Беҙҙең утар Урал тауҙарының уртаһында урынлашҡан. Тәбиғәте ҡырыҫ та, матур ҙа, шул уҡ ваҡытта үҙенә тартып торған сихри көсө лә бар. Тау баштарына менеп ғорур ҡарағайҙарға өҫтән генә ҡарап, үҙеңдең шундай матурлыҡта йәшәүеңә, сайырлы саф һауа һулауыңа, иркенлектә көн итеүеңә ҡыуанаһың; ә тау араларындағы һаҙмат урындарҙа батҡан машинаңды этеп, ете ҡат тирең сыҡһа, урманға ҡайҙан ингән көнгә төшәһең.
Әлбиттә, был ерҙәрҙең дә үҙенең хужаһы бар. Урман хужаһы – айыуҙар хаҡында үҙем белгәнде бәйән итмәксемен.
Улар тураһында байтаҡ ҡына ишетергә, үҙҙәрен дә күрергә яҙҙы. Беҙ бәләкәй саҡта әсәй, ат арбаһына ыуаҡ балаларын тейәп, бесәнгә яңғыҙ йөрөгән. Атай ауылда һатыусы булып эшләгәнлектән, бесәнгә һирәк барған.
Бер көн шулай Һарыһаҙ буйында, урманда ниндәй аҡлан булһын инде, асыҡ урындараҡ, иртәнсәк ысыҡ һирпелгәнсе сабып, унан күбәләргә ниәтләп, иртәрәк ҡуҙғала. Барып, ғәҙәттәгесә атын туғарып, бәйләргә уйлаһа, аты ҡолағын ҡайсылатып, танау тишектәрен киңәйтеп, бышҡырына, туҙына башлай. Тигенгә түгеллеген аңлап, ҡурҡыуынан атты кире егеп, боролоп ҡайтып китә. Әммә әсәйемдең бесән эшләмәй ҡайтыуын өнәмәгән атайым, енләнеп ҡаршы ала.
– Ошоғаса кемдең бисәһен айыу ашаған?! Ниңә бесәндән ҡасып ҡайттың? Ҡышҡылыҡҡа мал-тыуарыңа нимә ашатырһың? Балаларыңды уйламаныңмы? – тип туҡмап ташлай.
"Шул тиклем ғәрләндем ышанмағанына, үсегеп, өс көн буйына лып ятып, бер нәмә лә эшләмәнем. Ул өйҙә юҡта, һары май һалып ҡорот эсеп алам да, йоҡо туйҙырам. Һыйыр һауыу ҙа юҡ, һөт булмағас, ашарға ла юҡ. Атайың балалар менән үҙе бесәнгә йөрөй башланы", – тип һөйләгәйне әсәйем.
– Көндөҙ күбәләп ҡайтам, иртәгәһенә иртәнсәк барыуыма урман хужаһы күбәләрҙе сәскеләп, туҙҙырып ташлай, – быныһы аҙаҡ атайымдың хәтерләүенән. – Балалар ҡурҡмаһын тип, һыйырҙарҙы әрләгән булам. Улар туҙҙырһа, ҡоймаҡтарын ҡойоп ҡалдыра бит инде. Эшем бер ҙә ырамай. Әйтерһең, кемдер күбәләрҙе киптерергә таратып, тирә-яҡҡа туҙыратып ташлай. Ысыҡҡа һыуланып бөтә улары.
Аҙаҡ ошо мәлдәрҙе иҫләгәндә тиңдәштәренә, йәштәргә көлөп мәрәкәләй торғайны:
- Бесән ваҡытында бисәләрегеҙгә һүҙ әйтмәгеҙ, ыңғайына ғына һыпырып, хуплап ҡына тороғоҙ.
Ә ауылда һаман да лаҡап йөрөй: "Кемдең бисәһен айыу ашаған?"
Ә быныһы мин ҙурайыңҡырағас булған хәл. Һуңғараҡ, апайҙарым кейәүгә сығып, еҙнәйҙәрем дә ярҙамлашҡанлыҡтан, бесән әҙерләү еңелләште. Имсәк балаһын коляскаһы менән алып, уртансы апайым да бесәндән ҡалмай. Бишенсе кластан алып бесән сапҡан ҡыҙҙарға бала бәләкәйлеге һылтауы менән өйҙә ҡалыу яҙыҡ һанала ине.
Бала коляскаһын алып ҡайтып йөрөү мәшәҡәт булғанлыҡтан, урманда ҡалдыра инеләр. Бер ваҡыт иртәнсәк барыуҙарына коляска емерелеп, йыртылып бөткән. Баланың түшәк-яҫтыҡтары теткеләнеп бөткән була. Ниңәлер был юлы ҡалған аҙыҡ-түлек моҡсайына теймәгән. Юғиһә, уларҙы ҡутарып, ашарын ашап, сәскеләрен сәскеләп киткән осраҡтары ла булғыланы. Әллә йәш бала еҫе тартҡанмы, әллә асыуланып, бында үҙенең тайсаһы икәнлеген иҫбатлауы булдымы – тайыштабандың уйын кем генә белһен.
Кейәүгә сығып, үҙебеҙгә бесән әҙерләгәндә лә бер нисә тапҡыр күрергә яҙҙы урман хужаһын. Бер осраған айыуҙың түшендә өсмөйөш һымаҡ аҡ табы бар ине. Ә икенсе тапҡыр бесәнгә "Беларусь" тракторында барғанда, юлда торған һары төҫтәге айыу, эргәләге тауға ҡарай йүгерҙе. Ағастар араһынан текә тауға шул тиклем шәп йүгерә, дәү кәүҙәһен нисек һөйрәйҙер, һоҡланғыс күренеш ине.
Бер ваҡыт район үҙәгенә юл төштө. Ара алыҫ булғанлыҡтан, иртәнге алтынан юлға сығабыҙ. Апайлы-һеңлеле Айгөл менән Яҙгөлдөң дә йомоштары булған, машинаға ултыртыуыбыҙҙы һоранылар. Ҡыуалат ауылына етәрәк, Айгөл тыныс ҡына итеп:
– Юл ситендә айыу тора ине... – тине.
Юл ситендәге сауҡалыҡтарҙан күренмәгәс, иптәшем машинаны артҡараҡ күсерҙе. Беҙҙең яҡынлашыуҙы көтмәгән айыу, ситкә һикерҙе. Шул тиклем ҙур, ялбыр айыуҙы бығаса осратҡаным булмағайны. Оҙон ҡара, ҡарыштай ялтыр йөндәре йүгергән ыңғайы һелкенеп бара. Бер аҙ барғас, иҫенә төштөмө икән:
- Ә-ә-ә... мине күрергә туҡтағайнығыҙмы, бына күрегеҙ! - тигәндәй, артына әйләнеп, аяғүрә баҫты ла ике ҡулын күтәреп беҙгә ҡараны. Уның бейеклеге! Ә оҙон йөндәре һәр мускулы ҡыбырлауы ыңғайына йылҡылдап һелкенә. Ул торған ергә, яңы ҡалҡып килгән ҡояш нуры төшкән, арттараҡ шыйыҡ томан. Иҫ киткес матур күренеш, әйтерһең дә көҙгө алдында һылыу ҡыҙ тегеләй-былай борғоланып үҙенә һоҡлана. Урман хужаһын артыҡ борсомай артабан юлыбыҙҙы дауам иттек.
Беҙ уның ғорур тыныслығын боҙорға йөрьәт итмәһәк тә, ул беҙҙе хафаланырға мәжбүр итә шул. Ыҙаланып көткән малыңды ла ҡазалап ҡуя. Әүәле, ауыл эргәһендә генә берәүҙең малын йыҡҡас, атып алдылар. Әммә уға күтәрә алмаҫлыҡ штраф сәпәгәс, ҡырға эшкә китеп түләргә мәжбүр булды. Ә теге урман хужаһының ике балаһы ҡалып, әле еләк йыйыусыларға, әле юлда йөрөүселәргә осрап ҡына торҙо.
Әсәйем мәрхүмә урманда йылға-инештәрҙән һыу эскәндә:
- Эй, Хоҙайым, ҡыр кейектәреңдең үрсемен бирһәң ине тип, услап һыу эсеп, теләк теләргә кәрәк, ҡабул була, - тип өйрәтә ине.
Бөтәбеҙгә лә бер ҡояш аҫтында һыйышып, имен йәшәргә яҙһын.
Авторы – Гөлдәр әбей (Гөлдәр Кәлимуллина).