17 апрелдә бөтә донъяла башҡорт теленән диктант яҙасаҡтар

2026 йылда диктант текстары өс мөһим темаға бағышлана

17 апрелдә бөтә донъяла башҡорт теленән диктант яҙасаҡтар17 апрелдә бөтә донъяла башҡорт теленән диктант яҙасаҡтар
17 апрелдә бөтә донъяла башҡорт теленән диктант яҙасаҡтар

2026 йылдың 17 апрелендә бөтә донъяла йыл һайын үткәрелә торған «Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант» акцияһы үтәсәк. Сарала тел һөйөүселәр, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһы ла – майҙансыҡтарҙа ла, онлайн-форматта ла ҡатнаша ала.

Акция Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма тарафынан Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, мәҙәниәт министрлығы, йәштәр сәйәсәте министрлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Аҡмулла университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, шулай уҡ төбәк милли-мәҙәни берекмәләре ярҙамында үткәрелә.

2026 йылда диктант текстары өс мөһим темаға бағышлана: Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл.

Акция төрлө форматта үтәсәк. Майҙансыҡтар мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, шулай уҡ республиканың башҡа төбәктәрҙәге һәм илдәрҙәге вәкиллектәрендә ойотоштороласаҡ. Шәхсән ҡатнаша алмаусылар өсөн рәсми сайт https://bashdictant.ru/ аша онлайн-форматта ҡатнашыу мөмкинлеге ҡаралған.

«БСТ» телеканалында тура эфир 11:00 сәғәттә башлана. Быйыл дикторҙар сифатында сығыш яһаясаҡтар:

Арслан Тимиров (Baby Ti) — төрлө жанрҙағы йырҙар башҡарыусы йәш башҡарыусы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, йырҙар авторы;

Азат Айтҡолов — ҡурайсы-музыкант, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы;

Эльмира Абулҡарамова — Ә. Атнабаев исемендәге мәктәп уҡытыусыһы (Тәтешле районы, Иҫке Күрҙем ауылы), Ғәли Соҡоройҙың бишенсе быуын тоҡомо.

«Халыҡ-ара башҡорт теле диктанты күптән инде ябай ғына грамоталылыҡты тикшереүҙән ары китте. Был – быуындар араһындағы тере диалог, тел төрлөлөгөн һаҡлау ҡоралы һәм һәр кемгә, ҡайҙа ғына булмаһын, башҡорт халҡы мәҙәниәтенә ҡағылырға мөмкинлек бирә. Беҙ туған һүҙҙе ҡәҙерләгән һәм уны дөрөҫ яҙырға әҙер булған барлыҡ кешеләрҙе лә көтәбеҙ», — тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса АНО директоры Гөлназ Йосопова.

Бөгөнгө көнгә акцияның рәсми сайтында Рәсәйҙә һәм яҡын сит илдәрҙә 600-ҙан ашыу майҙансыҡтар теркәлгән. Майҙансыҡтарҙы теркәү 16 апрелдең 20:00 сәғәткә тиклем, ә ҡатнашыусыларҙы теркәү 17 апрелдең 10:00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк.

Туған тел һәм милли мәҙәниәт ҙур байрамының өлөшө булыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!

Читайте нас