

Һиҙҙермәйсә генә көҙҙәр килә,
Томандарын ябып ҡырҙарға.
Ағастарҙы буяп һары төҫкә,
Һағыш өҫтәп беҙҙең йырҙарға...
Көҙҙәр... көҙҙәр...
Ҡайҙан шул хәтлем моң?
Һағышынан киткән ҡоштарҙың?
Оҙаҡламай ишек ҡағыуынан
Ҡотолғоһоҙ һалҡын ҡыштарҙың?
Әллә ошо сикһеҙ матурлыҡтың
Аңлашылмаҫ сере илата?
Ғүмер көҙҙәренең яҡынлығы
Күңелдәрҙә моң - зар уята?
Был көндәрҙең һәр бер минутынан
Йөрәгемә тула моң ғына.
Бар ғәләмде моңға туйындырып,
Көҙҙәр килә ергә тын ғына...
(Сәкинә Тотманова)