Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар

Тел уҡытыусылары оло ҡорға йыйылды

1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһындағы майҙансыҡ “Аҫылташ” тип аталды. Ул ике телдә һәм күп телдәрҙә белем биреү мәсьәләләренә арналды. 

Тел уҡытыусылары оло ҡорға йыйылды
Тел уҡытыусылары оло ҡорға йыйылды

Бөгөн, 13 майҙа, Өфөлә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезға йыйылды.

Йыйында ҡатнашыусылар төшкә тиклем тематик майҙансыҡтарҙа эшләне. Улар төрлө урындарҙа – 202-се полилингваль балалар баҡсаһында, 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө вуз-ара кампусында, Ә.-З. Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһында, БР Милли музейында, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторолдо. Был майҙансыҡтарҙа башҡорт телен заман талаптарына ярашлы уҡытыу, уны балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә өйрәнеү, йәш быуында илһөйәрлек һәм тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа көнүҙәк темаларға һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар уҙҙы.

1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһындағы майҙансыҡ “Аҫылташ” тип аталды. Ул ике телдә һәм күп телдәрҙә белем биреү мәсьәләләренә арналды.

Майҙансыҡтың эшен БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Филология белеме һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институты директоры Хәлидә Ғәлимова һәм Сибай ҡалаһындағы Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Дилә Фәтҡуллина асып, съезд делегаттарына уңыштар теләне. Шулай уҡ Дәүләт дөйөм белем биреү сәйәсәте һәм мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү департаменты директоры урынбаҫары Сергей Васин йыйында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп: “Был съезд башҡорт телен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы тағы ла юғарыраҡ баҫҡыстарға күтәрһен”, – тигән теләген еткерҙе.

Сарала Удмурт, Хакас республикаларында туған телдәрҙе уҡытыу буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар. Мәҫәлән, Удмурт Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы урынбаҫары Александра Игнатьева үҙ сығышында профилле этнопедагогия кластары булдырыу, мәктәп театрҙары һәм музейҙары эшмәкәрлеге нигеҙендә телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү тураһында һөйләне.

– Беҙҙең республикала туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса маҡсатлы эштәр башҡарыла. Мәғариф өлкәһенә килгәндә, иң тәү сиратта, тел уҡытыу өсөн шарттар булдырыу эшенә иғтибарҙы арттырҙыҡ, ошоға ярашлы туған тел кабинеттарын капиталь ремонтлау эшен башланыҡ. Былтыр, мәҫәлән, биш муниципалитеттағы 10 уҡыу бүлмәһе өр-яңы төҫ алды, – тип һөйләне Александра Сергеевна.

Ул шулай уҡ мәктәп театрҙарының телгә һөйөү тәрбиәләүҙәге роленә баҫым яһаны. Мәҫәлән, бөгөн Удмурт Республикаһы мәктәптәрендә 526 театр эшләп килә. Улар балаларҙа туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, аралашыу даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә.

Ғалимәләр, фән докторҙары Лена Сөләймәнова, Динара Хисамова, Рәйсә Дәүләтбаеваның сығыштарында ла фәһемле фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраны.

ФЕКЕР

Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинова, Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты директоры:

–  Бөгөн беҙҙең гимназия-интернатта 998 бала уҡый. 10 райондан йыйылған уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү өсөн һәр йәһәттән уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Шулай уҡ туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ, уҡыусыларыбыҙ башҡорт, рус, инглиз телдәрен өйрәнә. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары араһынан 17 кешенең башҡорт теленән имтихан тапшырыуы – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ та, ҡаҙаныш та. Киләһе уҡыу йылына өс I класс йыйҙыҡ. Башҡорт гимназияһына балаларын уҡырға бирергә теләүселәрҙең күп булыуы ла беҙгә дәрт өҫтәй, быны эшебеҙгә ҙур баһа тип ҡабул итәбеҙ.

Ә бөгөнгө съезға килгәндә, ул бик эшлекле шарттарҙа бара. Шәхсән үҙемә остазыбыҙ Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Дәүләтбаеваның сығышы айырыуса оҡшаны. Ул барыбыҙ өсөн дә көнүҙәк булған мәсьәләләрҙе күтәрҙе.

Беҙҙең гимназия-интернатта ла хәл итәһе мәсьәләләр юҡ түгел һәм уларҙың иң көнүҙәге – кадрҙар менән тәьмин ителеш, йәш белгестәрҙе мәктәпкә эшкә йәлеп итеү. Бөгөнгө съезда ошо хаҡта ла эшлекле һөйләшеүҙәр, аныҡ тәҡдимдәр һәм ҡарарҙар булыр, тигән ышаныста ҡалам.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2025-05-13/tel-u-ytyusylary-olo-or-a-yyyyldy-4232984

Автор: Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас