Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар

Әсә теле уҡытыусылары съезын ҡаршылап

Хәбәр итеүебеҙсә, 12-13 майҙа Өфөлә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы үтә. Рәсәй төбәктәренән килгән делегаттарҙы ҡаршы алыу 12 майға билдәләнгән. Шулай уҡ ошо көндә эшсе төркөмдөң Рәсәй Федерацияһында полилингваль белем биреү концепцияһының проектын булдырыу буйынса ултырыш үтәсәк.

Съезд рәсми рәүештә 13 майҙа асыла. Был көндө йыйында ҡатнашыусылар төшкә тиклем тематик майҙансыҡтарҙа эшләйәсәк. Улар төрлө урындарҙа – 202-се полилингваль балалар баҡсаһында, 2-се “СМАРТ” Республика полилингваль күп профилле гимназияһында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө вуз-ара кампусында, Ә.З.Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһында, БР Милли музейында ойошторола. Был майҙансыҡтарҙа башҡорт телен заман талаптарына ярашлы уҡытыу, уны балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә өйрәнеү, йәш быуында илһөйәрлек һәм тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа көнүҙәк темаларға һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар буласаҡ.

- Съездың яңыһы алдынан үткәнен иҫкә төшөрөп китәйек. Ниндәй ҡарарҙар ҡабул иттелде һәм улар тормошҡа аштымы? Беренсенән, башҡорт телен модаға индереү ине. Был өлкәлә байтаҡ ҡына эш башҡарылды. Бөгөн "Әй Йола" төркөдөң башҡорт телендә йырлауын һәм ул йырҙы бөтә илдәрҙә лә яратып тыңлауҙарын башҡорт телен модаға индереүҙең ҡайһылыр бер алымы, тип уйлайым. Икенсеһе, башҡорт, рус, инглиз телдәре өҫтөнлөк иткән мәктәптәр булдырыу ине. Бөгөнгө көндә Өфөлә генә түгел, республиканың төрлө район-ҡалаларында полилингваль мәктәптәр асылыуын дауам итә. Тимәк, был ҡарар ҙа тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ, башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологияларҙы ҡулланыу кәрәклеге хаҡында һөйләшкәйнек. Бик күп асыҡ дәрестәрҙә, бик күп фәнни конференциядарҙа ҡатнашҡаным бар. Уларҙа башҡорт теле уҡытыусылары ошо йүнәлештә ысынлап та эшләйҙәр: хәҙерге технологиялар, заманса алымдар бик киң ҡулланыла. Әммә балалар баҡсаларында башҡорт телендә уҡытыуҙы яйға һалыу тигән ҡарар, минеңсә, бик яй бара һәм тейешенсә тормошҡа ашырылмай, бик күп ҡаршылыҡтарға осрай.
Наил Яхъя улы Юлдашбаев, Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас