-4 °С
Болотло
Ҡара миләштә Р витамины ҡара ҡарағатҡа ҡарағанда — 2 тапҡыр, әфлисун һәм алма менән сағыштырғанда 20 тапҡыр күберәк. Йодҡа байлылыҡ яғынан иһә ул ҡайын еләге, крыжовник менән ҡурай еләгенән дә уҙҙыра. Был матдә ҡара миләштә 4 тапҡыр күберәк. Шул рәүешле ул ҡалҡан һымаҡ биҙ ауырыуын да киҫәтә. Ҡара миләш геморройҙан интеккән кешеләргә лә файҙалы.
Ҡан баҫымы түбән булған, гастрит, язва кеүек ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан интеккән кешеләргә был емеште ашау тыйыла. Ҡара миләш ҡанды ла ҡуйырта.