Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусылар йыйыны – тәжрибә майҙансығы

Бөгөн Өфөлә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы асылды. Мәктәп, балалар баҡсалары, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында эшләгән педагогтар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен, полилингваль һәм билингваль белем биреү тәжрибәһен, республиканың тел сәйәсәте торошон тикшереү өсөн фекер алыша.

Уҡытыусылар йыйыны – тәжрибә майҙансығы
Уҡытыусылар йыйыны – тәжрибә майҙансығы

Съезд делегаты, Өфөнөң 52-се лицейыныңбашҡорт теле уҡытыусыһы Шәүрә Әбсәләмова педагогтар династияһынан. Әбсәләмовтарҙың дөйөм педагогик хеҙмәт стажы 782 йыл тәшкил итә. Шәүрә Мөхәмәт ҡыҙы 2024 йылда уҙғарылған Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт, рус, туған тел уҡытыусылары һәм полилингваль күп профилле дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыу предметтарын билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә алып барыусы уҡытыусылар конкурсы еңеүсеһе. 30 йылдан ашыу баларға белем биргәнпедагог республикабыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын тәрәндән өйрәнеүгә арналған сараларҙың әһәмиәтен юғары баһалай. Тәжрибәле уҡытыусыны бөгөн мәктәптәрҙә педагогик кадрҙар етешмәү мәсъәләһе борсой. Съезға ул ҙур өмөттәр менән килгән, йыйылған мәсъәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү файҙалы булыр тип ышана.

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Ғәйфуллина ла 30 йылға яҡын балаларға белем бирә. Уның уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Әлфиә Тимерйән ҡыҙы съезда башҡорт телен уҡытыу алымдары, йәш быуында илһөйәрлек һәм тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа көнүҙәк темаларға һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙартәжрибә өҫтәй, яңы юлдар күрһәтә, уңышлы эшләргә дәрт бирә тип иҫәпләй.

Сығанаҡ: Ватандаш.

Автор: Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас