шул ваҡыт Ғәлиән телгә килде: «Әсәй, мин атҡа сыҡҡанда Ғәфүрйән ҡарт мунсаһына инеп сыҡты. Ишеген асып ябырға онотҡандыр», – тиеп кәләшенә күҙ ҡыҫты. Әбей уғата төтәне: «Әйтәм ҙур суйынға күмер һүндергән, шулайтып ҡыҫылып ҡаҡшата бит ул», – тип ярһыны. Кәләшен бик оҫта ғына ҡотҡарғанына Ғәлиән үҙе лә көлөп ҡуйҙы.
Ауыл эшен бик иғтибар биреп эшләп өйрәнмәгән Зәйтүнәгә оло һынауҙар шулай осрай торҙо. Бер көндө бешергән икмәген ҡәйнәһе Ғәлиән алдында алып иҙәнгә һуҡмаһынмы. Тоҙон әҙ һалғанмы, әллә бөтөнләй һалмағанмы, бына ғәләмәт, тағын яу ҡупты өйҙә.
«Был бисәң донъя көтөрлөк түгел, Ғәлиән, алып барып ташла ата-әсәһенә, ҡаңғыртма башымды һин», – тип сыуланы ҡәйнәһе.
Бындайҙы күреп өйрәнмәгән Зәйтүнә аптырап, тәүҙә иренә, унан ҡәйнәһенә ҡараны ла, бик тиҙ яуап тапты: «Ҡәйнәм, ҡәйнәм, мин тоҙҙоң ҡайҙа икәнен тапмай йөҙәнем дә, тоҙһоҙ ғына баҫҡайным шул икмәкте», – тип үҙе лә көтмәҫтән сыңлатып көлөп ебәрҙе. Ғәлиән дә йылмайып кәләшен яҡланы: «Әсәй, тоҙоңдо йәшереп тотмаһаң был хәл булмаҫ та ине», – тип ҡотолдо. Әсәһенә: «Һәллилүк, һәллилүк, туҡта, тороп тор әле, көтөрмө икән был донъяңды», – тип өйҙән сығып китте. Йәштәр ошо «Һәллилүк»-тән һуң рәхәтләнеп туйғансы көлөп алдылар.
Зәйтүнә әле яңы төшөнә башланы. Оҡшамаған эште күрһә, йәки шелтә һүҙ ҡушыр алдынан әйтелә ине ул «Һәллилүк» һүҙе. Ғәлиән был ваҡиғанан һуң: «Бирешмә, кәләш, донъя көтөргә шулай өйрәнәбеҙ», – тип күңелен тынысландырҙы. Шул ваҡыттан һуң Зәйтүнәнең ҡәйнәһенең «Һәллилүге» донъя көтөргә өйрәтә башланы.
Көндәр һыуытып, өйҙәге мейес йылыһы тотмай башланы. Утын мәшәҡәтенә өҫтәп йәш киленде мал ҡарау, бүтән өй эштәре баҫты. Ҡәйнәһе бик йыш һеңлеһенә, әхирәттәренә китер булды, килененә бар эште ҡалдырыр ине. Ғәлиәне лә көн дә ҡайтып йөрөй алманы.
Көндәр йылынып, ҡарҙар иреп бөтөп, шаулап яҙ килде. Зәйтүнә иренә әсәй булырға йыйыныуын хәбәр итте. Эй шатланды тегенеһе! Ике көнгә һеңлеһенә ҡунаҡҡа киткән ҡәйнәһенең ҡайтыуына таш мейесте һүтеп ташлап, ХТП-нан өр-яңы кирбес алып килеп ауылдың оҫта мейес сығарыусыһы Ҡәбирә апай менән өр-яңыһын сығарып та ҡуйҙылар. Ҡәбирә апай Зәйтүнәне үҙе менән эшкә өйрәтте. “Ҡурҡып торма, эшләп өйрән, тот та эшлә”, – тип аҡыллы кәңәштәрен биреп мейес сығарырға өйрәтте.
Ирҙәр көсө талап иткән эштәргә лә сат йәбешеп, ҡурҡмай эшләп башлау холҡо инә барҙы уның саяланғандан-саялана барған күңеленә. Бынау ҡураныс ҡына кәүҙәле, йыландай йылғыр, Һәллилүк көйләгән ҡәйнәһенә мең рәхмәт. Бик ныҡ уҡытыусы булды ул Зәйтүнәгә тормошонда. Тағы ла бер көн һүҙ башланы ҡәйнәһе. “Лапаҫ аҫтында ҡышҡа инһәк һыйырҙың арҡаһы һыҙырылып, башы төкөп торор инде”, – тип сираттағы эшкә дәртләндерҙе киленен.
Йома сәйенә барырға уйлағанын онотоп, күрше ауылдағы әхирәтенә сығып китте. Әйтелгән эште иркенләнкерәп эшләп ҡуйырһың, йәнәһе лә. Фермала силос тапатҡан тракторҙы алып килеп, йән көсөнә лапаҫ бағаналарын һурып алып ташлап, әллә биш йыл йыйылған тиҙәкте кәртә артына эттереп, ҡәйнештәрен юхалаштырып, лапаҫты бына тигән иттереп ҡороп ҡуйҙылар.
Кискә эштән ҡайтҡан Ғәлиәне: “Кәләш, беҙҙең кәртә артында нидәй ҙур тау барлыҡҡа килгән ул?” – тип шаҡ ҡатты. Был эштең зыяны ла ҙур булды Зәйтүнә өсөн. Бағана менән булышыуы көс төшөргән, буйындағы бәпесен юғалтты ул... Ата-әсәһе хәл белеп, йыуатып ҡайттылар.
Бала юғалтыуҙан һуң башы шаңҡып йөрөгәндә, магазинға эшкә әйттеләр. Вәлимә апайҙың бала табырға ваҡыты еткән икән. Бер көндө лавкаға инһә, теге апай өгөтләп алып китте. “Һатыусыға уҡығанһың, өйҙә ятҡаныңсы эшләп ал әле минең урында. Бушанып алһам, оҙаҡламам, сығырмын эшемә, әлегә бошоноп йөрөмә”, – тип ыңғайлатып та ҡуйҙы. Билдәләнгән көнгә ревизияһыҙ ғына теге апайҙан магазинды ҡабул итеп алды.
Эшкә әүрәп, матур ғына йөрөгәндә ревизия яһарға уйланылар был магазинға. Ревизор тауарҙы һанағандан һуң ҡәләм осо менән төртөп күрһәткән һанға ҡарап, саҡ ултыра төшмәне. Мең ярымлыҡ тауар етмәй, мең ярым недостача!
Ғәлиәне ни әйтер, ҡәйнәһенең уны өйҙән ҡыуып сығарыуы билдәле инде. Үҙе магазинды ревизияһыҙ ҡабул итеүҙең ошо хәлгә килтереүен хәҙер генә асыҡ аңланы, тик һуң ине инде. Нисек сығырға был хәлдән? Ревизор тигәндәре ул ҡабул итеп алған тауарҙарҙың кәштәлә ятҡан ерҙән яртыһын сысҡан ҡырҡып ашап бөткәнен күрһәләр ҙә, списать итмәнеләр. Ревизия яһаған апай, ирененең мөйөшөндәге йылмайыуын йәшерә биреңкерәп, инде нишләрһең тигәндәй, ҡағыҙҙарын йыйҙы. Зәйтүнә һуңынан ғына аңланы, ХТП-ла ошондай алым менән күпселек йәш һатыусыларҙың “елкәһенә” бик ҙур күләмдә “недостача” һалғандарын. Тағы бер йырып сыҡҡыһыҙ тулҡын ипкененә һалды тормош Зәйтүнәне.
Икенсе көн Ғәлиән менән икеһен саҡыртып алып хужа тарафынан нотация уҡылғандан һуң: “Айыр, Ғәлиән, был бисәңде, йәшәреңә урын бирәм, ХТП-ға складҡа эшкә килһен, эшләп түләһен елкәһенә сыҡҡан аҡсаһын”, - тип уның ғаилә тормошона нөктә ҡуйылды.
Ғәлиәндең дә сәсе үрә торғайны, был хәлдән нисек ҡотҡарырға кәләшен, был ҡот осҡос түләүҙе ҡаплатырға ҡайҙан аҡса табырға? Өйгә, ауылға ҡайтыуға ҡәйнәһе лә ишеткән ине был хәлде. “Айыр, илар балаң юҡ, ҡотол, айыр ошоно, нисек йәшәйһең һин артабан?”, – тип үрһәләнде.
Зәйтүнә әйтерһең дә – ташһын, ирен юғалтҡыһы килмәй, үҙ-ара ныҡ татыу, яратышып йәшәйҙәр. Ошоға тиклем ҡәйнәһенә күҙ йәшен күрһәтмәне ул, уныһы, уғата яһилланып, Зәйтүнәне әрләп, ғауға күтәргәндә ике ҡулын тубығына шап иттереп һуғып: “ошоға әҙерәк етешмәй әллә, әрләгән һайын ауыҙын йырып көлә лә тора, йә ыҙғыша белмәй”, – тип ысын күңелдән аптырай ине. Бөгөн быуа йырылды, сабырлығы һынды Зәйтүнәнең, түшәккә ятыу менән күҙ йәшенә быуылды.
“Ярай инде, кәләш, илап бушанып ал, еңел булып ҡала ул илап алһаң”, - тигән булды Ғәлиәне уны ҡосаҡлап. Таш булып ҡатмаһын бының йөрәге тигәндер.
Ғәлиән үҙе лә бала сағында атайһыҙ ҡала. Алты йәшенә ҡәҙәр аяғына баҫып атлай алмай, йөрөп китә алмай аҙапланған. Ауылдағы ағайҙар уны ошо хәлендә күреп, һөйләшәләр икән: “Ҡара муйылдай күҙҙәрендә осҡон тулы, бик төпкөр ҡарашлы ғына был малай” – ти икән береһе, ә икенсеһе: “бына күрерһегеҙ әле, атлап китһә, буй етһә, хужа булыр был бала”... Тиҫтерҙәренең йүгерешеп уйнауҙарына ҡарап, ҡапҡаға терәлеп күп илаған бала саҡта. Теге ағайҙарҙың һүҙҙәре Аллаһы сөбхәнәкә үә Тәғәләнең: “Әмиин!” – тигән сағына тура килгәндер инде. Ғәлиәнгә баҫырға насип булды, беренсе класҡа ла дәртле генә итеп үҙ аяғында атлап барҙы.
Күңеле йомшаҡ шул иренең. Оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң Зәйтүнә хужа биргән бүлмәгә күсеп барҙы, складта эш башланы. Эш хаҡы бик бәләкәй. Ғәлиәне инде хәҙер ике урында өҙгөләнә. Ял көндәрендә кәләше янында, аҙна буйы эшендә. Ике ай ваҡыт үтеүгә түҙмәне, килде хужа ҡаршыһына. “Зәйтүнәмде алып ҡайтам, минең эш хаҡын тотаһығыҙ ай һайын, мин кәләшемдән башҡа йәшәй алмайым!” – тип ауылына алып ҡайтты.
Өйҙә әлеге лә баяғы “Һәллилүк” көйө көтөп тора. Зәйтүнәнең атайҙарына кәңәш итергә булдылар. Ата-әсәһенең ҡобараһы осто бындай яңылыҡтан. Тормоштоң иң ауырын үткән кешеләр бит улар. Атаһы һуғышта яраланып, фашистарға пленға эләгеп, концлагер тотҡоно булып, крематорий мейесенә алып барғанда ҡасып ҡотолған кеше. Шулай итеп атаһы барлыҡ йыйнап тотҡан аҡсаһын сығарып һалды. Тик Ғәлиән ҡайныһына: “ҡайным, Зәйтүнә минең ҡатыным, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булһа ла бергә күрербеҙ. Үҙем түләйәсәкмен”, – тип ҡайны-ҡәйнәһен тынысландырып ҡайтты.
Ғәлиәндең эшендә лә сәйер генә хәл булып алды: бер көн аҡса түләү өсөн бирелгән квитанциялар өҫтәл тартмаһынан юҡҡа сыҡты, Был башватҡысты нисек сисергә, кемгә уйларға ла белмәне. Иҙән йыуыусы апай инә лә, эргәһендә балалыҡ дуҫы Мансур эшләй. Ундай ҡырын эште ул ҡылмаҫ. Район үҙәгенә хәбәр итеп, тикшереү саҡыртып, квитанцияларҙы списать иттеләр. Бик арыу ваҡыттан һуң шул квитанциялар өҫтәл тартмаһында табылды, бер нисәүһе етмәй ине. Шаулап торманы Ғәлиән, хәҙер билдәле булды кемдең эше икәне...
Ошо бәләләрҙән һуң ҡырҡа үҙгәрҙе Ғәлиән менән Зәйтүнәнең тормошо. Донъяларын нурландырып, шатлыҡҡа күмеп, улдары, унан һуң ҡыҙҙары тыуҙы. Үҙенең шаянлығы, сослоғо менән Ғәлиәндең туғандары араһында ҡәҙимге абруй яуланы Зәйтүнә.
Ире таңдан төнгә тиклем етәксе эшендә, иртәнсәк китә, кискә ҡайта. Бесән ваҡыты еткәс, ике баланы, төйнәгән ашамлығын, сәңгелдәкте һалып ала, ире егеп ҡуйған атҡа ҡәйнәһен ултыртып алып, сығып китә. Сабынлыҡ Һаҡмар аръяғында. Үрге кисеү, текә таулы булһа ла, яҡыныраҡ тип шул юлдан йөрөй Зәйтүнә. Ҡәйнәһенең: “Ҡурҡыуҙы белмәй текә тауға ынтылаһың”, – тип мыжығанына ла ҡарамай, шул юлдан йөрөргә өйрәнеп алды. “Һәллилүк” балалар менән, сәй ҡайнатыу менән мәшғүл, бар күңелен биреп сыр-сыу була. Бер көн бесәндән ҡайтҡанда ҡапыл тура юлға боролғас, ҡәйнәһе ике баланы мытҡып тотоп, “Уй әттәгенәһе, ошо юлға ынтыла ла тораһың, һин ней башыңа һуҡҡанды эшләйһең инде!”, – тип әрләп алды. “Икенсе юл бигерәк урау бит, ҡәйнәм, бынан туп-тура!” – тип шалтор-шолтор текә тауҙы төшөп, һөҙәккә сыҡҡас, ҡәйнәһе: “килен, ҡара әле, бынау бер тәгәрмәс ат алдынан китеп барасы!”, - тиеп һөрән һалды.
Ҡараһа, артҡы ҙур тәгәрмәс ысҡынып, юлдан Һаҡмарға табан саң борҡолдатып тәгәрәй генә. “Ҡәйнәм, тот дилбегәне, мин хәҙер!”, - тиеп сыбыртҡыһын тота һалып, арбанан ырғып төшөп, теге тәгәрмәс артынан йомолдо. Ярай, ҡыуып етте, ҡулындағы сыбыртҡыһын һелтәгән ыңғайҙа уныһы тәгәрмәскә уралып, Зәйтүнәнең үҙен саҡ аяҡтан йыҡманы. Ҡурҡҡан ҡәйнәһе: “ҡана тота һал, имгәнмәнеңме, дыуамал!”, – тип килеп етте. Ана, килене арбаға тәгәрмәсте уңай ғына кейҙереп тә ҡуйҙы.
Был турала улына һөйләргә баҙнат итмәне уҫал ҡатын. Ғәмүмән, “Һәллилүк” ике балаға йән атып, ейәндәрен итәгенән төшөрмәй, үҙ көйөн онота биреңкерәп, кескәйҙәргә көй көйләүҙе яңы шөғөл итеп алды. Шулай ҙа яҙға ҡарай балалар эргәһендә бәрәстәр һәм быҙау тороуон күҙаллаған ҡәйнәһе көйләне бит теге “Һәллилүк”те.
Сентябрь аҙағы булыуына ҡарамай, тотондолар ҙур эшкә. Ғәлиәне утынға һөйрәтеп алдырған ағастан әлеге лә баяғы донъясыл ҡәйнештәренән өйгә төкөтмә һуҡтырҙылар. Балсыҡ эшендә күрше ҡатындар, еңгәләр, бикәстәр ихлас ярҙам иттеләр. Өлгөрҙөләр ҡышҡа өйҙө ҙурайтып. Ғәлиәнде әсәһе менән кәләшенең килешеп йәшәргә тырышыуы, күп кенә ғауғаларҙы шыма ғына үткәреп ебәреүе һоҡландырҙы. Ул ҡатынының был тырышлығына ҙур мөхәббәт менән яуап бирҙе. Әсәһе алдында кәләшенең һүҙен һүҙ итеп, эшен эш итеп баһаланы.
Ҡәнәһенең дә йылдар үтеү менән кәре ҡайтты. Ауыл кешеләренән донъяға сат йәбешеп йәшәгән Зәйтүнәгә һоҡланыу, аптырау, маҡтау һүҙҙәрен күп ишетергә тура килде ҡәйнәһенә. Шулай ҙа “Һәллилүк” ҡай саҡ әйтелә торҙо.
Ә бер көн сәй алдынан килене иртәнге һөтөн сипараттан үткәреп, ҡаймаҡ менән сәй эсергә булды. Ҡәйнәһе: “ултырып торһон, сәй эскәс үткәрерһең, түҙерһең ҡаймаҡһыҙ!” – тип үҙ һүҙен тыҡыны. Тик килене ҡуйманы, йәйге эҫе көн бит, һөттөң тиҙ генә әсеп ҡуйыуын уйлап, эшен бөтөрөп, сәйгә ултырырға теләне. Электр сипараты ҡабыҙылды, һөт ҡаҙанына ҡойолдо. Шунан китте ҡыҙыҡ... Оборот алып эшләй башлаған сипарат күҙ йомған арала һөтлө ҡаҙанды өҫкә атты. Һөтлө ҡаҙан бер, ике, өс өйөрөлөп, ҡаршыла ултырған ҡәйнәнең башына түңкәрелде.
Һөт фонтанына ҡойонған әбей әсе тауыш менән: “Мәсекәй, мәсекәй, тороп тор тинем, ашаның ҡаймаҡ, бына ашаның. Һәллилүк, Һәллилүк, уй аңыш, эш мәғәнәһе белмәгән нәмәкәй!” – тип бирләнде. Ә Зәйтүнә көлкөһөнә баш була алмай шарҡылданы. Был минутта ҡәйнәһенең уға күрһәткән бөтә ыҙалары өсөн үс алғандай булды. Ҡәйнәһе соланға атылды, һөттө таҙалап алыу биш минут эсендә булғандыр. “Эсмәйем сәйеңде, ана ҡаймағың менән үҙең эс!! – тип, күлдәген яңыртып, яңы яулығын сөйә бәйләп китте сығып әхирәтенә.
Кискә Ғәлиән мотоцикл менән эштән ҡайтып инеүенә, ҡәйнә, ике ҡулды артҡа ҡаушарып, сығып баҫты. Зәйтүнә хәҙер ҡәйнәһенең ҡойон кеүек өйөрөлөп, ҡоторонорон уйлап, яҡынламайыраҡ ситтән күҙәтте. Бисмиллаһ, бисмиллаһ, бисмиллаһ! Улына йылмайып ҡараны, өйҙә булған хәл тураһында ләм-мим. Балаларға боролоп, уларҙы етәкләп урамға сығып китте.
Килененең ыҙғышмай ғына унан көлөүенә эсе янһа ла, өндәшмәне. Бына шунан һуң йомшаны ҡәйнә, ниндәй яҡшы уйҙар биргәндер уның фәрештәләре, билдәһеҙ. Көйөн көйләр ваҡытта, килене шаяртып, әйтелмәй ҡалғанын иҫенә төшөрһә: “Капут, Һәллилүк!” – тип әйтер булды. Килен ҡорона инеп, килен сабырлығын күрһәткән Зәйтүнәне ҡәйнәһе ҡабул итте. “Килен!” – тип өндәшә башланы, ошоға ҡәҙәр исемендәге һуҙынҡы хәрефтәргә баҫым яһап, ҙур итеп һуҙып әйтә ине, йәнәһе ул килен түгел, ә: “Зааай-тунаа!”. Бына шулай шуҡ булды ҡәйнәһе.
Тормош мәрәкәләренең яңынан-яңыһы килеп сығып торҙо. Яҡын ғына бикәсен йәрәштеләр. Йәштәр туйына әҙерлектә Зәйтүнәгә төп роль – аш-һыу әҙерләү йөкмәтелде. Өлкәнәйеп барған бикәмдәр уны йомшарға әҙер генә торалар. Аш һалынды, өҫтәл теҙелде. Бешкән итте мейес ҡаҙанынан алырға ла, һалма төшөрөргә генә калды. Ике ҡәйнешенән ярҙам һорап, туҫтаҡ тотоп торорға ҡушып, боһрап ҡайнаған ҡаҙанға ынтылыуына мейес өҫтөндә йоҡлап ятҡан бесәй аҫҡа һикерҙе лә, шап итеп ҡаҙан өҫтөнә килеп төштө. Бесәй төшөү ыңғайы ҡаҙан ҡапҡасы ҡыйшайып асылып, бесәйҙең ҡойроғо һурпаға тығылды. Ярай ҡәйнештәре сос булып сыҡты, бесәйҙе матҡып тотоп алып иҙәнгә ырғытты. Бесәй сыулаған арала Зәйтүнә ҡәйнештәренә: “Нимә эшләйбеҙ, ҡунаҡ йыйылды”, - тип бышылданы. Ике ҡәйнеше бер ауыҙҙан: “Еңгәй, берәү ҙә күрмәне, ашатабыҙ ашты!” – тип боланы баҫтылар. Аш ашағанда өсәүләп көлөп үлеп баралар, береһе бер ҡыҙыҡ һөйләгән була. Мәжлесте гөрләтеп үткәреп ебәрҙеләр, барыһы ла уйын-көлкө менән, риза булып таралыштылар.
Ошо ике ҡәйнеше менән үткән ҡыш ҡырҙағы бесәнде алырға “К- 700” тракторы, юл асып барыусы трактор менән совхоз эшенән һуң юлға сыҡтылар. Ғәлиәнде ебәрер ине, кәбәндәрҙең ҡайҙа ултырғанын белмәй, үҙенә барырға тура килде Зәйтүнәгә. Ҡар йырып алға ынтылған Зәйтүнәне ҡәйнештәре күҙҙән юғалттылар. Кәбәнгә етеп, боролоп ҡараһа, трактор ҙа апаруҡ алыҫта. Ярай кеҫәһенә фонарик һалып алырға башы эшләгән. Фонарик менән яҡтыртҡас, күрҙеләр, кәбәнде тағып алып ҡайттылар. Юлда дыуамал еңгәһенә иҫтәре китеп аптыранылар ҡәйнештәре. Ут күренгәс: “Бүреләр бит, еңгәй шул яҡҡа китте”, – тип ҡурҡҡандар икән.
Яҙ килеү менән тормоштарында йәнә ыңғай үҙгәрештәр булып алды. Совхоз үҙәге булған ҙур ауылдан Ғәлиәнгә яңы эш бирелде, яңы өйгә күсеп килделәр. Зәйтүнәгә лә эш кәрәк ине. Ғәлиәненә ҙур яуаплы эш йөкмәтелде. Яңы төҙөлгән иген һаҡлау комплексына етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Сельхоз институты ситтән тороп тамамлаған Ғәлиәнгә үҙ белеме буйынса яҡшы эш тура килде. Зәйтүнәгә үҙәк ашханала мөдир вазифаһы йөкмәтелде. Өс бүлмәле ҙур өйҙә бер бүлмә ҡәйнәһенә бүленде. Донъя яйға һалынды. Ҡәйнәһе лә, балаларҙы үҫтерешеп, үҙ көйөн көйләп, рәхәтлектә, ҡәҙер хөрмәттә генә йәшәне.
Балалар ҙурайып, улына әрме сафына ваҡыт еткәндә Ғәлиән ҡапыл ауырып китте. Ҡот осҡос диагноз – яман шеш таптылар... Абына-йығыла яҙып ирен баҡты Зәйтүнә. Ниндәй дарыу, ниндәй үләндәр эҙләп тапманы, тик ире-ғәзизе һүнгәндән һүнде.
Ауырып ятҡанында бер көн ҡатынын эргәһенә саҡырып алды. “Ҡәҙерлем минең, уйлап ятам әле, барлыҡ донъя эшен һин бер үҙең башҡарғанһың. Мин бит квартирант кеүек йәшәгәнмен”, – тип әсенеп әйтеп ҡуйҙы.
Ирен ҡотҡарырлыҡ әмәл булманы. 50 йәшен тултырып, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо ҡәҙерлеһе. Ике балаһына, “Һәллилүк” ҡәйнәһенә йөрәк баҫып йәшәне Зәйтүнә. Ҡыҙына китергә йыйынған ҡәйнәһен дә кире борҙо. “Йөрөмә, балаларҙы илатып, бөтөнләй етем итмәйек уларҙы!”, – тип туҡтатырға көс тапты үҙендә. Ҡәйнәһе лә ризалығын биреп, килен ҡулында, таҙа, бөхтә тормошта йәшәп, туҡһан йәшен тултырып бәхилләште килене менән. Ныҡ булды ҡәйнәһе. Зиһене теүәл, сырайы яҡты, үҙ аяҡтарында йөрөп йәшәне. Улы үлгәс, үҙ алдына сеңләп, һағышланып йырлап-көйләп йөрөр булды.
Зәйтүнә яҡындарын, ҡәҙерле кешеләрен тик яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә ала, уның килен туны шундай тормош “биҙәктәре” менән нағышланған.
Зөлфиә Ғүмәрова.