-4 °С
Болотло
Эре, ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға бирешмәй торған һарымһаҡ алыу өсөн сәскән "тештәр" ҙә кипмәгән, һутлы, эре булырға тейеш.
Сәсер алдынан 20 минут самаһы төҫһөҙ генә марганцовка ҡатнашмаһында тотоп алырға, сәскән ояға ашлама һалырға кәрәк. Уны эшләү өсөн 50 гр гәрсис порошогы, 100-әр гр доломит һәм һөйәк оно, 100 гр табазол һә 50 гр һуғанбаштар өсөн махсус ашламаны ҡушабыҙ.
Ашлама һалынған ояға һарымһаҡты 4-5 см тәрәнлектә сәсәбеҙ. Түтәл өҫтөнә бәрхәт сәскәһе, пион һабаҡтарын һалырға кәңәш ителә.