

"Изге подписка” акцияһына ҡушылығыҙ!
“Ейәнсура таңдары” гәзитенә яҙылыу эстафетаһы дауам итә. Матбуғатҡа яҙылыуҙы әүҙемләштереү маҡсатында “Изге подписка” акцияһы иғлан ителде.
Акцияға Таҙлар мәктәбе директоры Әнзинә Ислам ҡыҙы ҡушылды! Ул ошоға тиклем баҫмабыҙ менән дуҫ булды, быйыл да изге акциянан ситтә ҡалманы һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ауылдашын, пенсионер Тамара Дүшәнбаеваны гәзиткә яҙҙырҙы.
Рәхмәт, Әнзинә Ислам ҡыҙы!